Әҙиптәребеҙ сафына йәш көстәрҙең өҫтәлеп тороуы бик ҡыуаныслы. Күптән түгел Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә Алмас Шаммасовтың "Яңынан тыуыу" исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты.
Йәш шағирҙың шиғри донъяһы бик үҙенсәлекле: әҫәрҙәренең йөкмәткеһе бай, тематикаһы төрлө, күтәрелгән проблемалары көнүҙәк, үҙенең фекер йөрөтөү даирәһе киң. Шиғырҙарында авторҙың үҙенә генә хас стиль һыҙаттарын күҙәтергә мөмкин. "Республикам", "Тыуған тупрағыма таянып" исемле шиғырҙары ватансылыҡ тойғоһо менән һуғарылған.
"Таянамын тыуған тупрағыма,
Был бит изге ерем, ғәзиз ер.
Салауаттар рухы һынмаған ер,
Салауаттар рухы еңгән ер", — тип йәш шағир аяғында ныҡлы баҫып тора һәм ата-бабаһының васыятын үтәргә әҙер:
"Ошо ерҙе һаҡла һәм ҡәҙерлә! —
Беҙҙең үтенес был, ейәнем.
Биҙә уны бөтә ғүмер буйы,
Арттыра күр тыуған ер йәмен!" Шағирҙың кеше ғүмере, тормош тураһында уйланыуҙары "Балаҫ ҡаға бер ҡарт", "Ҡолон", "Диалектика", "Ике ғүмер" кеүек шиғырҙарында сағылған. "Битарафлыҡ", "Кер" исемле шиғырҙары уның йәшәйеш, бөгөнгө заман тураһында уйланыуҙары, борсолоуҙары менән тулы.
Мин битараф түгел, гел һыҙланам.
Мине тартып тора бар тараф.
Мин битараф түгел заманыма.
Заманым һуң миңә ник битараф?!
Нимә көтә заманымдан йәнем,
Заманым һуң минән ни көтә?
Әйтсе, заман! Яуап көткән мәлем.
Битарафлыҡ күңелемде өтә. ("Битарафлыҡ").
Шулай уҡ йәш шағир үҙенең йәштәштәренә, уларҙың яҙмышына битараф түгел. Был турала уның йәштәр темаһына арналған шиғырҙары һөйләй. Мәҫәлән, "Ун етелә инең", "Күгәрсен хаҡында баллада", "Тыумаған бала ауазы" кеүек шиғырҙары бөгөнгө тормошобоҙҙа киң таралған киҫкен проблемаларҙы күтәреп сыға.
Ә "Кисәге батшаға" тигән шиғырында Алмас Шаммасов ил башлыҡтарының, уларҙы уратып алған ялағайҙарҙың икейөҙлөлөк, ярамһаҡланыу кеүек сифаттарын фашлай. "Хыял", "Эх, сәскәләр", "Ҡояшым", "Уйҙарым туйҙары" исемле шиғырҙарында авторҙың лирик геройы йәшлек романтикаһына бирелеп, хыял диңгеҙендә йөҙә.
Һин айҙалыр. Мин белмәйем,
Етерме буйым айға?
Буйым еталмаһа, йәнем
Атланыр аҡбуҙ тайға. ("Хыял").
Йыйынтыҡҡа индерелгән шиғырҙар тәрән фекерле булыуы менән уҡыусы иғтибарын үҙенә тарта. Мәҫәлән:
Күҙ йәштәре — мәрйенең ул
Күңелең диңгеҙендә.
Тик бәхетле сағыңда ул
Ялтыраһын күҙеңдә.
Көтәйексе. Тыуыр әле
Яңы шиғыр, яңы уй.
Эҙ юл башлай,
Һүҙ юл яра — Уйнарбыҙ шиғри туй.
Тик ашыҡмасы, ҡуй... Сатирик стилдә яҙылған "Хулиган" шиғырында егет тормоштағы ғәҙелһеҙлектәрҙе фашлай, уларҙың хужаларынан көлә, ә "Әсәйемә", "Атайыма" исемле лирик шиғырҙарында үҙенә ғүмер бүләк иткән яҡындарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, улар менән ғорурланыу тойғоһон белдерә.
Йәш шағирҙың ҡәләме үткер, фекере тос булмаҡсы. Шиғырҙары еңел уҡыла, күңелгә ятышлы, бай телле. Автор һүрәтләү сараларының бөтә төрҙәрен дә ҡулланған.
Эй, китабым, аҡҡошҡайым,
Үткер күҙле бөркөтөм,
Дуҫтарыма гөлдәр илтер,
Дошманымды өркөтөр! — тип яҙған шағирҙың киләсәге, әлбиттә, өмөтлө. Ә артабанғы шиғриәт "Яңынан тыуыу" китабында балҡыған осҡондан ялҡынға әүерелер.
Йәш шағир Алмас Шаммасовтың "Яңынан тыуыу" исемле шиғырҙар йыйынтығы республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ тип иҫәпләйем.