Барған саҡта ҡыҙырып Уралды13.08.2013
"Донъя цивилизацияһы үҫешенә башҡорт халҡы индергән өлөш"
тигән баш аҫтында үтә Екатеринбург ҡалаһындағы был конференция. Һәм бына беҙ өлкә башҡорт үҙәгендә. Милли кейемдәр кейгән егет һәм ҡыҙҙар сәк-сәк тотоп ҡаршы алды. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының гимндары яңғыраны — йыйылыш шунда уҡ етди һәм тантаналы төҫ алды.
Беренсе һүҙ БДУ профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Нәзир Ҡолбахтинға бирелде. Докладын юлда уҡ үҙенең рөхсәте менән уҡып сыҡһам да, һәр юлын, һәр фекерен доғалай күреп диҡҡәт менән тыңланым. Яңғыраған һәр һүҙ уйландыра, тетрәндерә, көйөндөрә лә, һөйөндөрә лә. Әлбиттә, гәзит битенә ярашлы мәҡәлә яҙғанда был сығышты бөтә яҡлап тәфсирләп булмай, шулай ҙа ул залда булмағандар өсөн фәһем бирер ине тип уйлап, ҡайһы бер урындарына туҡталып китеү фарыздыр.
"Уралда ла, Волга буйында ла урта һәм унан алдағы быуаттарҙа йәшәгән халыҡтар быуаттар һуҙымында туҡтауһыҙ әйләнеп торған тарих тирмәне таштары аша үткән, ҡайнар тарихи катаклизмдар һандалында туҡмалған. Мәгәр, беҙҙең инаныуыбыҙса, башҡорттарҙың төп этник өлөшө (мин әйтер инем — ойотҡоһо. — Т.Ғ.) урындағы ер эшкәртеүсе халыҡ булған. Бронза һәм тимер эпохаһы археологик мәғлүмәттәре ошоно раҫлай".
Артабан докладсы IХ–Х быуатта уҡ дәүләт булып ойошоп йәшәгән башҡорттар булыуы хаҡында Ибн-Фаҙлан ҡалдырған яҙмаларға ентекле туҡталды. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Ибн Фаҙлан "Башҡорт иле" тип атаған дәүләттең сиктәре асыҡтан-асыҡ күрһәтелгән! Уның бер сиге Илек-Яйыҡта булһа, көньяҡлап Волганың (Ителдең) һул яҡ яры буйлап үтһә, Ҡондырса, Ҙур Серемшан, Зәй, Шишмә йылғалары буйлап төньяҡҡа һуҙыла. "Башҡорт иле" үҙе иһә бесәнәк, уғыҙ, Волга болғарҙары кеүек бик көслө дәүләттәр менән сиктәш йәшәгән. Күршең көслө булғанда мөсһөҙ булып буламы? Әгәр Башҡорт иле шундай ҡеүәткә эйә булмаһа, күршеләре, уны, моғайын, ике ҡабып бер йотор ине. Юҡҡамы ни Бағдад хәлифәтлегенән килгән был илселәрҙе: "Башҡорттар үҙ ерендә теләһә кемгә йөрөп ятырға рөхсәт итмәй: үлтерәләр!" — тип иҫкәртәләр.
Юғары уҡыу йортонда белем алған сағымда был хаҡта икенсе төрлөрәк уйлауым иҫемә төштө. "Кит инде, нисек үткән-һүткәнде үлтереп тораһың? Ҡанһыҙлыҡ был!" Эйе, шулайыраҡ фекер йөрөткәнем иҫемдә. Үкенескә ҡаршы, унан һуң ҡырҡ йыл йәшәлгән ғүмер алыҫтағы ата-бабалар тотҡан юлдың дөрөҫлөгөн танырға мәжбүр итте. Үҙ илеңдә үҙ телеңде уҡытырға ҡурҡып ултыр әле?! Ләкин... артабан тыңлар кәрәк. Уйҙарыма бирелеп китеп, докладсы артабан яңғыратҡан фекерҙәрҙе ишетмәй ҡалыуым бар. "Ә ошо саҡ, — тип сығышын дауам итә Нәзир Мырҙабай улы, — башҡорт халҡының этник тамырын барлыҡҡа килтерешкән икенсе халыҡ көньяҡтағы дала ҡаҙандарында өйөрөлгән, үҙгәрештәрендә ҡатнашҡан, бөтә ҙур һәм бәләкәй һуғыштарҙың үҙәгендә торған.
Башҡорт хандың исеме төньяҡ Кавказ, төньяҡ Африка һәм Паннопияла, Дунай йылғаһы тамағында, Бөйөк Киев кенәздәре дружинаһында булған ваҡиғалар өйөрмәһендә бик йыш телгә алына. Ә инде монгол баҫҡынсылары ябырылғас, был күсмә ҡәбиләләр урыҫ далалары аша Волганың үренә ағыла һәм унан, Бәләбәй-Бөгөлмә ҡалҡыулығы аша, Башҡорт иленә үтеп инә. Шуныһы ҡыҙыҡлы: был күсмә ҡәбиләләр, башлыса, ҡыпсаҡтар Башҡорт иленә яу асмай, башҡорттар үҙҙәре лә ҡаршылыҡ күрһәтмәй. Урындағы халыҡ, башҡорттар, уларҙы ҡабул итә, һәм этник симбиоз барлыҡҡа килә. Ике этник тамырҙың ҡушылыуынан йәшәргә һәләтле, көслө этнос хасил була. Ул күп тарихи катаклизмдарҙы еңеп, егерменсе быуат башында Рәсәй ҡанаты аҫтында үҙаллылыҡ алырға һәләтле булып сыға".
Артабан докладсы Башҡорт иленең төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш яҡтарында йәшәгән гәйнә башҡорттарының хәленә байҡау яһаны. 1557 йылда Рәсәйгә ҡушылған был халыҡтарҙың нисек колонизацияға дусар ителеүе һәм әкренләп үҙ ерендә үҙ хоҡуҡтарын юғалта барыуы, Строганов крәҫтиәндәренең уларҙы аҫаба ерҙәренән яҙҙырыуын һөйләне. Ә бит гәйнәләрҙең ерҙәре Пермдән төньяҡтараҡ аҡҡан Мулла йылғаһы буйлап үткән була! Әле беҙ сәфәр сыҡҡан Свердловск өлкәһендә, Екатеринбург ҡалаһында һәм уларҙың эргә-тирәһендә йәшәгән боронғо ҡатай, һеңрән, терһәк, бикәтин, һалйот, һыҙғы, ҡалмыҡ ҡәбиләләренең дә артабанғы яҙмышы гәйнәләргә оҡшаш: шул уҡ ҡыҫырыҡлау, шул уҡ ерҙәренән мәхрүм ителеү. Был яҡтарҙа ун һигеҙенсе быуатҡа тиклем башҡорт аҫабалары йәшәгәнлеге тураһында хәҙер йылға, күл, тау исемдәре генә һөйләй. Ҡатай острогы, Билимбай заводы, Тамаҡкүл, Терһәк, Үрге һәм Түбәнге Санда, Башҡорт, Иш ауылдары, Ҡыҙылбай һәм Ҙур Бөркөт күле, Ҡурғандағы Башҡорт ауылы бар, элекке эш ҡағыҙҙарында бында ХVIII быуатта Бачкар (Бачкур), Терһәк өйәҙҙәре, Барҙым йылғалары булыуы телгә алына.
Әлбиттә, башҡорттар был ерҙәргә үҙҙәренең хужалығын, тимәк, аҫабалығын, "рәхим ит!" тип биреп тормаған. 1718 йылдарҙа Гумеш һәм Полевск руда ятҡылыҡтарын эшкәртә башлағас, һалйот өйәҙе сотнигы Субар батыр, халыҡты ойоштороп, килмешәктәрҙең төҙөй башлаған объекттарын пыран-заран килтерә. Был болаларҙың сигенә сығырлыҡ булмағас, Екатеринбург эргәһендәге Үрге Уҡтөҫ ауылы янында "Горный Щит" төҙөйҙәр, Себер драгун полкын саҡырып алып, уға башҡорт эҙәрләүенән һаҡлау һәм башҡорт ерҙәренә һаман эскәрәк, төпкәрәк үтеп инеү бурысын йөкмәтәләр. Әле беҙ юлланған Екатеринбург заводтарының төҙөлөү тарихына туҡталып, рус яҙыусыһы Мамин-Сибиряк: "Екатеринбург ҡалаһы элекке Башҡортостандың йөрәк тамырынан аҡҡан Исет йылғаһы буйында башҡорт бунттарына ҡаршы оплот булараҡ төҙөлдө", — тип яҙған. Ә мин иһә бәләкәй саҡтан ололарҙың:
Әй, Уралым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай һары ла талдарың,
Аҫтарынан уның тамып ҡала
Атай-олатайҙарҙың ҡандары, —
тигән йырҙарҙы ишетеп үҫтем. Һәм үҙемдең, ныҡ ҡына ҡыҙыҡһыныусан бала булһам да, бер ҡасан да: "Ул ниндәй ҡан? Тал осонан ҡан тама тиме?" — тигән һорау менән ололарҙың теңкәһенә тейгәнемде хәтерләмәйем. Күрәһең, аҡыл ни хаҡта һүҙ барғанлығын аңламаһа ла, йөрәк тойғандыр, һиҙенгәндер...
Шулай итеп, докладсы фекеренсә, руда табыу һәм эшкәртеү эше көсәйгән һайын ҡатай ырыуы башҡорттары ситкәрәк һибелә: бер өлөшө, һалйоттар, Башҡорт Урал артының төньяҡ-көнсығыш яғына тартыла, көтөүлек ерҙәре Тубыл, Ишем йылғаларына етә һәм "ялан ҡатайҙары" тип йөрөтөлә башлай; ҡатайҙарҙың икенсе бер өлөшө көньяҡ-көнбайышҡа — Башҡортостандың үҙәгенә ҡарай ынтыла һәм "тау ҡатайҙары" тип исемләнә. Ошо рәүешле күп һанлы оло ҡатай ырыуы ХVIII быуатта айырыуса көсәйгән колониаль сәйәсәт арҡаһында "ялан" һәм "тау" ҡатайҙарына бүленә. Тарихсы Б.О. Долгихтың әйтеүенә ҡарағанда (ә ул Себерҙе һыбай йөрөп 8 йыл дауамында өйрәнгән), башҡорттарҙың күсмә йәйләүҙәре Төмәндән бары 20 саҡрым алыҫлыҡта булған. Әммә ҡалмыҡ һәм ҡаҙаҡтарҙың туҡтауһыҙ һөжүме арҡаһында ҡара һәм барын-табын, үпәй, ҡошсо һәм башҡа башҡорт ырыуҙары үҙҙәренең мәҡәм тотҡан ерҙәрен Тубыл һәм Уй-Туғыҙаҡ йылғалары менән сикләргә мәжбүр.
Һәр хәлдә башҡорттар үҙ заманында ҙур территорияға эйә халыҡ була: майҙаны — 336 мең квадрат километр! Хәҙер ул 143,6 меңгә ҡалған. Әммә докладсы: "Ҡулдан киткән 192 400 мең квадрат километр ерҙе ҡайтарыу тураһында һүҙ алып бармайым мин, — тине. — Һүҙ икенсе мәсьәлә хаҡында бара: башҡорттар, килеп тыуған хәлдәр арҡаһында хәҙерге Татарстандың, Пермь, Свердловск, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытауҙың биләмәһендә йәшәп ятһындармы, элекке аҫабалыҡ хоҡуғына эйә халыҡтар булараҡ, ошо ерҙәрҙе файҙаланырға һәм унда үҙҙәренең мәҙәниәтен үҫтерергә хоҡуҡлы".
Әйтерең бармы? Профессорҙың әйткәндәре күңелгә майҙай ята ла бит! Кеше кешегә дуҫ, иптәш һәм туған булған мәҙәниәтле йәмғиәттә ул шулай булырға тейеш тә бит! Әммә әлеге телгә алған лозунгты маяҡ итеп күтәргән социалистик йәмғиәттә лә милли мәсьәлә тейешле үҫеш шарттарын һәм Хөкүмәт яҡлауын таба алманы. СССР-ҙың тарҡалыуында ла иң ҙур сәбәп милли мәсьәләгә тейешле иғтибар бүленмәүе булды түгелме? Тарих ҡабатлана: бөгөн дә Рәсәй Федерацияһын тәшкил иткән милли республикаларҙың хәжәтен һанға һуғырға тырышмау ярылып ята. Үҙәк экранда "Рәсәй — рустар өсөн!" тигән лозунгты оятһыҙ рәүештә күтәреүселәр бар. В. Жириновскийҙың битһеҙләнеүе лә үҙәккә үтә! Кем буйлата уны? Кемгә арҡа терәй? Ярай әле, һәр саҡтағы кеүек, бөгөн дә Максим Шевченко кеүек демократик ҡарашлы, белемле һәм аҡыллы урыҫтар бар. Яңыраҡ бер телетапшырыуҙа ул оппоненттарына: "Әгәр ҙә Мәскәү милли республикаларға үҙ мәҙәниәтен үҫтереп, комфортлы йәшәүҙе тыйһа, ул сағында Рәсәйҙең киләсәге юҡ!" — тине. Бөгөн Рәсәй Федерацияһында йәшәгән һәр сәйәсмәнгә, һәр гражданға быны аңларға һәм шунан сығып эш итергә ваҡыт. Көслө дәүләт тамырҙары менән ете ҡат ер аҫтына үтеп ингән, олоно менән болот айҡаған республикаларға таянырға тейеш. Тамырһыҙ ағас үҫмәгән кеүек, маңҡорт иңбашына таянған дәүләттең дә киләсәге аяныслы.
Халҡыбыҙҙың Рәсәй, тимәк, донъя цивилизацияһына индергән өлөшө һәр ҡайһыбыҙға мәғлүмдер. Шулай ҙа, конференцияның тематикаһы уңайы менән, төп докладта телгә алынған ҡайһы бер факттарға туҡталып китеү хәйерле булыр кеүек.
Башҡорттар, Урал төбәгенең төп халҡы булараҡ, тимер, баҡыр, алтын, көмөш, һоро күмер, селитра, марганец, нефть ятҡылыҡтарының урынын борон-борондан, атап әйткәндә, баҡыр-бронза эпохаһы заманынан белгән. (Шуларҙың береһендә, "Таналыҡ" ҡаласығында, үрҙә аталған дәүерҙә мәғдән иреткән усаҡ көлөн үҙ усымда тотоп торҙом. — Т.Ғ.) Мәҫәлән, академик И.Н. Лепехин башҡорт затлы мәғдән эҙләүселәр хаҡында: "Уралдағы баҡыр һәм тимер иретеү заводтарының һәм ятҡылыҡтарҙың күбеһе башҡорттоҡо тиһәк, ғәҙел булыр ине", — тип яҙа. Башҡорт руда белгестәре Уралдағы мәғдән ятҡылыҡтарын асыуға ифрат ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, Пермдә 1778 йылда эш алып барған 393 мәғдән сәнәғәтсеһенең өсөһө татар, 10-ы — урыҫ һәм 380-е гәйнә башҡорто була. Граф А.И. Шувалов Покровскийҙағы баҡыр иретеү заводы өсөн башҡорт мәғдәнселәре 120 атын бирә! Докладсыны тыңлаған саҡта мин иһә эсемдән: "Ә Шакир, Закир Рәмиевтәр? Уларҙың алтын сәнәғәте, Муллаҡай ауылы (Баймаҡ районы) хәҙрәте Ғабдулла Сәиди алтын табыу серҙәрен өйрәткәс, бик тә ыңғайлап китә, — тип уйлап ултырҙым. — Хәҙрәт боронғо мәғдәнселәрҙең разведка ысулын күрһәтә уларға. Алтындың теге йәки был урында барлығы-юҡлығын тәрән шурфтар ҡаҙыуға көс түкмәйенсә, иртә таңда үләнгә төшкән ысыҡҡа ҡарап билдәләргә өйрәтә: алтын бар ерҙә үләндең айырым төрөнә ысыҡ ҡунмай, баҡһаң".
Башҡорт мәғдән белгестәре тарафынан Полевск һәм Гумешевск баҡыр һәм тимер ятҡылыҡтары асыла; башҡорт старшинаһы Нәҙер Ураҙмәтов Рәсәйҙә беренсе булып нефть ятҡылығын асып, илдә тәүгеләрҙән нефть эшкәртеү заводын төҙөргә тырышып ҡарай, Тасим Мәмәтов һәм уның улы Исмәғил Тасимов хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Уларҙың аҡсаһына Рәсәйҙә беренсе техник юғары уҡыу йортона нигеҙ һалыныуы — үҙе оло бер ваҡиға. Билдәле ки: ҡайһы бер башҡорттар мәғдән ятҡылығын асыуға ғына түгел, бәлки, үҙҙәре уны эшкәртеүсе завод хужаһы булыуға ла өлгәшкән. Имәтҡолов, Шәфҡуловтар тап бына шундай башҡорттар булып сыға.
Ә инде башҡорт халҡының Рәсәй Федерацияһына һалған нигеҙ таштары? Мари дәүләт университеты профессоры, тарих фәндәре докторы А.Г. Ивановтың: "Башҡорт бейҙәренең Рәсәй подданствоһын үҙ ирке менән алыуы башҡорт халҡын ғына түгел, ә урыҫ булмаған башҡа этностарҙы ла ҡырылып бөтөүҙән һаҡлап алып ҡала. Шуны ғына өҫтәй алам: башҡорттарҙың Мәскәү дәүләтенә үҙ ирке менән инеүе Рәсәйҙе федератив дәүләт иткән тарихи процесҡа тәүге нигеҙ ташы булып ятты", — тигән һүҙҙәре билдәле.
Докладсы башҡорттарҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡтары хаҡында һүҙ алып барған саҡта, залда ултырғандар араһында тетрәнмәгән кеше ҡалмағандыр. Ете йөҙ меңдән ашыу кеше фашист илбаҫарҙарына ҡаршы күтәрелә! Һәм бер 112-се (16-сы гвардия) башҡорт атлы дивизияһы ғына 77 Советтар Союзы Геройы һәм Дан орденының биш тулы кавалерын бирә! Бындай шөһрәт ҡаҙаныу хатта данлыҡлы Таман һәм Кантемир дивизияларына тәтемәй. Әлбиттә, башҡорттарҙа ил һаҡлау, ғәзиз ерең өсөн йән аямау традицияһы, ватансылыҡ тойғоһо ла әлмисаҡтан. "Аямаған йәнен, түккән ҡанын, тик бирмәгән башҡорт Уралын", — тигән юлдар күктән төшмәгән.
Нәзир Мырҙабай улы башҡорттарҙың Урал-Волга районының социаль-сәйәси үҫешендәге әһәмиәтен дә билдәләне. Рәсәй Федерацияһын нығытыу юлында төрлө заманда үҙенең тос өлөшөн индергән шәхестәр Зәки Вәлиди, Зыя Нуриев, Миҙхәт Закиров, Мортаза Рәхимов исемдәре был юҫыҡта хөрмәт менән телгә алынды.
(Дауамы. Башы 157-се һанда).