“Евразия тауышы” араны яҡынайтты03.09.2013
Республикала “Евразия тауышы” фестивален үткәреү тураһында һүҙ уҙған йылдың аҙағында ҡуҙғатылғайны. “ТЭФИ-Төбәк-2012” Бөтә Рәсәй телевидение конкурсында награда алып ҡайтҡан “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы журналистары Президент Рөстәм Хәмитов менән осрашыу мәлендә уға ошо тәҡдимде еткерҙе.

— Бындай саралар республика өсөн ифрат мөһим, — тигәйне төбәк башлығы. — Айырыуса ҙур саммиттар алдынан күп ҡунаҡ ҡабул итеү тәжрибәһе тупларға тейешбеҙ.
“Евразия тауышы” милли тапшырыуҙар фестивале, ысынлап та, төбәгебеҙ өсөн файҙалы, әһәмиәтле булды. Ситтән килгән белгестәр менән тәжрибә уртаҡлашыу, “оҫталыҡ дәрестәре” алыу, фекер алышыуҙа ҡатнашыу ҡараштарҙы киңәйтте, яңы идеяларға нигеҙ һалды. Ҡунаҡтар ҙа сәфәрҙән ҡәнәғәт ҡалды: беҙҙәге үҙенсәлекле телевидение, йәмәғәт ойошмаларының проекттары менән танышты, бындай эштәрҙе үҙҙәрендә лә тормошҡа ашырып ҡарарға теләген белдерҙе.


Вернуться назад