Һәйкәл булып ҡайтты Мостай14.08.2013
Һәйкәл булып ҡайтты МостайӨфөлә Профсоюздар йорто ҡаршыһында әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, мәшһүр яҙыусы Мостай Кәримгә һәйкәл төҙөлә.

Көҙгә шағирҙың 94 йыллығына асылырға тейешле һәйкәл тирәһендә төҙөкләндереү эштәре ҡыҙыу бара. Мәскәү скульпторы Андрей Ковальчуктың проекты буйынса 6 метрлыҡ “алға ҡарап атлап барыусы” Мостай Кәримдең бронза һыны артында уның әҫәрҙәрен сағылдырған бейек композиция төҙөлгән.
Бында ял итеүселәр өсөн аллея, сәскә түтәлдәре һәм фонтандар буласаҡ. Асфальт урынына шаҡмаҡлап ваҡланған таш түшәләсәк. Мостай Кәримдең үлемһеҙ, фәһемле әҫәрҙәрен быуындан-быуынға еткереү, исемен мәңгеләштереү маҡсатында ифрат ҙур, әһәмиәтле эш башҡарыла.


Вернуться назад