Дуҫлыҡты данлап...20.08.2013
Яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры, Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Миңнуллиндың тыуған ерендә — Илеш районында — ижад кисәләре уҙҙы.

Унда Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, шағир Рафаил Зинуров, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, республиканың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов, халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәримов, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов, шағирҙар Марсель Сәлимов, Фәниә Ғәбиҙуллина, Татарстандан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Рәфис Ҡорбан, халыҡ шағиры Рәдиф Ғаташ, Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Фоат Саҙрыев, ғалимдар Ким Миңнуллин, Хатип Миңлеғолов, Фоат Ғәлиуллин, Тәлғәт Ғәлиуллин, Нурмөхәмәт Хисамов, Ғамирйән Дәүләтшин, Ренат Нәбиев һәм билдәле сәхнә оҫталары ҡатнашты.
Шағирҙың ҙур күтәренкелек менән уҙған ижад байрамы Шәммәт ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" йыйыны менән башланып китте, унан һуң Үрге Йәркәйҙәге балалар китапханаһында, район мәҙәниәт һарайында дауам итте.
Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, район мәҙәниәт һарайындағы кисәне асып, халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин исеме менән бөтә райондаштарының ғорурланыуы хаҡында һөйләне һәм уға башҡорт еләне кейҙерҙе.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың исеменән Роберт Миңнуллинға Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы.
Кисә әҙиптәрҙең һәм сәнғәт оҫталарының сығышы менән аралашып барҙы. Унда шулай уҡ Татарстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Энгель Фәттәхов килде һәм шағирҙы, уның яҡташтарын ҡотлап сығыш яһаны.
Роберт Миңнуллин Башҡортостанға һәм уның күренекле шәхестәренә арнап сығарған "Эй, ғәзиз яҡташтарым!" тигән китабын сарала ҡатнашыусыларға бүләк итеп таратты.
Онотолмаҫ осрашыуҙар ике республика дуҫлығының сағыу өлгөһө булып күптәр күңелендә һаҡланыр.


Вернуться назад