Хисам ҡарт ҡабаланып өйөнә инде, тунын һалды, әле генә кибеттән алып сыҡҡан ваҡ-төйәген ҡайһыһын-ҡайҙа урынлаштырҙы, сәй ҡуйҙы, телевизорын ҡабыҙҙы. Ҡарсығы берәр аҙна тороп ҡайтырға Өфөгә, ҡыҙҙарына, киткәйне. Ҡартҡа донъяны яңғыҙ көтөргә тура килә.
Ә телевизорҙа һаман шул бер балыҡ башы. Тегендә шартлаған, бында янған, унда урлағандар... Телевизор ни ул юҡ-бар менән ваҡланып маташмай, миллион-миллиардтарҙан ғына һуҡтыра. Имеш, береһе ярты ҡаҙнаны кеҫәһенә һалған да: "Ул аҡса минеке түгел, ҡатынымдыҡы. Минең бисәм шәп бит!" — тип маҡтанып йөрөй, ти. Икенсеһе маҡтанып ҡына сикләнмәгән, заманында Бөйөк Британия королдәре йәшәгән һарайҙы һатып алған. Өсөнсөһө иң шәп курорттарҙың береһенә самолетҡа фәхишәләр тейәп алып барып, "пәрей туйы" ойоштороп, бар донъя байҙарын шаҡ ҡатырған. Етеп ҡараһындар әле, йәнәһе лә, уға!.. Шуныһы ғәжәп: ситтекен урламайҙар бит, ас-яланғас ҡалдырып, үҙ ватандаштарын талайҙар.
Хәйер, әҙәм балаһы... Ауылда әҙме ни ундай бәндәләр. Хисами ҡарттың ғүмер иткән төйәгендә, йәғни оло юлда ятҡан ошо ҙур ауылда ла халыҡ сыуаланды. Килмешәктәр күбәйҙе. Барыһын танып бөтөрлөк тә түгел. Йүнле әҙәмдәр булһа бер хәл. Йыйын тиктормаҫ һуҡбайҙар. Бер йотом хәмергә ата-әсәһен һатып ебәрергә әҙер сәрхүштәр. Ситтекен дә урлайҙар, үҙ өйөндәген сығарып атҡарыуҙан да тартынып тормайҙар. Был мәсьәләлә һис кенә лә мәскәүҙекеләрҙән ҡалышмайҙар.
Кибеткә яҡын ғына торғанғалырмы, Хисам ҡартҡа килеүселәр ҙә юҡ түгел. Береһе иҫке телевизор күтәреп керә, икенсеһе — ҡырылып бөткән келәм. Имеш, арзанға ғына бирәләр. Күрергә теләмәй ундайҙарҙы Хисам ҡарт, елтерәтеп ҡыуып сығара.
Әле бына яңы ғына, ярты сәғәт самаһы элек кенә... Ун-ун биш минутҡа кибеткә сыҡҡайны. Донъяһын да бикләп торманы. Ҡабаланып килеп ҡапҡаһын асһа, әлеге әтрәғәләмдәрҙең береһе йортонан сығып килә. Иңбашына ит һалған, һуғым ботон. Сибек кенә әҙәм ҡалдығы, саҡ күтәреп, ҡалтырана-ҡалтырана атлай.
— Нишләп йөрөйһөң бында?! — тине Хисам ҡарт, тегене һалып осороуҙан үҙен саҡ-саҡ тыйып ҡалып.
Уныһы тағы ла нығыраҡ ҡалтыранырға кереште.
— М-мин... м-мин...
— Һин шул, әҙәм аҡтығы! Ҡатыныңдың, балаларыңдың ауыҙынан өҙөп, һуғымыңды һатып эсергә булдыңмы?..
Сәрхүш ҡалтыраныуҙан туҡтаны. Әллә ҡыуанып та китте инде.
— Юҡ... эйе... юҡ...
— Нимә "эйе", нимә "юҡ", мөртәт?!.
— Х-ҡатыным, б-бала-сағам юҡ. Ә-әйе, итте һ-һатам. Арзан ғына. Тулайымына бер мең бирһәң...
— Ҡырҡ килограмм ботто бер меңгә?.. Бына эскелек ни эшләтә?! Мине кем тип беләһең хәрәмгә ҡыҙығырға? Алкаш! Бур! Юғал күҙ алдымдан хәҙер үк!
Телевизорын онотоп, Хисам ҡарт ошо йәмһеҙ күренеште яңынан күҙ алдынан үткәрҙе. Үткәрҙе һәм... кемдер ҡапыл маңлайына әлеге бот менән "дөп" итеп тондорғандай булды. Ул йүгереп ишек алдына сыҡты. Келәтенә кереп ут ҡабыҙҙы. Өрлөктә үткән аҙнала һуйған һуғымының бер генә бото эленеп ҡалғайны...