Хазинабыҙҙы һаҡлай алманыҡ19.11.2011
Хазинабыҙҙы һаҡлай алманыҡЛира Яҡшыбаеваның “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш” исемле китабын уҡығандан һуң үҙемдең тәьҫораттарым менән уртаҡлашмаҡсы булдым.
Яҙыусы үҙенең китабында бәхет тигән төшөнсәнең нимәгә ҡайтып ҡалыуы тураһында тәрән фекер йөрөтә. Жәлил Кейекбаев, тормошондағы тауҙай кәртәләрҙе емереп, туған башҡорт телен фән кимәленә күтәргән, көрәш, ауырлыҡтар аша сынығып, үҙенең һәләте, аҡыллы, кешелекле, изгелекле булыуы менән бөтә донъя ғалимдары араһында абруй яулаған. Ул ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһә лә, әйткән һүҙенә тоғро ҡала. Башҡорт телен фәнни йәһәттән өйрәнеп — кандидатлыҡ, фонетикаһын яҙып, докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Шулай уҡ башҡорт теленең морфологияһы, синтаксисы, диалектологияһы, топонимикаһы, фразеологияһы буйынса хеҙмәттәр яҙа, программалар төҙөй, дәреслектәр сығара. Жәлил Кейекбаев телдең иң ҡәҙерле милли хазина икәнлеген, тик уны һаҡлап тота белгәндә генә байытыу мөмкинлеге булыуын шәкерттәренә өйрәтә. Башҡорт теле грамматикаһын яҙған телдәр белгесе Николай Константинович Дмитриев, туған телде хөрмәт итеү генә етмәй, уның ҡулланыу даирәһен сикләмәҫкә, ныҡлы өйрәнергә, һаҡларға кәрәк, тип әйтер булған.
Эстонияның Тарту ҡалаһында Халыҡ-ара телселәр конгресында, Ҡазандағы телселәр конференцияһында Жәлил Кейекбаевтың танылыу алған ғилми хеҙмәттәрен баҫтырыуын һорайҙар. Сөнки юғары уҡыу йорттары уның дәреслектәренә мохтажлыҡ кисерә, ләкин нәшриәт директоры, мөмкинлек юҡлыҡҡа һылтанып, һаман да сығармай килә.
Кейекбаев ун йыл буйы алтындай бөртөкләп йыйылған “Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” китабының билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында типографияла юғалыуын бөтөнләй ауыр кисерә. Шулай ҙа ғалим бирешмәй — өс ай эсендә уның яңы вариантын нәшриәт директорының өҫтәленә илтеп һала.
Ғалим төрлө бәләләрҙән, ығы-зығынан тик милләттәр араһындағы дуҫлыҡ, татыулыҡ, бер ғаилә булып йәшәү генә ҡотҡарғанын яҡшы аңлай һәм Ер шарындағы барлыҡ телдәрҙең дә бер-береһенә туған, бер тамырҙан икәнлеген раҫлауға, дуҫлыҡ ептәрен һуҙыуға бөтә көсөн, дәртен, белемен бирә. Шуға ла уны ҡайҙа барһа ла яраталар.
Лира Яҡшыбаева ололар аманатының кеше тормошондағы тәрбиәүи әһәмиәтен оҫта һүрәтләй. Берәй етди эш башлар йәки оло юлға сығыр алдынан Жәлил Кейекбаев ауылына ҡайтып, атаһынан фатиха ала, Ҡаранйылғаға төшөп йыуына, Әүлиәләр ерләнгән Кәзә ташына барып, көс-ҡөҙрәт алып китә торған булған.
Ул төрлө форумдарҙа, симпозиумдарҙа туған тел буйынса сығыш яһап, дуҫлыҡ күперҙәре һала, ләкин республика етәкселегендә бер ниндәй ҙә яҡлау тапмай шул.
Ғалимдың иң йәнен ҡыйғаны — бөтөн донъя ғалимдары тарафынан юғары баһа алған фәнни хеҙмәттәренең китап булып сыға алмауы. Тора-бара был Ж. Кейекбаев өсөн оло фажиғәгә әйләнә. Ошо рәхимһеҙлек арҡаһында һаулығы ҡаҡшай, рәнйешле уйҙарынан күңел төшөнкөлөгөнә лә бирелә, сөнки ҡайһы бер шәкерттәр үҙҙәренең карьераһын һаҡлау маҡсатында унан ситләшә. Фән баҫыуын сәсә, һөрә, үҫтерә, тик үҙенә әллә ни рәхәтлек тәтемәй. Азербайжан Фәндәр академияһына тюркологтар конференцияһына бара, Яҡут дәүләт университеты, Алма-Ата, Баку, Ленинград, Новосибирск, Ташкент ҡалаларына саҡыралар. Атаһының фатихаһы ярҙам итәлер инде, 1967 йылда Ж. Кейекбаев бер юлы ике хөкүмәт наградаһын — Ленин ордены һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре исеме ала.
Китап йәш быуынға телем, ерем, милләтем тип фиҙакәр хеҙмәт иткән талантлы, бөйөк кешеләрҙе һаҡларға, эштәрен күрә белергә, ҡурсаларға кәрәклеген төшөндөрөү йәһәтенән бигерәк тә әһәмиәтле.
Нурия ХӘЛИЛОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Күмертау ҡалаһы.


Вернуться назад