Һағыш16.08.2013
Һағынам мин тыуған ауылымды,
Унда үткән бала сағымды.
Унда үткән мәктәп йылдарымды,
Ауылымда ҡалған йәремде.
Һағынам мин тыуған ауылымды,
Томбойоҡло зәңгәр күлдәрен,
Йылғаларын, йәшел урмандарын,
Наҙлап иҫкән йылы елдәрен...
Һағынам мин тыуған ауылымды,
Сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙарын,
Көйәнтәләр аҫып, һыу ташыған
Алһыу йөҙлө сибәр ҡыҙҙарын.
Һағынам мин һине, Башҡортостан!
Һағышымдан йөрәк теленә.
Ҡанаттарым булһа, ҡоштай осоп
Ҡайтыр инем тыуған илемә.
Хәтерләү
Йылдар, юлдар үтеп, ҡайтып киләм
Атай-әсәйемдең өйөнә.
Туғанҡайым усаҡ һүндермәгән —
Йөрәккәйем шуға һөйөнә.
Зыяратҡа килеп башты эйәм,
Бында ята атай-әсәйем.
Мин уларҙың фатихаһы илә
Намыҫ менән ерҙә йәшәйем.
Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡтыр инде,
Һорап тормай һинән, минән дә.
Айыра ул туған-тыумасанан,
Айыра ул тыуған илдән дә.
Был донъяла беҙ бит ҡунаҡ ҡына,
Матур тормош ҡороп йәшәнек.
Килер быуын бер саҡ урын алыр, —
Тик изгелек кенә сәсәйек.