Рекордтар китабына индереләсәк14.08.2013
Рекордтар китабына индереләсәкҠалтасы ауылында “Көмөш арҡан-2013” өсөнсө төбәк-ара мари бейеүҙәре конкурсы үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 23 бейеү коллективы ҡатнашты.

Концерттан һуң байрамда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар Ҡалтасы ауылының төп урамы буйлап бейергә төшөп китте һәм, 2300 метрға һуҙылып, “Донъяла иң оҙон Көнсығыш мари бейеүе” номинацияһында донъя рекорды ҡуйҙы. Халыҡ-ара рекордтар һәм ҡаҙаныштар агентлығы президенты район хакимиәте башлығына тантаналы шарттарҙа рекордтың раҫланышы тураһында сертификат тапшырҙы.
— Был ҡаҙаныш тураһындағы мәғлүмәт Гиннесстың рекордтар китабына ебәреләсәк, — тип хәбәр иттеләр Ҡалтасы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Әйткәндәй, Ҡалтасы ерендә ошондай фестиваль 2011 йылдың июлендә үткәйне. Тап бына шул саҡта рекорд оҙонлоғо документтар менән раҫланғайны: ул саҡта бейеү 1 километрға һуҙылғайны. Дөйөм ҡатнашыусылар һаны 2600 кешенән ашып киткәйне.


Вернуться назад