Асыштар яһарына ышанам28.08.2013
Журналистикаға ла, әҙәби ижадҡа ла төрлөсә киләләр: ҡайһы берәүҙәр дәрте булһа ла, дарманы етеңкерәмәгәнгәме, ҡулына ҡәләмде ҡыйыуһыҙыраҡ, икеләнеберәк ала, икенселәре, шик-шөбһәләрен ситкә ырғытып, уҡыусыға әйтер һүҙен һис икеләнеп тормай әйтеп бирә. Әлбиттә, бында Хоҙай Тәғәлә биргән һәләт тә үҙ ролен уйнайҙыр. Журналистикала һәм әҙәби ижадҡа аяҡ баҫҡан йәш яҙыусылар араһында Айгиз Баймөхәмәтов тәүге яҙмаларынан уҡ күҙгә ташланды. Йәш авторҙың уҡыусыға әйтә торған үҙ фекере бар, үҙенә хас тел-стиль үҙенсәлеге лә һиҙелә. Был фекерҙе ул бигерәк тә "Ҡалдырма, әсәй" тигән повесы һәм "Урын" тигән хикәйәһе менән асыҡ раҫланы. Күп һүҙ уйнатмай образлы фекер йөрөтөү, әйтергә теләгәнен көсәнмәй иҫтә ҡалырлыҡ деталдәр аша сағылдырыу — йәш яҙыусының ижади һәләтен күрһәтеп тора. Тағы шуны әйтәйем: тәүҙән үк тик ижади активлыҡ (гәзит мәҡәләләре, очерктар яҙыуҙамы, хикәйәләр тыуҙырыуҙамы) булғанда ғына, йәғни өҙлөкһөҙ эҙләнгәндә генә, әҙәби оҫталыҡты үҫтереп була. Айгиз Баймөхәмәтов бына ошо юлда тора, һәм беҙ бының ыңғай һөҙөмтәләрен асыҡ күрәбеҙ. Мин уның киләсәктә үҙе өсөн генә түгел, башҡорт әҙәбиәте өсөн дә яңы асыштар яһарына ныҡ ышанам һәм уның ижады Шәйехзада Бабич исемендәге юғары премияға лайыҡ тип иҫәпләйем. Ноғман МУСИН, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.