“Ҡатын-ҡыҙһыҙ ут та өшөтөр...”04.09.2013
“Ҡатын-ҡыҙһыҙ ут та өшөтөр...”* * *
Ҡояш үҙе һөйөп ҡарағанда
Түҙәме ни февраль бураны!
Күп кәрәкме инде!
Йылы ҡараш
Тойған буран һығ(ы)лып иланы.

Тәҙрәләрҙе берсә һырып алды,
Юлға ятып берсә туланы.
Туң йөрәген тотоп (туңмы икән?),
Ул ҡояштан былай һораны:

— Аһ, ҡояшым!
Ошо йөрәк менән
Нисек кенә, әйтсе, йәшәнем?
Ҡояш көлә!
Көлә...
Ә февралдең
Күҙҙәрендә һаман йәш әле.

(Яҙлығыуы микән яҙҙарымдың,
Наҙ көҫәүе микән күңелдең...
Өтөп алыр бер ҡарашың етте —
Яҙ һыуылай ярһып түгелдем.)

Ҡояш үҙе һөйөп ҡарағанда
Бөрө тиртмәҫ тимә тирәктәр.
Ярһыу буран менән яҙ ҡояшын
Осраштырыу кемгә кәрәктер?

Мәңгелектең сере — мәңгелек шул,
Тәрән йомаҡ, төпһөҙ күлдәрҙәй.
...Мәле еткәс йәрәшәләр икән
Йәйғор менән йәшен күктәрҙә!

* * *
Тамылйырға торған, ай, тамсылай
Һинең миңә алҡа-бүләгең,
Алҡаларға төҫтәш булһын тиеп,
Кейеп алдым зәңгәр күлдәгем.

Сәстәремде елгә таратайым,
Ел уйнатһын ебәк толомом.
Һинең өсөн, һөйөү өсөн тыуған
Мөхәббәттең тоғро ҡоломон.

Баҫыу иңләп үҫкән сәскәләрҙе
Тағайымсы өҙөп түшеңә.
Йән һөйгәнең һине генә һөйһә,
Нимә кәрәк тағын кешегә?!

Таллыҡтарҙа һайрар һандуғастан
Моңлораҡтыр беҙҙең йырыбыҙ.
Һөйөүҙәргә үрелеп үтһә икән,
Икәү атлар оло юлыбыҙ.

* * *
Күңелкәйем бөгөн иләҫ-миләҫ,
Үҙ-үҙемә үҙем хайранмын.
Ер йөҙөнә гөрләп яҙ килгәндә
Көтәм мин дә хистәр байрамын.

Өмөтләнеп бағам яҙҙарыма,
Наҙҙарыңа мохтаж саҡтарым.
Тамсы ғына һөйөү хисенә лә,
Йөрәгемде бирәм аҡтарып.

Яҙҙарымда мине ярат әле,
Танһыҡ хистән килә сәсәгем.
Мөлдөрәмә тулып хистәр, әйҙә,
Йөрәктәрҙән китһен сәселеп.

Сәселһен дә, әйҙә, сәскә атһын,
Йөрәктәрҙә һөйөү гөлдәре.
Күңелдәрҙә наҙлы хис уятһын,
Яҙҙарымдың иркә елдәре.

Өмөт

Ҡар аҫтынан тишеп боҙ ҡатламын
Бирешмәм тип сасҡау һалҡынға,
Умырзая түгел, өмөт кенәм
Ҡыштыр-ҡыштыр ерҙән ҡалҡына.

Һүнер-һүнмәҫ кенә һуҙыр осҡон
Туң тәҙрәлә микән баҙлай ут?
Йондоҙ тиеп алдан йомолғаным
Булмаҫ микән ябай баҙлауыҡ?

* * *
Әле генә боҫрап ҡайнай ине,
Ҡай арала сәйем һыуынған?
Үлемдәрҙән ҡалып булмаҫ инде,
Бер ҡалмағас әҙәм тыуымдан.

Фани ғына ошо донъяларҙың,
Ҡәҙерҙәрен кеше беләме?
Бәхет хаҡын шунда төшөнәбеҙ —
Күтәрелгәс ҡайғы әләме.

Ут ҡәҙерен туңған ғына белә,
Һыу ҡәҙерен белә һыуһаған.
...Һуңлап килгән үкенестәр кеүек
Сәйҙәрем дә күптән һыуынған.

* * *
Күкһелләнеп офоҡ ҡуйынында
Тынлыҡ һаҡлап ойой ҡарт тауҙар.
Шул тынлыҡты боҙоп бурап-бурап
Ябалаҡлап яуа аҡ ҡарҙар.

Донъя ап-аҡ! Саф төҫһөҙлөк хатта
Һуҡырайтыр төҫлө күҙҙәрҙе.
Шаян ел дә (бер хәйләкәр төлкө)
Юйып ҡала минең эҙҙәрҙе.

Япа-яңғыҙ көрттәр йырып барам...
Шомландырыр тып-тын бушлыҡта
Үҙ өйөмдө, үҙ көйөмдө юллап
Юлһыҙ ергә минме юлыҡҡан?

Көйөм дә юҡ, өйөм дә юҡ,
Бушлыҡ...
Сым тындары яра ҡолаҡты.
Яҙҙарымдан микән юл яҙлығып
Салҡыштарға килеп олаҡтым?

Ә ҡарт тауҙар һаман һаҡта тора
Тынлыҡ һаҡлап яуа өрпәк ҡар...
Әйтә кеүек "ҡар аҫтында күптән
Һин эҙләгән миҙгел-тәүлектәр"...

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө —
Алһыу гөлгә тиртеп тулышҡан.
Таң ысығы йөҙөн сафландырып,
Нурын алып үҫкән ҡояштың.

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө —
Һутланып та бешкән еләктәр.
Тамылйырға торған сейәләрҙәй
Ирендәре наҙлап иркәләр.

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө —
Мөхәббәтле ҡыҙыл раузалар.
Һаҡһыҙ ҡағылмағыҙ күңеленә,
Сәнскеләре менән язалар.

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө —
Туҙғанаҡтай сәскә сал төшөр.
Ҡатын-ҡыҙһыҙ ерҙә йәшәү юҡтыр,
Ҡатын-ҡыҙһыҙ ут та өшөтөр.


Вернуться назад