“Серле хазина”ла нимә бар?14.08.2013
“Серле хазина”ла нимә бар?Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә өс телдә "Серле хазина" тип аталған йомаҡтар китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡтың төҙөүсеһе — ғалимә Фәнүзә Нәҙершина, инглиз теленә тәржемәсеһе — Элла Созинова.

Был китапҡа башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә башҡорт халҡының киң таралған йомаҡтары ингән. Ул һәр йәһәттән баланың аң-зиһенен байытыр, уйланырға мәжбүр итер, телмәр үҫешенә йоғонто яһар тип тулы ышаныс менән әйтергә була. Һәр йомаҡҡа сағыу һүрәттәрҙе рәссам Лариса Майорова эшләгән.
Йомаҡтар эсенә йомолған сер кескәйҙәрҙе уйланырға, һүрәттәрҙе ҡарап һүҙҙең нимә хаҡында барыуын белергә ярҙам итәсәк. Башҡорт, урыҫ, инглиз һүҙҙәрен өйрәнеүгә ҡулланма булараҡ та уҡыусыны ҡыҙыҡһындырыр “Серле хазина”. Был серҙәргә бай китапты “Башҡорт китабы йорто” магазинында (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2) алырға мөмкин.


Вернуться назад