Ҡазанды алған башҡорт03.09.2013
Башҡортостандан ситтә төпләнгән данлы яҡташтарыбыҙ бихисап. Шуларҙың береһе — Татарстандың халыҡ рәссамы Абрек Абыҙгилдин. Ул Баймаҡ районында тыуған. Баймаҡ тау-металлургия техникумында белем алғандан һуң, Төньяҡ Урал боксит руднигы шахтаһында эшләгән. 1965 йылда — Ҡазан сәнғәт училищеһын, 1970 йылда Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған.

Рәссам төрлө жанрҙа ижад итә. Башҡорт халҡының бөйөк улдары Мифтахетдин Аҡмулланың, Мостай Кәримдең портреты, Рудольф Нуриев тураһында “Азатлыҡҡа һикереү”, “Ғашиҡтар”, “Бүләк”, “Ҡазанда яҙ” картиналары күңел йылыһы, оло мөхәббәт менән һуғарылған.
Сәнғәт аҡһаҡалы Абрек Абыҙгилдин ошо көндәрҙә тыуған яғына ҡайтып, ижади күстәнәстәре менән яҡташтарын һөйөндөрөп китергә булды. Бөгөн М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейында ҡылҡәләм оҫтаһының күргәҙмәһе асыла.


Вернуться назад