Республикабыҙ көҙгөһө16.08.2013
“Башҡортостан” гәзитенә арнап
Илебеҙ киңлектәрендә
Ниндәй эш, яңылыҡ бар,
Уңыштар, етешһеҙлектәр,
Бейеклектәр, асыштар —
Барыһын һөйләп тораһың,
Һин байһың мәғлүмәткә:
Аң-зиһендәрҙе байытып,
Дәрт өҫтәйһең йөрәккә.
Һине уҡып, бик күптәрҙең
Асылған теле, күҙе.
Һәр мәҡәләң — үҙе әҫәр,
Йәнгә яҡын һәр һүҙең.
Башҡортостан көҙгөһө һин,
Һин — етәксе, әйҙәүсе.
Тарих тамырҙарын байҡап,
Киләсәккә бәйләүсе.
Һин — аҡһаҡал бабайыбыҙ,
Һин — уҡытыусы, табип.
Кемгә ниндәй ярҙам кәрәк —
Һинән алабыҙ табып.
Яңы бешкән икмәк кеүек,
Һиндә көс, һиндә дауа.
Килмәй торһаң өйөбөҙгә,
Етмәгәндәй һыу, һауа.