Туғандарҙың йыйылған сағы21.08.2013
Туғандарҙың йыйылған сағыБынан күп йылдар элек Туҡсоран буйындағы Ҡунаҡбай ауылының бер өйөр йылҡыһы юғала. Был өйөр тибенләп йөрөп, ошо яҡҡа (Йылайырға) килеп сыға. Эҙләй торғас, уны киләһе йылына ғына бер тау башында табалар. Йылҡылар кәмеү түгел, киреһенсә, ҡолонлап, ишәйеп киткән була. Аттарҙы эҙләп табыусылар ҡайтып, өйөрҙө шундай бер изге тауҙа тап итеүҙәре хаҡында һоҡланып һөйләй. Ауыл аҡһаҡалдары был ерҙе изгелекле, хәйерле булғаны өсөн Һаҡлы тау тип атаған һәм уны йәһәтерәк килеп күрергә ашыҡҡан.

Һөҙөмтәлә урын аҡһаҡалдарға бик оҡшаған, һәм улар бында күсеп килә башлаған. Уларҙы “һаҡлауға” күсеп килеүселәр тип, ә үҙҙәрен “һаҡлаусылар” исеме менән йөрөткәндәр. Иң тәүҙә Ҡәнзәфәр Салауатов исемле мулла башлап ултырғанлыҡтан, ауылды Ҡәнзәфәр тип йөрөтә башлағандар. Ваҡыт үтеү менән “Һаҡлы тау” ҙа үҙгәреш кисереп, Һаҡтауға әүерелә һәм ауыл халыҡ телендә — Һаҡтау, рәсми телдә Ҡәнзәфәр исемдәрен йөрөтә.
Күсеп килеүселәр Үҫәргән ырыуының Бишәй араһына ҡараған, әлбиттә, һуңынан ауылға икенсе ырыуҙыҡылар ҙа өҫтәлә. Ауылда йәшәүселәр араһында бер нисә ғаилә Сырлыбаевтар (дөрөҫө Һырлыбаевтар булыр инде) фамилияһын йөрөтә. Уларҙың нәҫел тармағы Сырлыбай – Фәхретдин – Исхаҡ – Солтан – Мырҙағәле менән башланһа, Имаметдин, Ҡыямитдин (һуғышта һәләк була), Ирғәле, Кинйәбулаттар Һаҡтауҙа йәшәне, ә уларҙың нәҫелдәре бөгөн төрлө тарафтарға таралған. Әле 15-кә яҡын ғаилә көн күргән ауылда уларҙың бер Кинйәбулат ғаиләһе йәшәй. Уның Йылайырҙа йәшәгән, партия, совет органдарында эшләп, бөгөн балаларға белем биргән улы Рәшит нәҫел ептәрен нығытыу маҡсатында туғандарын шәжәрә байрамына йыйҙы. Башта ауыл зыяраты, һуғышта һәләк булғандар обелискы, байрам урыны тәртипкә килтерелде, кәрәк-яраҡ теүәлләнде.
Туғандарҙың йыйылған сағыОшо көндәрҙә Оло тау исеме менән нарыҡланған әлеге Һаҡтау аҫтындағы Аҡатыу менән Олоһыу йылғалары ҡушылған урындағы майҙанға йөҙләп ҡунаҡ йыйылды. Ауыл эргәһе гөрләп торҙо. Ҙур тирмә ҡоролған, матур сәхнә эшләнгән, ултырғыстар ҡуйылған, ситтәрәк ҙур-ҙур ҡаҙандарҙа аш бешә, борхолдап самауырҙар ҡайнай.
Рәшит Сырлыбаев, байрам тантанаһын асып, ырыуҙаштарын ошо төбәктәге билдәле шәжәрәләр менән таныштырҙы. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Йәмил Аҙнағолов хакимиәт башлығы Илгиз Фәтҡуллиндың Сырлыбаевтарға ҡотлауын уҡып ишеттерҙе һәм байрамға йыйылыусыларҙы ихлас күңелдән тәбрикләне. Уның изге теләктәренә Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Миршат Иҫәнбаев та ҡушылды. Ырыуының тарихын өйрәнеп, милли йолаларҙы тергеҙгәне өсөн Рәшит Сырлыбаевҡа район башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Артабан Сибайҙан килгән Азат, Баймаҡтан Вәкил, Хәйбулла районынан Дим Сырлыбаевтар, 50 йыл буйына Ҡаҙағстанда йәшәгән Рәйсә Жумағолова, Бүребайҙан — Зәйтүнә Атанова, Ейәнсуранан — Гүзәл Әхмәрова, Вәсхирҙән Зифа Моталлаповалар (бөтәһе лә — Сырлыбаевтар нәҫеле) нәҫел ағасының үҙ тармаҡтары менән таныштырҙы.
Күңелдәргә дәрт өҫтәп, елкенеп сәхнәлә сығыш яһаған район мәҙәниәт һарайының “Аҡбейек”, “Шатлыҡ” ансамблдәре, Йомағужа мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре кәйефте күтәрҙе. Төрлө уйындар, ярыштар, бүләктәр йәм өҫтөнә йәм өҫтәне.
Сырлыбаевтарҙың нигеҙ ҡотон һаҡлаусы ағинәй Нуриҙә Хөснулхаҡ ҡыҙы, 80 йәшкә етеп килеүенә ҡарамаҫтан, үтә теремеклеге, айыҡ фекерле булыуы, кәңәштәре менән ауылдаштарҙы һөйөндөрҙө.
Ҡунаҡтар шәжәрә байрамын ойоштороу һәм үткәреүҙә күп көс һалған Рәшит Кинйәбулат улын ҡор башы итеп һайлап ҡуйҙы.
Байрам тамамланыуға күк күкрәп ямғыр яуа башлауын ырыуҙаштар изгелеккә, муллыҡҡа, татыулыҡҡа юраны.


Вернуться назад