Йола — тормошта теге йәки был хәлде ваҡиға итә, мәхшәрҙән тәртип тыуҙыра, нәфсенең самаһын сикләп ҡуя торған, маҡсатты һөҙөмтәгә еткергән мотлаҡ үтәлергә тейешле закон. “Ил йолаһыҙ булмаҫ”, “Ил йолаһына хан да буйһона” тигән боронғолар.
Меңәр йылдар буйы тупланып килгән рухи ҡануниәтте — йәшәү ҡағиҙәләрен — барыбыҙ ҙа һанлаймы? Ә йәштәр, балалар йолаларҙы беләме? Йола мәктәбенең асылын, уның үҫешен һәм тормошта нисек ҡулланылыуын Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, танылған сәсәниә Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА бәйән итә. Һүҙ — уға.
Нимә ул йола?
Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып уның менән бергә йәшәйеш тәртибен, һәр ҡәүемдең тупланып, ойошҡан дәүләт төҙөүен тәьмин иткән механизм хасил була. Төрлө халыҡтың үҙ тарихи йәше менән бер ҡатар үҫешә. Тау халыҡтарында ул мәктәп адат, ҡаҙаҡтарҙа — салт, сыуаштарҙа — йала-ерке, алтайҙарҙа ялаһ тип атала. Кеше һәм кеше — ырыу, кеше — тәбиғәт, кеше — йәмғиәт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйлау, ырыу көсөн арттырыу, сәләмәтлекте һаҡлау һәм ижади ҡеүәтте байытыу, тормош-көнкүреш талаптарын дөрөҫ камиллыҡта үтәп еткереү моделе иһә башҡортта йола тип атала һәм алда әйтелгән атамалар менән ауаздаш.
Борон-борондан башҡорт иле үҙенең төп законына — йолаға — нигеҙләнеп йәшәгән, үҫешкән. Оло хаҡы, кесе хаҡы, ҡатын хаҡы, ир хаҡы, бала йәки баба хаҡы, йәғни Кеше хаҡын фәҡәт йола ғына теүәл һаҡлаған. Олоно оло итеү, туған менән туған, кеше менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙең тейешле ыңғай барышы, йәғни гармонияһы, берҙән-бер хоҡуҡи сара — йолаға — буйһонған. Оло кеше (атай, ағай) өҫтәл янына ултырмайынса, ризыҡ ейеү тыйылған, баланы ҡаты рәнйеткән оло кеше мантымай, тигәндәр, ул битәрләнгән; махсус исем ҡушыу йолаһы үтәлмәйенсә, бала ырыу ағзаһы тип һаналмаған; ҡалым түләү, сеңләү, ҡыҙ илатыу йолаһы башҡарылмайынса, туйҙа йыуаса һибеү, һандыҡ асыу булмайынса, килен ҡаршылауҙа ығырмау таратылмайса һ.б. йолалар үтәлмәйенсә, килен икенсе ырыуҙың яңы ағзаһы, ир ҡатыны хоҡуғына ысын мәғәнәһендә эйә булмаған. Йола теге йәки был ваҡиғаны "оҙатып" бармай (ғәҙәттә, шулай фекер йөрөтәләр) йәки уның биҙәүесе лә, тулыландырыусыһы ла түгел.
Йола үтәлмәһә, донъя боҙола, яманлыҡ алға сыға. "Урал батыр" эпосында, мәҫәлән, атаһы ҡушҡан йоланы боҙған өсөн Шүлгән яман кешегә әүерелә.
Тәбиғәт тормошонда ла шулай. Үҫеүгә, етлегеүгә ҡаршы булған һәр кире ҡылығы өсөн кеше Тәбиғәттән яза ала, тимәк, артабан яҡлаусыһыҙ ҡала. Йола әхлаҡ, әҙәп тамыры булып формалаша. Торнаны үлтермә, аҡҡошҡа атма — нәҫелең ҡорор; һыуға төкөрмә, бысратма, һүгенмә — кейәһен (зыянын) күрерһең; ут менән уйнама — үкенерһең һ.б. тыйыуҙар шуны һөйләй. Ошондай тыйыу-күҙәтеүҙәр нигеҙендә йоланың тәғәйенләнеше лә асыҡлана. Йолалы ырыу ғына ойошоп, бер бөтөн булып йәшәй ала. Үҙен уратҡан донъяла тәртипһеҙ ҡыланһа, кеше көсһөҙләнә. Тәбиғәт яза бирмәй кешегә, ә бары тик ҡурсалауһыҙ ҡалдыра. Ә был инде — Тәбиғәттә кеше өсөн иң ҡаты яза. Тәбиғәттең телен белгән, яҡлаған, һаҡлаған кеше үҙе лә ошо бөйөк Көстән яҡлау таба. Шулай мәңге йәшәгән башҡорт һәм йәшәйәсәк.
Башҡорт йолаһы — тәғәйене ифрат киң, күп фунциялы этник феномен, һәм уны махсус байрам йәки сара рәүеше тип кенә аңлау милли фәлсәфәне ябайлаштырыр ине. Күренекле ғалим Абдулҡадир Инан йола һүҙен "тын", "йән", "ҡот", "ҡан", "тәртип", "ысул" төшөнсәләре менән бәйләй һәм шуға ла бик объектив фекер йөрөтә (А. Инан. Шаманизм тарихта һәм бөгөн". Өфө, 1998).
Боронғо төрки телендә "түрә" һүҙе үҙе үк йола тигәнде аңлатҡан, йәғни фәҡәт тейешле ҡағиҙә һәм хаҡлыҡ буйынса эшләп, ил-ырыу тәртибен тотоусы ғына ғәҙел Ил башлығы булып һанала алған.
Этрусск яҙмалары нигеҙендә (боронғо төркигә тиклемге графика) Ф. Латипов күп һүҙҙәрҙең, шул иҫәптән йола һүҙенең дә асылына төшөнөрлөк мәғлүмәттәр тапҡан. "Хакимлыҡ итеү өсөн кәрәкле изге доға — ҡағиҙәләр" тигән алтын дискка яҙылған бер нисә ҡағиҙәне уҡый ул. Диск, боронғо төркисә sulak, йәғни юла — бер күсәрендә үҙгәрешһеҙ әйләнеп тороусы түңәрәк. Шулай итеп, юла — предмет булараҡ үҙендә яҙылған һүҙҙәрҙең йөкмәткеһен аңлатыусы. "Юла" йолаға әүерелеп, предмет исеме күренеш атамаһын, "үҙгәрешһеҙ, үҙ көсөндә мотлаҡ үтәлергә тейешле" тигән идея функцияны эсенә ала башлай.
Йола — бер яҡтан әхлаҡи төшөнсә, йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана. Шуға ла "Йолалы ил — тәртипле", "Йолаһыҙ ил — болалы" һ.б. мәҡәлдәр йоланың законға торошлолоғон асыҡлай. Ул архаик дәүерҙән алып тормош барышын яйлаусы берҙән-бер яҙылмаған закон, именлек һәм уңыш моделе булып үҫешә. Халыҡты халыҡ итеп һаҡлап ҡалыусы мәшһүр система ул йола. Юғиһә, ошо көндәргә тиклем башҡорт йолаһы үҙ халҡының хәтерендә изге итеп һаҡланыр инеме?!
Законы, йәғни йолаһы, емерелгән ҡәүем тарихтан юғала. Йолаһын — халыҡтың рухи, әхлаҡи, физик ныҡлығын тәьмин иткән системаны — юҡ итеү милләттәрҙе ҡолға әйләндереү өсөн бик ҡулай. Октябрь инҡилабынан алып илдә үҙгәртеп ҡороу башланған осорға тиклемге 70 йылда "архаизм ҡалдығы", "варварҙар ысулы" тип иғлан ителгән был мәшһүр донъя тотҡаһы емерелде, тарҡалды, рухи ҡиммәттәрҙең күбеһе тарих буранында юғалды. Тик мәғәнәүи нигеҙе халыҡтың генетик хәтерендә һаҡлана килде. Ҡалым туй урынына "ҡыҙыл туй"ҙар үтте, башҡортҡа башҡорт исемдәрен ҡушыу һирәгәйҙе, төрлө ят бауырҙыҡы менән милләт исеме алмашынды, тәбиғәткә арналған йолалар ҡыйратылды — нәфсе ҡолона әүерелә башланы кеше. Рәсәйҙә һәм Башҡорт илендә лә шулай булды. Нәфсе ҡотортҡандан тыуған әхлаҡһыҙлыҡ, иманһыҙлыҡ, нәфрәт һәм асыу аҙҙы, еңел байығыу, эгоизм һәм индивидуаллек алға сыҡҡан дәүләттә эскелек, суицид, игенһеҙ ялан, балаһыҙ мәктәп, әсәһеҙ һәм әсәле етемдәр күбәйеп, Ил тигән бөйөк ҡәүем емерелер сиккә етте.
Башҡорттоң милли идеологияһы булған Яҡшылыҡ эшләүгә шик белдерелде. Үҙенең йолаларына таянмаған халыҡ быуат менән быуат сигендә тормош һынауҙарынан бөгөлә башланы. Бер башҡорт милләтенә генә түгел, дөйөм Рәсәй халыҡтарының рухиәтенә үлемесле көс төштө. Әммә ҡотолғоһоҙ мәл юҡ. Әгәр халыҡтың үҙ Теле, Ере, Исеме, Йолаһы бар икән, ул үҙен ҡотҡара ала әле.
Йола, әхлаҡ һәм тормош именлеге гаранты булараҡ, яңы дәүерҙә яңы мөмкинлектәре менән асыла ала. Сөнки халыҡ үҙ йолаһын, ижадын үҙ тормошо өсөн тыуҙыра, быуаттар буйы уны камиллаштыра һәм шунда нығына. Йола ижадында күңел, ризыҡ, дауа, сәнғәт, тәрбиә-тәртип, көнкүреш, ғаилә көтөү, мөхәббәт һәм тәбиғәт балаһы булыуҙың ҡәҙрәтле белеме, иң кәрәклеһе — Ҡото һалынған. Һәр тарафтың барышына үҙ йола ғәмәле бар. Һәр төрлө ваҡиғаға йәмғиәт алдында фәҡәт йола махсус санкция бирә. Йола ваҡиғаны оҙатмай, ул донъяны, хәлде, яҡшылыҡты үҙе тыуҙыра!
Мәҫәлән, сәнғәтте нисек йола буйынса үҫтерергә мөмкин? Башҡорт үҙ милли сәнғәтен камиллаштырыу өсөн ифрат талапсан принциптар, милли асылын һаҡлауға нигеҙләнгән мәктәп булдырған. Йыйын ярыштары — шуларҙың береһе. Әгәр ҡурайсының көйө ел ыңғайы — 10, ә йырсының йыры ел ыңғайы 5 саҡрымға ишетелә икән, улар "ырыу ҡурайсыһы", "ырыу йырсыһы" тигән ихтирамлы исемгә лайыҡ була. Бейеүсе иһә, үҙ бейеүен күрһәтеп, аҡһаҡалдар ҡушыуы буйынса тағы 12 быуын өҫтәп, йәнә төрлө кейек януар йә кеше булып ҡыланып күрһәтә икән — оҫта бейеүсе!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йола феноменын киң рәүештә, һәр нәмәлә кәрәкле "тәртип", "рәт" һәм мөмкинлек кеүек мәғәнәләрен күрмәй, төрлө һүҙ менән алмаштырыу әле уҡымышлыларыбыҙҙа ла күҙәтелә. Бура бурау, теге йәки был емеште йыйыу, ир һәм ҡатын мөнәсәбәттәре, бала тәрбиәләү һ.б. күренештәрҙе "кәсеп", "хеҙмәт", "ғәҙәт" һүҙҙәре менән алмаштырырға әүәҫтәр. Әммә йола — жанр түгел. Тормош итеүҙең ғәмәли сараһы ул. Ә инде һүҙ+көй+хәрәкәт+ идея берлегендә ул сәнғәти, ғәмәли-ижади импровизация феномены — жанр була. Аҡыллылар һәм ырыҫлылар ижады булараҡ эстетика, зауыҡлылыҡ һәм халыҡсанлыҡ категорияларын тоташтырыу йәһәтенән ул фольклор күренеше лә. Әммә ошо мәлдә лә йола төп функцияһын, йөкмәткеһен юғалтмай.
Өйрәнеү мәсьәләһенә ҡарап, йоланы төрлөсә асыу мөмкин. Әммә бер нәмәне асыҡ аңлау тейешле: тормош-көнкүрештә барыһы ла аныҡ тәртиптә генә бара ала. Һәр ҡайһыһының үҙ тәртибе бар, һәм ул һәр саҡ йола тигән атаманы күтәрә. "Ҡатын йолаһы", тиҙәр ҡатын-ҡыҙ айлыҡтарын; "кеменең дә — үҙ йолаһы, ҡуйсының да — үҙ йолаһы", тиҙәр белем, тәрбиәгә арнап; "ҡорт йолаһы яратмай күп һөйләүҙе", тиҙәр бал ҡортона арналған тыйыуға бәйләп... Йәғни хатта һатыу, төҙөү, йыйыу, киҫеү, күлмәк бесеүгә лә үҙ тәртибе — йолаһы бар.
Туй, ерләү-ҡуйыу, исем ҡушыу һ.б. йолалар — улар оло, мөһим ваҡиғаны ил алдында ҙурҙан рәсмиләштереп, ырыуға яңы ағза өҫтәлеүен, ә әхирәткә күскән яңы йәндең әруах булғанын раҫлай. Оло ваҡиғаларҙы бәләкәйҙәре бәйләй, һәм улар ҙа, бер тәртип, ысул, сара ролен үтәп, "йола" исемен ала. Шулай итеп, башҡорт үҙенең йәшәйеш тәртибен дә, рухиәтен-хикәйәтен дә аныҡ, төҙөк нормаларҙа камиллаштырған.
Дин — йолаһыҙ, йола динһеҙ булмай. Ислам дине халыҡ йолаһын төптән инҡар итмәй, мөмкин тиклемен үҙләштереп, байытып, ҡабатланмаҫ рухиәт мәктәбе ҡора алды. Бөгөн этносты тәрбиәләүҙә һәм әхлаҡты нығытыуҙа ошо бөтөнлөк, берҙәмлек, бергәлек ифрат кәрәкле һәм фәтүәле. Ислам дине һәм халыҡтың бик борондан килгән йолалары бер-береһен тулыландырып, яңы заманда кешегә үҫеү, рухи нығыныу мөмкинлеген аса. Мәҫәлән, архаик дәүер аңына хас ғәҙәт — ташҡа табыныу — иһә Ҡәғбә ташын ололауҙа дауам итә, ҡорбан салыу, ямғыр саҡырыуҙарҙа ямғыр намаҙы һәм халыҡ йолалары ҡушылыуы ла милләт көнкүрешендә ҡаршылыҡ тыуҙырмай, сөнки ул йолалар — Бөйөк Аллаһ яратҡан Тәбиғәт һәм уның тарафтарын ҙурлау, тимәк, Аллаһты ҙурлау тигән һүҙ. Тәбиғәткә арналған йола-байрамдарҙы, үҫемлек йә миҙгел күренештәренә иғтибар бүлеп ололау йәки махсус һүҙ, арбау әйтеү — милләттең алтын хазинаһы. "Башҡорт — тәбиғәт балаһы" тигән оло баһалы билдәне раҫлаусы мираҫ ул.
Халыҡ рухиәтенең философик күҙаллау тамырҙарын фәҡәт Х-ХI быуаттарға бәйләп һәм ислам белемен генә ҡиммәтле тип һанаған әһелдәр, ошо хазинаны "мәжүсилек" тип атап, бер һүҙ менән ҡара мөһөр һалмаҡсы. Йолабыҙҙы тамам бөтөрөүгә, юғалтыуға инде был ҡараш — ХХI быуаттағы мәкерле ҡапҡан. Мәжүсилектең үҙенең термины һәм тәғлимәте бар. Тәбиғәтте ололау йолаларын "язычество", "мәжүсилек ҡалдығы" тип дорфа ғына эш итеүселәр иһә йоланың тормошсан аҡылын, асылын һәм милләт өсөн кәрәклеген аңлап бөтмәй. Ғилми сикләнгәнлек һәм Дин менән Ғилемдең әле һаман бер йүнәлештә, бөйөк тәбиғи ғәмәли бергәлектә үҫешмәүенең касафаты был. Ике оло идеология бер бөтөнлөккә үҫешһен һәм кешелек яңы-яңы баҫҡысҡа күтәрелһен өсөн эш аҡылы кәрәк. Үҙебеҙ таяныс тапҡан мәшһүр йола мәктәбен, рух ағасын киҫеп ташлау ҡурҡынысы бар — әгәр уяу, һиҙгер һәм киң ҡарашта булмаһаҡ!
"Язык" "народ" тигән төшөнсәне алмаштыра, тимәк, "язычество" "халыҡ мәҙәниәте", "халыҡ белеге" тигән һүҙ!
Всяк сущий в ней язык
Тунгус и друг степей калмык!" — тигәндә А.С. Пушкин "язык" һүҙен халыҡ менән бер итә!
Шуға ла "язычество" термины — ғилми түгел, ә сәйәси йөкмәткеле һүҙ, үҙ хазинаһынан, тамырынан, аҡылынан, йәшәү идеологияһынан халыҡты биҙҙерер өсөн махсус уйлап табылған термин, билдәләмә ул. Ә кеше, халыҡ Тәбиғәттән тыуа һәм Тәбиғәткә ҡайта. Халыҡ та шулай.
Тәбиғәтте яратыу, һөйөү, һаҡлау, яҡлау, һәр үҙгәрешенә иғтибарлы булып байрам үткәреү — табыныу һәм ҡырағай мәжүси ҡылыҡ үрнәге түгел! Иң цивилизациялы, мәҙәни белекле, зауыҡлы, алдынғы фекерле кешенең юғары ватансыл йөрәге гражданлыҡ позицияһы, фиҙакәр эше ул! Тәбиғәт ниғмәттәре бит Аллаһы Тәңретәғәләнең илаһи емеше һәм кешегә бүләк-өлөшө. Тәбиғәтте данлау Аллаһты данлау була. Тере Тәбиғәткә яратыуҙы белдермәгәнгә, яҡлай алмай бысратҡанға күрә бит кейәһен күрәбеҙ. Бөгөн инде тәүбәгә килеп, Тәбиғәт Анабыҙҙы ҡотҡарыу юлына баҫыр ваҡыт бәндәгә.
Тәбиғәттең һәр мәленә иғтибар итеп, теләк әйтеп, яҙын Ҡарғатуй, көҙөн Сөмбөлә үткәреү һ.б. — башҡорт халҡының мәжүсилеге түгел, ә боронғо экологик белем хазинаһы ул! Кеше менән кеше нисек һаулыҡ һораша — шулай уҡ байрамдар, йолалар үткәреү тәбиғәт менән һаулыҡ һорашыу "теле" була ла инде. "Мине тотма, шуны тот!" — тип һыу инер алдынан һыуға томбойоҡ япрағы ташлау (батмаҫ өсөн); шифалы үлән, миндек алыр алдынан: "Һиндә ғәйеп юҡ, миңә дауа юҡ!" тип ғәфү үтенгәндәй һүҙ әйтеү; "Кил, Күгем, кил, Күгем, Уралдан кил — һыйыр һөтлө була!" тип, беренсе күк күкрәүҙе ҡаршылау — Тәбиғәт алдында кеселекле кешенең матур булмышы, тәртибе, асылы ул мәгәр! Тәбиғәтте буйһондорорға түгел, ә уға хеҙмәт итергә тырышҡан Аҡыллы кеше ғәмәле был! "Мәжүси" кешенән ҡалған ошо изге йолаларҙы, тәбиғәт "телен" белеүҙе кем әйтер ҡырағайлыҡ, наҙанлыҡ тип? Тере тирә-яҡҡа ихлас һөйөү мөнәсәбәте башкөлләй булғанда ғына кеше үҙенең ғорбаян идеяһынан, Тәбиғәткә баш булам тип донъя ҡырылыуға килтергән ҡырыҫлығынан, бәлки, сигенер. Ер-һыуҙы бысратыу, шартлатыу, һыу янында һүгенеү, утҡа төкөрөү, ер һатыу һ.б. — нәфсеһе аҙған кешенең эше. Ағастарҙы самаһыҙ киҫеп, Ер-әсәне — тунһыҙ, илде — үпкәһеҙ, балаларыбыҙҙы бишекһеҙ ҡалдырыуыбыҙ менән бергә туҡтауһыҙ Ер ҡанын — нефтте һурҙырып алып, беҙ, әлбиттә, ҡырағай, наҙан, тәкәббер булдыҡ. Бөгөн уның асы һөҙөмтәләрен күрәбеҙ. Тәбиғәт бит аныҡ ишаралар бирә. Таҙа һыу китә башланы, Еребеҙҙе ут ялмай, Һауа тыныс түгел... Үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы, йәнә Аллаһты, Анабыҙ Тәбиғәтте, Йоланы аңлап һөйөргә, яратырға, яҡларға өйрәнһәк, беҙ яңы, яҡшы Ваҡытҡа сығырбыҙ һәм бәхетле йәшәрбеҙ. Йолаларыбыҙ донъя гармонияһын нығытырға ярҙамсы, башҡорттоң милли әҙәбен, намыҫын нығытырға, Ҡотон ҡайтарырға, йөрәген ултыртырға затлы, кәрәкле Белек булыр.
(Дауамын киләһе йома һанында уҡырһығыҙ).