Королева Өфөгә ниңә килгән?14.08.2013
— Мин әсәйемде егерме йылдан ашыу күргәнем юҡ. Ул иҫәнме-юҡмы?.. — Донъяға билдәле бейеүсенең был әрнеткес һүҙҙәре королеваны тетрәндерҙе.
— Теләйһегеҙме, мин СССР-ҙа йөрөп ҡайтам. Әсәйегеҙҙең хәлен дә белермен, — тине, уны тынысландырырға тырышып, Иордания королеваһы Дина бин Абдель Хамид.
— Юҡ. Һеҙҙе барыбер ул илгә индермәйәсәктәр, — Рудольф Нуриев өмөтһөҙләнеп кенә яуап бирҙе.
— Бына мин әйтте тиерһегеҙ! СССР-ға барам һәм әсәйегеҙҙән сәләм алып киләсәкмен. Һеҙ ышанығыҙ ғына...
Был хәл 1977 йылда булған. Ул ваҡытта СССР тигән ҡеүәтле илгә килеүе лә, унан сығыуы ла ҡатмарлы тип иҫәпләнгән. Шуға ла “тимер ҡорған” осоро тип тә нарыҡлағандар. Шулай ҙа бер заман Мәскәүгә Иорданияның королеваһы килеп төшә. Хөрмәтле шәхес баш ҡалаға килеп еткәс тә, Өфөгә юлланырға була.
“Илдә булғас, берәй мосолман төбәген дә күреп китергә ине. Етмәһә, үҙем менән бүләккә Ҡөрьән дә алғанмын”, — тип аҡлана королева.
Уның теләгенә ҡаршы тороусы булмай. Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре лә бер ни ҙә төшөнөп өлгөрмәй. Нимәгә кәрәк һуң королеваға Өфөгә барыу? Баҡтиһәң, Иорданиянан килгән ҡунаҡ Рудольф Нуриевтың әсәһе менән осрашыу өсөн сәфәр ҡылған икән! Һәм королева, маҡсатына өлгәшеп, ҡыуанып ҡайтып китә. Был уйҙырма түгел. Ошо ваҡиғаның шаһиттары ла бар. Шуларҙың береһе — ФСБ полковнигы Йәүҙәт Исҡужин әле Өфөлә йәшәй.
Атаҡлы бейеүсе Рудольф Нуриевтың яҙмышына бәйле “Визит” (“Сәфәр”) исемле нәфис фильм тиҙҙән донъя күрәсәк — ошо үҙенсәлекле проект Башҡортостан Президентының 5 миллион һумлыҡ грантына эйә булған.
— 1977 йылғы ваҡиға хаҡында кино төшөрөргә күптән теләк бар ине, — тине матбуғат конференцияһында “Визит” фильмының режиссер-ҡуйыусыһы Булат Йосопов. — Әммә был проект ярайһы ҙур сығымдар талап итә. Бәхеткә күрә, республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов мәҙәниәтте үҫтереү өсөн грант булдырҙы һәм Рудольф Нуриевтың тормошона бәйле фильм уға лайыҡ тип табылды.
Режиссер белдереүенсә, нәфис фильм декабрь аҙағында әҙер буласаҡ. Октябрҙә Париждағы ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында уның өлөшөн презентациялау күҙаллана.