Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана30.08.2013
Һыуға бәйле ғөрөф-ғәҙәт

Йола, тыйыуҙарға бәйле халыҡ ырым-ышаныуҙары — реаль күрһәтмә, ҡурҡытыу түгел, ә философия. Уларҙы ла бирәбеҙ — тәрәнерәк аңлар өсөн.
“Һыу — ҡатын сығанағы”, ти халыҡ. Тыуҙыра, туйҙыра, таҙарындыра, дауалай ул. Һин һыуға ҡараған мәлдә унда тулы сағылаһың. Ул һине һәр саҡ күрә. Һине белә ул. Ул тере, тере булғанға һиңә йыуынғанда ла, эскәндә лә, уйланғанда ла ләззәт килтерә. Әҙәмдең ише — һыу. Ҡәҙер итһәң генә ул һине тыңлай, шифайәт ебәрә, донъяңды гөл итә. Ҡәҙер итмәһәң...
Ҡатын сығанағы — һыу. Шуға ул барыһын да ыңғайлата ала. Һыуҙы ала бел, тота, уға бурыс ҡайтара ла бел.
***
Ҡояш ҡалҡмайынса һыу алырға ярамай. Им-том итергә генә, дауаға алыу мөмкин. Ҡояш нуры төшмәгән һыу уянмаған була. Һыу алғанда “бисмилла” әйтеп, ипләп кенә, тыныс күңел менән алырға кәрәк. Уның күңеле, аҡылы бар.
Ҡояш байығас, һыуға барырға, крандан ағыҙып алырға ла ярамай — һыу пәрҙәләнгән була, йоҡлай. Әгәр шулай тура килһә, һыуҙан рөхсәт алырға кәрәк. Әйтә торған һүҙе бар:
Эй, Һыу инәһе!
Әссәләмәғәләйкүм!
Аҡбуҙатлы ҡунаҡ килгән,
Самауырға һыу кәрәк!
Һыу бир, “өлөшөм”, — тиермен!
Йәки:
Һыу инәһе! Һыу бир,
Көндөҙ килеп булманы!
Ҡояш байығанда һыу алһаң, артыңды ҡамсылау кәрәк, ти ололар. Үҙенең мәғәнәһе бар. “Әгәр һыу алғанда рөхсәт алмаһаң йәки һыуға өлөшөн һалмаһаң, Һыу инәһе артыңдан эйәрә. Шуға үҙебеҙҙе үҙебеҙ “ҡамсылай” инек. Ҡайтыр юлда һыйыҡ сыбыҡ алабыҙ ҙа ҡамсылайбыҙ. Ҡояш байығас, һыу алып ҡайтһаҡ, атай:
— Ана, ҡайтты һеҙҙең менән, һөйләшә хатта, — тиер ине.
— Кем?
— Һыу эйәһе!
— Беҙ бит ишетмәйбеҙ!
— Һеҙҙеңсә һөйләшмәй ул! — ти. — Ана, хәҙер өйгә инеп ултыра.
Ул йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә кеше булып өйгә инеп ултыра икән. “Һеҙҙең һыуығыҙ тәмһеҙ!” — тип илай, ти. Тауышы ишетелһә, шунда уҡ мылтыҡтан атҡандар. Ҡоро дары менән. Шаулап сығып китер булған.

Һыу самаһын тот — шифалы булыр

Мунсала йыуынғанда ла, бәләкәй сабыйҙы пакландырғанда ла, мәйет йыуғанда ла, кер сайҡағанда ла, иҙән йыуғанда ла һыу самаһын белеү кәрәк. Артығын тотонһаң, кейәһен (зыянын) күрәһең. Һәр ғәмәлдә пакланырға өс ҡаҙаҡ һыу етә. Мунса эйәһе: “Минең өлөшөмә керҙе”, — тип кешегә бошоноу ебәрә, ти.

Һыу инерҙән алда...

Кисен һыу йоҡоға тала. Төнөн һыу инеү ҡәтғи тыйыла. Тик бер генә төндө һыу инергә ярай: ай тулған мәл — июндең 21-23-тәренә тура килгән төн ул. Ошо ваҡыт борон түлһеҙ ҡатындар, ҡыҙҙар һыу ингән. Йәш ҡатындар һыуҙан түл, бала һораған. Төнөн һыу ингән кешенең енес көсө кәмей, зәхмәт, китмәҫ ауырыу ҡағыла.
“Һыу инер алдынан ҡапыл-ғара йүгереп, шабырлап барып керергә ярамай. “Әҙәм һыуы (тире) минән оло түгел”, ти икән һыу. Һыу инәһе асыулана, быуындан ала, ти. Ул бит һинән, минән, Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән дә оло. Рәтен белеп һыу донъяһын ихтирам итеү кәрәк”. Тирҙе һыу яратмай. Туҡтап сәләм бир, тирең кипһен, күңелең ултырһын. Һыу “ризалығы” тип, тәүҙә бер бәләкәй таш, еп йәки томбойоҡ япрағы һалаһың:
Һыу инәһе!
Иҫәнлек-һаулыҡҡа,
Таҙалыҡҡа һыу инәм,
Мине тотма — шуны тот,
Сир-сырхауымды йот! —
тиһең. Бер бөртөк сәсеңде лә шулай һыуға саҙаҡа итеп һалып була”.

“Тере һыу тылсымы — ғүмер ырымы”

“Һәр көн иртән тулы кәсә йә стакан менән һалҡын һыу эсергә кәрәк. Ил башына, ғаилә башлығына, үҙеңә һаулыҡ теләп, исемеңде әйтеп “бисмилләһир-рахмәнир-рахим” тип, аяғүрә тороп баҫып эсәһең. Тик яҡшы теләк теләйһең, һәр ағзаңа һаулыҡ юрайһың. Беҙҙең ата-бабанан, борондан килә был йола. Һыу һинең теләкте ишетә, шуға гел изге теләк, һүҙ, юрау әйт”.

Баланы мунса индергәндә, миндек менән сапҡанда әйтемләп торалар:
Һап! Һап! Һап! Һап!
Мунса ташы, бүрәнә башы,
Атаң киҫкән утын түгел,
Инәң яҡҡан мунса түгел,
Айыу, бүре балаһы!
Айыуҙай аға бул,
Бүреләй буға бул!
Ата-инәле –
Алтын ҡанатлы бул!
Минең ҡулым түгел,
Ғәйшә, Фатима (батман*, тиҙәр ҡайһы саҡ) ҡулы!
Ят та йоҡла,
Тор ҙа уйна!
Һап! Һап! Һап! Һап!
Олоно “оло” тип әйт,
Бабаны “баба” тип әйт,
Әбейҙе “әбей” тип әйт,
Ағайҙы “ағай” тип әйт,
Үҙеңдән олоно “ағай” тиң,
Үҙеңдән олоно “апай” тиң.
Һап! Һап! Һап!
С-у-у-п! Тьфү! Тьфү! Тьфү! — тип, баланың арҡаһынан аҫтан өҫкә табан һыуҙы һурып алып, ситкә төкөрөргә кәрәк. Шулай сир, күҙегеү бөтә. Бала матур үҫә. Һыу менән бергә кешегә иң яҡшы сифаттар “беркетелә”.

Өлкән кешенең миндек менән сабыныуы

Оло кеше мунса ингәндә үҙен миндек менән саба-саба ошолай һамаҡлай:
Һап! Һап! Һап!
Мунса ташы! Һап! Һап!
Бүрәнә башы! Һап! Һап!
Ала бейә алдан саба!
Һап! Һап! Һап! (кәүҙәнең алғы өлөшөн саба)
Һары бейә һырттан саба!
Һап! Һап! Һап! (ҡабырғаларын саба)
Бүртә атым былай саба! (ботон саба)
Һап! Һап! Һап!
И-һо-һо-һо!
И-и-һо-һо-һо-һо!
тип, тын ташлап, ҡысҡырып “кешнәй”. Шулай хәлең бөтмәй, киреһенсә, шәбәйгәндән-шәбәйәһең. Яман күҙ ҙә теймәй, тел-теш тә китә. Аңлатма: “Ат кешнәүе элек-электән ен-зәхмәтте ҡыуыусы, тылсымлы өн-ауаз булып һаналған. Им итеүҙә лә ул ошо мәғәнәһе булғанға ҡулланыла: эс ауыртыуын имләгәндә имсе ҡапыл кешнәп йә олоп ебәрә.

***
“Мунсала һәр бер сүмес һыуыңды үлсәп кенә алырға кәрәк. Доға уҡып исемеңде әйтеп: “Фәләндең өлөшө” тип ташҡа һыу һалаһың. Бер һалғанда бер йә өстө һалырға кәрәк. Таҡ һан булырға тейеш.
Өлөшһөҙ сабынырға ярамай. Ҡойонғанда һыуға шөкөрана тип доға әйтергә кәрәк.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Тәнемде һыу паклаһын,
Йәнемде иман паклаһын,
Аллам үҙе һаҡлаһын!
Шатлыҡта керләнергә яҙһын! — тип әйтергә.
“Кәүсәр һыуы менән таҙарынам!
Кәүсәр һыуы менән таҙарынам!
Кәүсәр һыуы менән таҙарынам!” — тип ҡойонорға!
Мунсанан сыҡҡанда һул аяҡтан сығырға һәм мунса эйәһенә өндәшеп китергә кәрәк:
“Абыстайҙар килә,
Мулла-мәзиндәр килә!
Фәрештәләр килә!”
Юғиһә, мунса эйәһе осаға тибеп ҡала, ти. Шунан кеше ауырый. Мунса тупһаһынан һул аяҡ менән сығалар. Ҡайтҡас, мотлаҡ ауыҙҙы өс тапҡыр таҙа һыу менән сайҡаталар, сөнки эҫеләнгәндә ауыҙҙа төрлө насар бүленмә йыйыла. Халыҡта иһә “пәрей тыны ҡала” тиҙәр.
Шунан һуң йылы һыу, сәй эсергә мөмкин.
Өйгә ҡайтып ултырып, мунса яҡҡан кешегә рәхмәт әйтеп, өйҙәгеләргә шифалы быу теләп, Хоҙайҙан һаулыҡ һорайҙар. “Быуың шифаға һеңһен”, — тиҙәр.

***
Мунса миндеген яғырға ярамай — битең шаҙра була.

***
Мунса һыуына кер йыумайҙар, юғиһә, кеше өлөшө хаҡына зыян килә йәки мал үрсемәй. Бер мунсала ике рәт йыуынырға ярамай. Бөтмәгән булһа, һыуҙың иҫкеһен түгеп, яңынан ташыйҙар.

Кейәү мунсаһы

Беренсе тапҡыр мунса ингәндә киленгә һыу өлөшөн тик парлы еңгә һала: шулай йәштәрҙең тормошо ҡотло була, йәш килендең ғаиләһе ишле була.
Ҡыҙ мунсанан кейәү биргән бүләк — кейемгә кейенеп сыға.
Кейәү ҙә мунсанан ҡыҙ биргән бүләктәрҙе — өҫ кейемен — кейеп сыға. Ҡаршы алған ҡыҙҙар биргән һыуҙан ауыҙ сайҡай, ҡатламаны ҡаба ла бер ҡабымды артҡа ташлай — мунса донъяһына саҙаҡа була быныһы.
Мунсанан ҡайтҡас, өс рәт ауыҙын таҙа һыу менән сайҡағас ҡына һыу йә сәй эсә ала. Юғиһә, шайтан үбә, ирен сабырта, ти. Шуны белмәһә, ҡыҙҙар уның битен ҡором менән буяй. Ултырып “Фатиха”, “Ихлас” сүрәләрен уҡырға тейеш кейәү кеше.
Кейәү мунсаға аҡса һалып ҡалдыра. Миндек эсенә йә иһә таш араһына, тәҙрә төбөнә, таҫтамалға төйнәп, йәшереп һала. Мунса әҙерләгән килендәргә бүләк, “мунса хаҡы” була ул.

“Ярға сыҡҡан боҙ — Тәңре бүләге”

Боҙ оҙатыу йолаһы

Боҙ киткәнен ҡарап ҡалырға кәрәк. “Боҙ китә! Боҙ китә! Һыу буйына барығыҙ!” — тип балалар ҡысҡырып йөрөй. Шаулап-гөрләп, ярға боҙ ташлай-ташлай китә ул һыу. Бер генә көн шулай була. Һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйтергә, һаулыҡ һорарға кәрәк.

Ҡар һыуына барыу

Оло инәйҙәр бала-сағаға, сирле-сырхауға им итер өсөн ҡар һыуын мотлаҡ йыйып ҡалырға тырышҡан. Сөнки ул һыу таҙа урындан алынһа, өҫтөнә доға “ябылһа” (доға уҡылһа), тыныс урында ултырһа, боҙолмай, айҙар буйы еҫләнмәй, шифалы сифаттарын юғалтмай. “Ҡар һыуынан ғөсөл ҡойондоҡ, икенсе ҡарға тиклем сирләмәйбеҙ тип. Аҙна буйы эсә инек, шифаһын алып”.
“Мунса тышын, мейес, келәт аҡланыҡ, ҡар һыуына аҡбур иҙеп. Бөтөн өҫ кейемдәрен керле булмаһа ла сайҡап ҡуя инек ҡар һыуына. Шулай ҡәҙерле булды ул. Әбейҙәр, ҡартинәйҙәр шулай эшләй ине. Беҙ ҙә шулай иттек”.
2013 йылда Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылында Ш.Ә. Танһыҡҡужинанан (1927 й.); Нуриман районында 2008 йылда яҙып алынды.

Ямғыр саҡырыу

Ҡоролоҡ булһа, оло инәйҙәр тау башына менеп ваҡ таш йыйып алып төшә. “Доға уҡып, әйтеү әйтеп уларҙы һыуға һалып ҡуялар. Тағы ла намаҙ уҡыйҙар. Ямғыр бер-ике көн яуғас, ул таштарҙы кире тауға мендерәләр”.
Аңлатма. Таш — борон-борондан бик ҙур тылсым сығанағы. Ныҡлығы, оҙаҡ йылдар буйы формалашыуы уны серле билге, үҙенсәлекле, хикмәтле белек йомғағы булараҡ ҡабул иттерә. Таш культы — башҡорттоң бик боронғо аманаты. Ә инде ҡояшта — Тәңрегә яҡын урында — тауҙа ятҡан таш, һыуға һалғас — һыу саҡырып ятыуына ишара.

***
Ямғыр саҡырыу өсөн борон ҡорбан салынған, уны “теләк салыу”, “ямғыр ҡорбаны” тигәндәр. Аят уҡылғас, ҡорбан ите бешкәнсе, өлкәндәр ямғыр намаҙы уҡый. Ир-ат, ҡатын-ҡыҙ айырым ултыра.
Һәр ике бәндә ихлас булырға тейеш. Ил, Ер-һыу хәлен һорап, доғала ултырғанда бөтөн йөрәгенән ҡушылып торорға бурыслы. Борон был йолаға сығыусылар кисен ниәт итеп ятһа, иртән ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейем кейенеп барған.
Һыу буйында һыу һибешеү була. Йәше, ҡарты, олоһо, кесеһе, хатта мулла үҙе лә — елән осон булһа ла һыуҙа сылатырға тейеш. Бер-береһен һыуға ташлау бөтөн ауылда ҡыҙыҡ уйынға әүерелгән. Йола хаҡы буйынса бер кем дә ҡоро кейемдә ҡалырға тейеш түгел. Өйҙәргә инә алмаһалар — мөрйәнән, ихатаға керә алмаһалар — ҡойманан, аҙбар-ситәндәргә, ихатаға, түтәлдәргә һыу һибелгән. Күнәктән һоҫоп сәсрәткәндә теләк әйтелгән. Балаларҙы инәйҙәр ауыл буйлап йүгерткән: “Барығыҙ, ямғыр теләгеҙ! Йәш кешенең теләге йәшендәй етеҙ, етер еренә етә!” — тигәндәр.
Балалар һамаҡлай:
Ямғыр, яу, яу, яу!
Иген үҫһен тау, тау,
Ваба сире булмаһын,
Астан халыҡ үлмәһен,
Яу, ямғырым, яу, яу!
Ҡара тәкә һуйырмын,
Башын һиңә ҡуйырмын,
Майын үҙем ашармын,
Тояғын һыуға һалырмын,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Майлы бутҡа бирермен,
Тәтәй ҡашыҡ бирермен,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Беҙ булайыҡ һау, һау!
Бәрәмәстән, ҡоймаҡтан
Яу силәктән
Яу иләктән! Яу! Яу!
Шулай итеп, бала һамағында бик боронғо йолалар — һыуға ҡорбан салып бағышлауҙар сағыла.
Һыу һибешкәндә тик ир менән ҡатынға һыу һибешергә ярамай — аралары һыуына. Ауыл буйлап йүгереп, шаулашып балалар ҡайтыуға ямғыр яуыр булған, сөнки йолала әҙәм ихлас була.

Тауҙа теләк

Тауҙа теләк әйтеү — айырыуса көслө сара. Тик гел изге булырға тейеш ул. Тау, һыу, ут, урман, таш янында насар теләк, һүҙ әйткән кеше “бер килеп ҡороға”, ти халыҡ.
Тауға ниәт әйтеп менәләр. Тауыш-өнһөҙ, ҡысҡырышмай ғына үргә күтәрелгәс, ултырып доға уҡыла. Бер нисә кеше ҡулға-ҡул тотоноп ҡояш әйләнәһенә табан өс рәт түңәрәк үтә:
Эй Аллаһым!
Һинең ниғмәтең киң,
Хазинаң бөйөк,
Үҙең бойор!
Ямғыр кәрәк — ямғыр бир!
Тыныслыҡ бир!
Илгә-көнгә бир!
Теләктәрҙе ҡысҡырып әйткәс, барыһы ла ҡиблаға йөҙ менән ултырып, “Фатиха”, “Нәс”, “Фәләҡ”, “Ихлас” сүрәләрен уҡый.
Тәбиғәт туған үҙ халҡына ифрат хозур. Тәбиғәткә рәхмәт уҡып, насар ҡылыҡтар өсөн ғәфү һорап, кеше көслө була. Һоҡланған һәр кеше оло сауаплы була. Менгәндә лә, төшкәндә лә тауҙа артҡа ҡарамаҫҡа! Төшөп еткәс, туҡтап, тағы ла Аллаһҡа, тау рухына, Ер-һыуға шөкөрана ҡылып доға әйтелә.
***
Ямғыр намаҙынан һуң ҡорбан итенән аш бешерелә. Барыһы теләк теләп, шөкөр әйтеп һыйланғандан һуң, ҡорбан һөйәктәрен һыуға һалып алалар. Ямғыр бутҡаһы бешерелгәс, ҡаҙанды түңкәреп, һыуға һалалар.

Һыу

Һыуға төкөрөргә ярамай — битең шаҙра була. Һыу янында һүгенергә ярамай: һыу тота, енес көсөң бөтә; һыу ағынында ҡысҡырып йырлама: һағышың арта, һыу ташҡанда ағынға ҡаршы изге теләк телә, ағым ыңғайына бошоноуыңды ебәр. Ҡара ташҡа һағышыңды һөйләп һал: ҡайғың юғалыр. Аҡ ташҡа олғашыңды һөйләп һал: теләгең юл алыр.

Ут йолаһы

Ут — изге, тылсымлы көс. Усаҡ яҡҡанда һәр ваҡыт “бисмилләһир-рахмәнир-рахим!” тип башларға кәрәк.
Алас, алас, алас!
Шайтан беҙҙән ҡас,
Ен-зәхмәте, ҡас, ҡас!
Яман беҙҙән ҡас, ҡас! —
Алас! Алас! Алас!
Аңлатма: Алас изге ут тигәнде аңлата. Боронғо төрки (монгол, бүрәт) халыҡтарында аласлама — изге ут менән дауалау йолаһы булған. Көслө был стихияға табыныу палеолит дәүеренә ҡайтып ҡала. Яман күҙҙән, сир-сырхауҙан ҡотолор өсөн сепрәкте майға манып ут төртәләр ҙә шуның менән һыйыр сирләһә лә, кеше сирләһә лә өтәҫләйҙәр ине.
“Утҡа төкөрмә — телең көрмәлер”, тиҙәр ине әбейҙәр.
Ут янында яман һүҙ һөйләмә, ҡысҡырма, кеше менән әрләшмә — көсө үҙеңә ҡаршы килә, ти. Йәйге ҡояштың иң юғары торошона арналған байрам көндәрендә (21 — 24 июндә) “ут ашатыу” йолаһы үтә ине.
Аңлатма: “Ут — ҡояштың ерҙәге илсеһе, шуға утҡа май, ит һалып, “күңелен күргәндәр”.
*батман — мул, ауыр, шифалы мәғәнәһендә.
(Аҙағы. Башы 165-166-сы һандарҙа).


Вернуться назад