Стәрлетамаҡта уҙған VI Кейекбай уҡыуҙары билдәле тюрколог, күренекле башҡорт яҙыусыһы Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.
Ғалимдар, уҡытыусылар, уҡыусылар, киң йәмәғәтселек араһында танылыу алған фәнни-ғәмәли конференцияны Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия ойошторҙо.
Сарала Башҡортостан Мәғариф министрлығы белгесе Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Ольга Шитикова, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зинәтуллин, Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары Марат Зәйнуллин, Ғиниәт Ҡунафин, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы доценты Ғәлийән Ҡаһарманов, Ҡаранйылға ауылындағы Жәлил Кейекбаев исемендәге йорт-музей директоры Ғиндулла Шәйәхмәтов һәм башҡалар ҡатнашты.
Конференцияға республикабыҙҙың 24 ҡала һәм районынан, Татарстан Республикаһынан Жәлил Кейекбаевтың эшен дауам итеүсе 200-ҙән ашыу уҡытыусы һәм уҡыусы килгәйне.
Кейекбай уҡыуҙарында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Ольга Шитикова сараның бик юғары кимәлдә әҙерләнеүен билдәләне һәм матур йоланың киләсәктә лә лайыҡлы дауам итәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Жәлил Кейекбаевтың тәүге аспиранты булған Марат Зәйнуллин үҙ сығышында бөйөк ғалимдың яҡты һынын күҙ алдына баҫтырҙы.
— Остазым абруйлы ғалим, дәүләт эшмәкәре генә түгел, студенттарҙың көндәлек тормоштары менән даими ҡыҙыҡһынып торған ябай, хәстәрлекле кеше лә ине, — тине Марат Вәли улы. — БДУ студенттары йәшәйәсәк дөйөм ятаҡтарҙы төҙөүҙе контролдә тотоу Жәлил Ғиниәт улының иңенә һалынғайны. Был эшкә ул шул тиклем дәртләнеп тотондо — иртәнән алып кискә ҡәҙәре төҙөүселәр араһында булды. Студенттар өсөн дөйөм ятаҡтарҙың ни тиклем кәрәклеген яҡшы аңлай ине. Уның ныҡышмалылығы менән объекттар ваҡытынан алда тапшырылды. Был да бөйөк шәхесебеҙҙең үҙенә тапшырылған һәр эшкә ни тиклем яуаплы ҡарауы тураһында һөйләй.
Ғиндулла Шәйәхмәтовтың сығышы ла берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын.
— Жәлил Кейекбаевтың да тос өлөшө булған университетҡа нисә йылдар инде уның исемен биреү тураһында һөйләйбеҙ, әлегә ҡәҙәр боҙ урынынан ҡуҙғалмай. Бындай хәл менән беҙ ризалашырға тейешме? Дәүләт, хөкүмәт органдары беҙҙең тауышты ишетер һәм, Жәлил Кейекбаевтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында, Башҡорт дәүләт университетына ғалимдың исемен бирер, тип ышанғы килә. Тағы ла бер мәсьәлә хафаландыра мине: Жәлил Кейекбаевтың музейы үтә лә ҡыҙғаныс хәлдә. Ниндәй генә юғары власть органдарының ишектәрен шаҡып ҡараманыҡ, һаман бюст эшләргә теләгән кеше юҡ, экспонаттар ҙа аҙ.
Пленар ултырыштан һуң, Кейекбай уҡыуҙарында ҡатнашыусылар эште секцияларҙа дауам итте.
Красноусол ҡасабаһынан килгән апалы-һеңлеле Нурзиә һәм Нәзирә Әбделғужиналарҙың тыңлаусылар хөкөмөнә сығарған эштәре “Беҙ Кейекбай урамында йәшәйбеҙ” тип аталды. Улар олатайҙарының, өләсәйҙәренең хәтирәләрен туплап, ата-әсәләренең һөйләгәндәрен йомғаҡлап, ҙур ғына фәнни эш алып килгән. Балаларҙың III һәм IV кластарҙа ғына уҡыуҙарын иҫәпкә алғанда, был улар яғынан батырлыҡҡа тиң.
— Бөгөнгө конференцияла ҡатнашҡан һәр бер кеше Нурзиә менән Нәзирә кеүек бар күңелдәрен һалып тырышһа һәм саранан Жәлил Кейекбаевтың тәғлимәтен дауам итергә кәрәк тигән фекер алып ҡайта алһа, тимәк, Кейекбаев уҡыуҙары үҙенең алдына ҡуйған маҡсатына тулыһынса өлгәште, тип ышаныс менән әйтергә була. Мин тағы ла бер нәмәне талап итер инем ошонда килгән уҡытыусыларҙан: улар бөгөнгө саранан алған тәьҫораттарҙы, бөртөгөн дә түкмәй-сәсмәй алып ҡайтып еткереп, үҙҙәре уҡытҡан балалар күңеленә һалырға тейеш. Жәлил ағай һәр телдең, һәр һүҙҙең үҙ моңо бар, ана шул моңдо һаҡларға кәрәк, тип өйрәтә ине беҙҙе. Ә бөгөн телебеҙ шул ҡәҙәре сүпләнде, моңон юғалтып бара, шуныһы ҡурҡыныс, — тине абруйлы ғалимдың тағы бер уҡыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәрйәм Бураҡаева.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ