Шағирә Римма Ғәлимованың сираттағы китабы донъя күрҙе. Баҫма асылда — мөхәббәт, ғаилә, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, Ватан, тыуған ер һәм бөтә кешеләрҙе борсоған проблемалар тураһында.
Тәүге юлдарҙа уҡ әҙибә уҙған быуат ахырындағы ваҡиғаларға ҡарата әсенеп:
"Ябай хәҡиҡәтте белер өсөн
Юғалтыуҙар кәрәк булғанмы?
Ата-әсә, бала хаҡы күпме —
Туған белмәй үҫә туғанды!" —
ти "Бәхет төҫө" шиғырында. Ә икенсеһендә ил яҙмышына мөнәсәбәтен, ер байлыҡтарының әрәм-шәрәм ителеүенә ризаһыҙлыҡ белдерә:
"Илебеҙҙе, еребеҙҙе баҫты
Әллә ҡайҙан килгән хаиндар.
Беҙҙең менән бергә түгелеп илай
Теҙелешеп баҫҡан ҡайындар".
("Башҡортостан")
Ғөмүмән, авторҙың бер генә шиғырын да тулҡынланмай уҡып булмай. Уның һәр һүҙе йөрәгенән сыға, уй-хистәре көндәлек тормоштан, кеше яҙмыштарынан алынып яҙылғанға уҡыусының күңеленә яғыла. Донъяла, тормошта барған бер ваҡиғаға ла битараф ҡалмай ул. Барыһы өсөн "ут йотоуҙан", һәр йәмһеҙ күренеш өсөн һыҙланып, тыуған ер, үҙ халҡы, милләте һәм киләсәк быуын өсөн ҡайғырып йәшәүҙән тыуған был китап. Ил ҡомартҡыһы Торатауҙы яҡлап яҙған шиғырында шундай юлдар бар:
"Йөрәгемде эстән һулҡылдата,
Торатауым, һинең яҙмышың.
Ҡуҙғатып та тауҙы, алмайыҡсы
Ата-бабаларҙың ҡарғышын".
Китапта яҙылған һәр ваҡиға — мөхәббәт тураһында булһынмы, тыуған ер, кеше мөнәсәбәттәре хаҡындамы, улар араһындағы ҡаршылыҡтармы, социаль тигеҙһеҙлекме, тотороҡһоҙлоҡмо — барыбыҙҙы ла борсоғандар иҫәбенән. Шағирә был уй-фекерен шиғыр юлдары аша үҙ уҡыусыларына еткерергә тырыша, битараф ҡалмаҫҡа саҡыра.
"Илдә сәпсек үлмәй, тиеүҙәре
Аңға һеңдерелгән тыумыштан.
Домофонлы йортҡа инә алмай
Туңып үлә тышта бомждар".
("Аслыҡ")
"Бығауҙарын өҙгән башҡортомдоң
Азатлығын тартып алмаҫтар".
("Салауат")
Авторҙың китабына ике поэма ингән. "Тәҡдир"ҙә ғаилә ҡороп, бергә әллә ни оҙаҡ йәшәп тә өлгөрмәгән йәш ҡатындың ире армияға китеүе, хәләл ефетен тоғро көтөп, ул ҡайтҡансы малай табып, күп михнәттәр күреп өлгөргән әсәнең аҙаҡ никах тарҡалыуҙан тағы ла аянысыраҡ яҙмышҡа дусар булыуы һүрәтләнә:
“Гонаһлы ла, гонаһһыҙ ҙа донъя,
Бишегендә сабый бәүелә...
Күпме әсәләрҙең күҙ йәштәре
Ил яҙмышы булып әүерелә”.
Икенсе поэма "Хәҡиҡәт асылы" тип атала. Бында героиня балалыҡ дуҫының фажиғәле яҙмышы тураһында һөйләй. Наркоманға әйләнгән йәш ҡыҙҙы әсәһе һуңынан мәңгелеккә монастырға ебәрергә мәжбүр була. Бының өсөн уларға динен алмаштырырға тура килә. Вафат булғас, әбейҙе урыҫ зыяратында ерләйҙәр.
Римма Ғәлимованың бөтә шиғырҙары ла ысынбарлыҡҡа таянып яҙылған. Ул һәр ижад емешен күңел ҡылдары аша үткәреп, ҙур ихтыяр көсө менән бөтә донъяһын онотоп, геройҙарының тормошон үҙ яҙмышы менән ҡушып алып бара. Әҫәрҙәрендә тәрән мәғәнә ята, үҙ милләтенә, халҡына ихтирамы, тыуған төйәгенә бирелгәнлеге күренеп тора. Автор кешеләрҙе йәмғиәттәге кире күренештәргә — эскелек, наркомания, социаль тигеҙһеҙлек кеүек афәттәргә — битараф ҡалмаҫҡа саҡыра.
Әлбиттә, шағирәнең ижадын яҡшыраҡ белеү өсөн китапты уҡып сығырға кәрәк, шул саҡта ғына авторҙың йылдан-йыл камиллаша барыуын күрәһең. Уҡығандар иһә шағирәнең ижадына битараф ҡалмаҫ. Киләсәктә Римма Ғәлимова шиғриәт өлкәһендә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшер тип ныҡлы ышанырға була.