Оло рәхмәт һеҙгә, остаздар!16.08.2013
Раян Вахитов 1936 йылда Салауат районы Бишәүҙәр ауылында тыуған. Арҡауыл урта мәктәбен тамамлағас, Өфө нефть институтында, һуңынан аспирантурала уҡый. Диссертация яҡлағас, күп йылдар буйы фәнни эш менән шөғөлләнә. 110 баҫма фәнни эше бар, ул — 24 уйлап табыу патенты авторы. 2000 йылда Халыҡ-ара информатика академияһы академигы итеп һайлана.
Күпме йылдар-юлдар үтеп, тағы
Ҡайтып киләм тыуған яҡтарға.
Һағыш тулҡындары ирекһеҙҙән
Алып китә бала саҡтарға.
Иҫкә төшә: һуғыш ғәрәсәте
Нисек яҙмыштарҙы тапаны!
Әле генә бөрөләнгән йәшлек
Бар көсөнә сәскә атманы.
Етем ҡалды бала саҡтар, йәшлек
Атайһыҙлыҡ ине ул саҡтар.
Минең атай ҙа бит ятып ҡалды,
Ҡалды Волга ярын ҡосаҡлап.
Һуғыш һөрөмөнән сәсәй-сәсәй,
Үлән көйшәп, астан аумай саҡ,
Мәктәп юлын тайпылмайса үтте
Беҙҙең сабаталы бала саҡ.
Ҡыштар килһә, һалҡын кластарҙа
Дер-дер ҡалтыранды балалар.
Туңа ине хатта яҙырға тип
Ҡоромдан эшләнгән ҡаралар.
Тик ас-яланғаслыҡ уртаһында
Маяҡ булды ғилем мәккәһе —
Барыбыҙға өмөт нуры һирпкән
Йүрүҙән ярындағы мәктәбем.
Дәүер упҡынынан йолоп алып
Ҡалды уҡытыусы һүҙҙәре.
Йәшәүгә дәрт биреп, наҙлап ҡына
Ҡарай ине уның күҙҙәре.
Остаз һүҙе гәүһәр икәнлеге
Килмәй ине ул саҡ башҡа ла.
Инде белдек: киң йыһанды яулау
Хәреф таныуҙарҙан башлана.
Уҡытыусы хөрмәт итә белде
Тормошта ла оло-кесеһен.
Алтын хәрефтәрҙән яҙыр инем
Мәктәбемә улар исемен.
Дүрт күҙ менән ҡарап остаздарға,
Йотлоғоп та тыңлап һәр һүҙен,
Зиһененә һәр кем фекер туплап,
Тәрән белем алды үҙенә.
Йотлоҡ йылдарында белем алыу
Һынау ине беҙҙең тиңдәргә.
Тәүәккәлләп оло юлға сыҡтыҡ,
Ил ғәмдәрен алып иңдәргә.
Мең-мең рәхмәт һеҙгә — остаздарға,
Аҡбур тотоп, аҡ нур һипкәнгә,
Ғилем тауҙарына алып менеп,
Бәләкәсте кеше иткәнгә.
Мәктәбем, һин ҡалдың ғүмерлеккә
Беҙгә яҡын, тоғро дуҫ булып.
Яҡтылыҡҡа өндәп, ярҙамға тип,
Торған кеүекһең һин ҡул һуҙып.