Торатауҙы күптәр үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ белә. Ә инде башҡорттар өсөн ул — изге тау, сөнки халҡыбыҙҙың ырыу башлыҡтары борон-борондан ошо урынға йыйылып, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итер булған. Тарих төпкөлөнән килгән был йолаға тоғро ҡалып, республикабыҙҙың йәмәғәт ойошмалары, шулай уҡ күренекле ижадсылар Торатау итәгендә йыйылды.
Был сарала "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге, "Аҡтамыр", "Туған тел", "Аҡһаҡалдар ҡоро", "Башҡорт тархандары" ойошмалары әүҙемлеген күрһәтте. Ә инде Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың, филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәновтың, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның ҡатнашыуы йыйынға йәм өҫтәне.
— Алда әле башҡараһы бик күп эштәребеҙ бар, — тине "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов. — Оҙаҡҡа һуҙмай ғына Торатау янында Ырыуҙар ташы һәйкәлен ҡуйырға кәрәк. Ул ябай һәйкәл түгел, ә халҡыбыҙҙың ғорурлығы буласаҡ. Шуға ла уны бойомға ашырыу өсөн һәр милләттәшебеҙ хәленән килгәнсә ярҙам итһәсе.
Йыйынға килгәндәр, эште оҙаҡҡа һуҙмай, үҙҙәре үрнәк күрһәтте. "Һә" тигәнсе улар ярайһы ғына күләмдә аҡса йыйып та ҡуйҙы. Ырыуҙар ташы һәйкәле ана шундай халҡына тоғро һәр кешенең матди ярҙамы менән ҡуйыласаҡ та. Ил төкөрһә, күл була, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.
Йыйында шулай уҡ аҫабалыҡ хоҡуғына, милли мәғарифҡа бәйле мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Ултырыштан һуң һәммәһе лә Торатауға күтәрелде. Унда Башҡортостан Диниә назаратының йәштәр бүлеге мөдире Айнур Арыҫланов именлек һәм татыулыҡ теләп доға ҡылды.