Көлгән йөҙҙә — матур сырай30.08.2013
Әхмәт бабай, заман техникаһын үҙләштереп, компьютер уйындары менән мауығып киткән. Бер мәл күҙҙәре һыҙлай башлағас, окулисҡа килгән. Табип:
— Әхмәт бабай, ошо таблицалағы иң аҫҡы рәттәге хәрефтәрҙе күрәһегеҙме?
— Тә-ә-әк... “Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылды. Тиражы — 12 мең дана” тип яҙылған.

* * *
— Доктор, теш һурған саҡта ныҡ ауыртамы?
— Әлләсе, ике меңләп теш һурҙым, бер ерем дә ауыртманы...

* * *
Һеҙ ир кеше менән уның дүрт аяҡлы дуҫы араһында ниндәй оҡшашлыҡ барлығын беләһегеҙме?
Уларҙың икеһе лә түшәктә күп урын ала.
Аңлашылмаған сәбәптәр арҡаһында икеһе лә туҙан һурҙырғыстан ҡурҡа.
Икеһе лә үҙен нимә борсоғанын аныҡ ҡына аңлата алмай.
Һеҙҙең яңы әйберегеҙгә бөтөнләй иғтибар итмәй.
Бесәй яратыуығыҙҙы ла аңламай.
* * *
Кейәүгә сығырға йыйынған ҡыҙ әсәһенә:
— Әсәй, туйҙан һуң ирем мине тик күтәреп кенә йөрөтәсәкмен тип вәғәҙә бирҙе!
— Юҡ, юҡ, ризалашма, ҡыҙым. Туй үтеү менән машина алып биреүен талап ит.
* * *
Бер журнал иң яҡшы әҫәргә конкурс иғлан иткән. Темаһы — “Минең иртәм”. Мөһим шарты — әҫәр бик ҡыҫҡа булырға тейеш. Беренсе урынды алған ир былай тип яҙған: “Мин бик иртә уянам. Иртәнге ашты ашайым да өйгә ҡайтып китәм”.

* * *
Өс бур алтын тейәлгән машинаны талай. Береһе:
— Мин бер тоҡ алам, — ти.
Икенсеһе:
— Ә мин ике тоҡ!
Өсөнсөһө быларға оҙаҡ ҡына ҡарап тора ла:
— Ә мин алтын алам, — ти.

* * *
— Ергә аслыҡ ҡасан киләсәк?
— Ҡытайҙар ҡалаҡ менән ашай башлағас...


Вернуться назад