Барған саҡта ҡыҙырып Уралды10.08.2013
Барған саҡта ҡыҙырып Уралды2013 йылдың апрелендә Екатеринбург ҡалаһында Свердловск өлкәһенең Башҡорт үҙәге, йәнә Свердловск өлкәһенең һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең ярҙамы менән, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы вәкилдәре, Свердловск өлкәһе губернаторы хакимиәте, Екатеринбург ҡалаһы хакимиәте, Свердловск өлкәһе Мәҙәниәт министрлығы, Дәүләт халыҡ ижады һарайы, Свердловск милләт-ара китапханаһы менән берлектә "Башҡорттарҙың донъя цивилизацияһына индергән өлөшө" тигән темаға фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Унда тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Нәзир Ҡолбахтин, тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев, Свердловск өлкәһенең Башҡорт үҙәге президенты Фәниә Йосопова, филология фәндәре кандидаты, Силәбе дәүләт университеты доценты Ғәҙел Вәлиев, Каменск-Уральск ҡалаһынан килгән йәмәғәт эшмәкәре Мөжәүир Буранбаев, иҡтисад фәндәре кандидаты, Уральск ауыл хужалығы академияһы доценты Рәфхәт Исмәғилев, Силәбе өлкәһе Нязепетровск ҡалаһының "Нязюшка" журналы мөхәррире Зөһрә Абдуллина, "Изгелек өсөн — изгелек" аграр кооператив советы рәйесе Әнүәр Йомағолов һәм мин ҡатнаштыҡ.

Фәнни-ғәмәли конференцияға ла йәмәғәт башланғысындағы ойошмалар тарафынан мәшһүр совет инженеры Тәҡиулла Абдул-Ханнан улы Әлиевтең тормошон һәм хеҙмәт юлын яҡтыртҡан, шулай уҡ мәшһүр башҡорттар хаҡындағы китаптарҙан торған күргәҙмәләр әҙерләнгәйне.
Оло сараны 15 йыл дауамында төбәк башҡорттарының рухи һәм матди байлығын өйрәнеп, бай тәжрибә туплаған, башҡорттарҙың үҙаңын тәрбиәләүгә, йәштәргә тамырҙарын танып белеүгә булышлыҡ итеп йәшәп килгән Свердловск өлкәһенең Башҡорт үҙәге ойошторған.

Юл аҙабы

Юл, ысынлап та, иҫ киткес оҙон. "Әбей батша юл һалдырған — юлдары таҡыр" тип йырлайҙар ҙа бит. Әбей батша һалдырған юл ысынбарлыҡта ниндәй булғандыр, хәҙергеһе иһә соҡор ҙа саҡыр. Юлдарҙан тәгәрәгәнсе, осоп ҡына барыуың мең тапҡыр хәйерлерәктер. Әммә беҙ — тәгәрмәс өҫтөндә. Нәзир Ҡолбахтин, Нурислам Ҡалмантаев, Әнүәр Йомағолов, крайҙы өйрәнеүсе Әсләм Арыҫланов, тележурналист Гүзәл Борханова — һәр ҡайһыбыҙ үҙ уйына сумған. Йоҡомһорап та алалар. Минең урын — артҡы тәгәрмәстәр өҫтөндә. Йоҡлатмай. Был урын йоҡо баҫмаһын өсөн уңайлы. Уяу булғас, башҡа төрлө уйҙар инә. Өйҙә саҡта мәшәҡәт күп. Ә бында — рәхим ит. Шул өйҙә моронлаған, күңелде өйкәгән, бөгөнгө көн тыуҙырған мәсьәләләр бутала башта. Быға юлға сығыр алдынан ғына тыуған яҡтарҙан борсоулы шылтыратыуҙар ҙа сәбәптер. "Сәбәпһеҙ япраҡ та һелкенмәҫ", ти изге китап.
— Беҙҙең райондың ике ауылында бер уҡытыусы ете фәндән уҡыта.
— Апай, беҙҙең мәктәптә башҡорт теленән уҡытҡан уҡытыусыны ҡыҫҡарталар...
— Ә мәктәптә тағы бер башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытырлыҡ белгес бармы? — тием, аптырағас. — Ә кем уҡытасаҡ?
— Әллә... Бәлки, физкультура уҡытыусыһылыр.
— Ә ни өсөн?
— Һуң, ҡушалар! Аҙ һанлы балалар уҡыған класта уҡыусылар ҙур уңышҡа өлгәшә алмай, тиҙәр.
"Әллә беҙҙең юғары уҡыу йорттары бер юлы бер нисә фән уҡытырлыҡ суперуниверсаль уҡытыусылар әҙерләп сығара башлағанмы?" Юҡ. Башланғыс класс уҡытыусылары ғына маһир ул яҡҡа, ә юғары кластарҙа, хәҙерге ҡатмарлы программалар заманында... Әлбиттә, был гонаһ шомлоғо ҡулайлаштырыуҙың шойҡаны ҡала мәктәптәренә бик ҡағылмаҫ, әммә ауыл өсөн... Ауылда былай ҙа, колхоз-совхоз хужалыҡтары тарҡатылғас, эш бөттө. Йәштәрҙең күбеһе Себерҙә, башҡа ҡалаларҙа эшләй. Хәҙер "вахтовик" тиҙәр уларҙы, элек, батша заманында, "зимагор" тигәндәр. Исем үҙгәрһә лә, асылы шул уҡ. Еренә ереккән халыҡ әлегә барыбер өйөнә ашыға. Ә инде мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, мәҙәниәт учреждениелары ябыла икән, ул саҡта, ғәфү итегеҙ...
— Ыһ! — Йөрәкте өтөп килеп сыҡҡан ялҡын ауазын кемдер сираттағы тәгәрмәс һелкетеүе тип ҡабул иткәндер. Шулай ғына булһа! Шулай ғына булһа, яҙғы өҙәремдә ҡан-ҡәрҙәштәрҙе күреп, дәрттәренә дарман өҫтәп ҡайтыу хаҡына тағы 12 сәғәт барһаң да үкенмәҫ инең. Октябрь революцияһынан һуң башҡорттарҙың тарихи, тимәк, борон-борондан йәшәгән ерҙәре ике тапҡырға кәмеү арҡаһында үҙ иленән ситтә тороп ҡалырға мәжбүр ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ баш йорттан һәр саҡ яҡлау, аңлау, ҡурсалау, ярҙам көтә бит. Шуға ла Башҡортостандың һәр дүрт тарафына сәфәр сыҡһаң да — сауаплы эш. Әгәр тоҡомдаштарың күңеленә дәрт, эштәренә дарман, киләсәккә өмөт биреп ҡайта алһаң инде...
Әлегә юлда киләбеҙ. Ала ҡар мәле булыуға ҡарамаҫтан, йылғалар һыуға тулышҡан. Үҙе ошо яҡ кешеһе булғас, Әсләм ағай Арыҫланов ер-һыу атамаларына аңлатма бирә. Бөтә атамалар башҡорт сығышлы. Силәбе өлкәһе буйлап сәйәхәт иткәндә лә ошондай уҡ күренеш. Һәр түбә, һәр ҡалҡыулыҡ, инеш йә күл үҙе бер риүәйәт, тотош бер тарих һөйләп торғандай. Исемдәре бар ҙа... Әйткәндәй, ошондай уҡ күренешкә мин 1980 йылда Ҡырымда тап булғайным. Төркөм-төркөм итеп йыялар ҙа экскурсияға алып баралар. Һәр тау, һәр ағас хаҡында береһенән-береһе мауыҡтырғысыраҡ риүәйәт тыңлайбыҙ. "Кем сығарған был легендаларҙы?" Экскурсовод иңбашын йыйыра: "Халыҡ", — ти. Легендалар йәшәй, ә халҡы ситкә һибелгән. Шунда үҙемсә уйлап ҡуйҙым: "Был саҡлы риүәйәттәр сығарған халыҡ ерен өҙөлөп яратҡан. Ә яратыу бөтмәй, туҡтамай, улар бында, Ҡырымға, ҡасан да булһа әйләнеп ҡайтасаҡ".
2010 йылда Ханты-Манси милли округының төп ҡалаһы ("баш" тимәйем, сөнки баш ҡалала, башлыса, төп халыҡ йәшәй. — Авт.) Юғраға сыҡҡан сәфәремдә лә ошондай уҡ күренешкә тап булдым. Ер-һыу атамалары — ерлекле халыҡтыҡы. Музейҙа — улар тарихын яҡтыртҡан экспонаттар. Хатта асыҡ һауала ханттар һәм мансиҙарҙың йәшәү рәүешен тулыһынса күҙ алдына баҫтырған этнографик характерҙағы музей ҙа бар. Әхирәтемә өндәшәм:
— Ғәлиә, һин миңә хант, мансиҙарҙы күрһәт инде. Юғиһә музейҙағы ҡурсаҡтарҙан башҡа тере халыҡты күрмәй ҡайтып китәм бит.
— Ә улар юҡ был ҡалала.
— Юғрала улар юҡмы?
— Юҡ.
— Ә ҡайҙа һуң улар?
— Ҡайҙалыр төпкөлдә аҙыраҡ ҡалған, тиҙәр. Тик улар ҙа инде үҙ телендә һөйләшмәй, буғай.
— Бәй!
— Шулай.
Бына һиңә "мә"! "Теле юҡтың — иле юҡ" тимәҫтәр ине бит. Аҙ һанлы халыҡтарҙың көйөнөстәре бер төрлөрәк — мин һаман ныҡышып һорау яуҙырам:
— Хәҙер күп урман, күлдәр шәхси хужаға — милексегә күсә. Һатыла һәм һатып алына. Ошо шарттарҙа ғүмер баҡый һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән йән аҫраған халыҡ нисек йәшәргә тейеш була?
— Төп халыҡҡа ҡарата бында штраф санкциялары ҡулланылмай әлегә.
Ошолар Әбей батша исемен йөрөткән ҡалаға юлланғанда хәтерҙә ҡабат терелде. Хәтер һәм бөгөнгө. Хәтер тигәндәй, олоғая башлаһаң, ошо ике төшөнсә араһындағы ваҡыт ҡыҫылғандан-ҡыҫыла бара икән. Ауылдарҙа мәктәптәрҙең күпләп ябылыуы, ҡайһы бер фәндәрҙе хатта ҡала мәктәптәрендә лә уҡытыуҙан туҡтау (шул иҫәптән башҡорт телен фән булараҡ өйрәнеүҙе йылдан-йыл нығыраҡ ҡыҫыу. — Авт.) хәтер менән бөгөнгөнө йәнә бер нөктәгә төйнәне — ауыртҡан ергә әйләндерҙе.
Мин — ауыл уҡытыусыһы балаһы. Баймаҡ районының Күсей, йәғни минең ауылымда, мәҙрәсә батша заманында ла булған. Ә инде яңы осор Совет мәктәбенә әсәйем Әсмә Рәхмәтулла ҡыҙы Баймырҙина нигеҙ һалған. Ул уҡыта башлағанда мәктәп тә, парталар ҙа булмаған. Ауыл кешеләре өйҙәрен класс бүлмәһе урынына файҙаланырға рөхсәт биргән, ултырғыс урынына — иҙән, парта урынына — эскәмйә... Ауылдың йәше лә, ҡарты ла (ликбез) тәүге һабаҡты минең әсәйҙән алған.
— Әсәй, Батыр Вәлид бишенсе йылғы, һин — икенсе, ул нисек һинең уҡыусың булһын? — тип һорағаным булды бер.
— Ул көтөү көтә ине. Кистәрен ололар менән бергә һабаҡ алды.
Бына шул әҙәмсә шарттары ла булмаған мәктәп башҡорт мәҙәниәтенә ниндәй генә шәхестәр бирмәгән! (Күберәк тә бирер ине — һуғышҡа киткәндәрҙең яртыһы әйләнеп ҡайтмаған. — Авт.) Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, "Әлифба" китабы авторы, Ушинский исемендәге премия лауреаты Абдрахман Ғәлләмов, мәшһүр хореограф Йәүҙәт Бикбирҙин, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, медицина фәндәре кандидаты Ф. Бикбирҙин, полковник Раил Асҡаров, мәшһүр ҡурайсы Хәмит Әхмәтов һәм бихисап белемле уҡытыусылар, табиптар, ауыл хужалығы белгестәре, инженерҙар — һанай китһәң, осона сығырлыҡ түгел. Үлән үҫкән ерендә үҫә тигәндәй, Күсейҙә мәктәп замандың иң ауыр саҡтарында ла эшләүенән туҡтамай. Әсәйемдең һөйләгәндәре бөгөнгөләй хәтеремдә: "Һуғыш мәле ауыр булды. Мәктәпте йылытыр кәрәк. Ул саҡта мин — мөдир. Уҡытыусыларымды, йыйыштырыусыны алып, үгеҙ менән урманға китәбеҙ. Билбыуарҙан көрт, үтмәҫ балта. Әммә утын алып ҡайтабыҙ. Күп бала ас. Мәктәпкә йөрөргә кейемдәре юҡ бәғзеләренең. Өйҙәренә йөрөп уҡытам, үҙ балаларымдың өҫтөнән күлдәк-ыштандарын систереп, уларға кейҙерәм. Өйҙә балаларыма бер ағас ҡалаҡ һоло йә бойҙай ҡалдырһам, икенсе ҡалаҡты кеҫәмә һалам. Бойҙай бөртөктәрен һанап, теүәл итеп бүлеп, уҡыусыларымдың алдына теҙәм. Шунан нуры киткән күҙҙәр осҡонлана, йөҙҙәренә йылмайыу йүгерә — мин дәресте башлап ебәрәм".
Беҙҙең быуын иһә (мин 1955 йылда беренсе класҡа уҡырға төштөм. — Авт.) ана шул әсәйем нигеҙ һалған, аҙаҡ төкәтмә һуғып ҙурайтылған мәктәптә уҡыны. Оҙаҡ йылдар мәктәп шунда булды. (Ул мәктәп ултырған урам Әсмә Баймырҙина исемен йөрөтә). Хәҙерге "оптимизация" тигән үҙгәреш ул саҡта ла булған, ахыры. Тик уны аҙ комплектлы кластарҙы ҡушып уҡытыу тип кенә атанылар, һәм был фәҡәт башланғыс кластар рамкаһында ғына башҡарылды. Билдәле, ирҙәр һуғыштан ҡайтманы, балалар һаны аҙ, уҡытыусылар етешмәй — һуғыштан һуңғы иң ауыр йылдар ине был. Хәҙерге оптимизацияны күптәр аҙ һанлы балаларға төплө белем биреп булмай тип аңлата. Миңә ҡалһа, ике класты ҡушып уҡытыу баланың ҡыҙыҡһыныуын бөтөрә. Беҙ, мәҫәлән, 1-се класта өсөнсөләр менән уҡыныҡ, ә 2-селә — дүртенселәр менән. Беренсе класс, ярай инде, хәреф өйрәнәһең, уҡырға, яҙырға. Ә ҡолаҡ барыбер теге рәттә ултырғандар яғында. Уларҙыҡы ҡыҙығыраҡ. Шиғырҙарын ятлап бөтәһең, яуап бирә алмай торғандарына шыбырлайһың, гуманитар фәндәрен тулыһынса ятлап алаһың, был икенсе йылда ла дауам итә, аҙаҡ, үҙебеҙ өсөнсө класс уҡыусыһы булып алғас, беренселәрҙе беҙҙең класҡа ултырттылар. Малайҙар уларҙы үҙҙәре белгән бөтә этлеккә өйрәтә, яҡшы уҡығандарға уҡыу күңелһеҙ — бөтәһен беләбеҙ, тегеләрҙән өйрәнеп ҡалдыҡ бит: дүрт күҙ менән ҡыңғырау шылтырап, тәнәфес булғанды көтәбеҙ. Беҙ етәү инек. Берәүебеҙ беренсе класта биш-алты йыл ултырҙы. Уны һанамаһаң, алты бала. Күсмәй ҡалғандар ҡушыла килә аҙаҡ класс ҙурайып та китте. Иң шәп уҡығаны Нурислам исемле малай ине: "второгодник". Тәртипһеҙлеге ҡамасаулаған. Ни өсөн? Ана шул зирәклеге менән дүрт йыл бер үк нәмәне тыңлап ултырырға мәжбүр булыуҙан. Мәктәптең иҫке машинаһын йөрөтөрлөк итте, ташландыҡ двигателде йүнәтеп, мәктәпкә әле шул заманда электр уты бирҙе, радиоузелды эшләне, ә мәсьәлә сисеү көнбағыш сиртеү хәтле лә булманы уның өсөн. Әгәр артабан уҡырға шарттары булһа, ул, моғайын, заманының Кулибины йә Циолковскийы булыр ине. Икенсе класс менән "өйҙәш"лектән мин дә бик йонсоном. Уҡытыусы, аптырағастыр инде, ҡулыма утын тоттороп, мейес артындағы иҙән ярығынан сысҡан сыҡҡанды аңдытып ултыртып ҡуя. Сысҡан башын сығарыуы була — һоп! Бына шулай. Бөгөн, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 70-кә яҡын йыл үткәс, тормош рәтләнгәс, бер нисә класты бергә ҡушып уҡытыуға ниндәй зарурлыҡ? Күсей мәктәбендә беҙҙән ике йыл элек уҡырға төшкән класта һәр саҡ дүрт бала булды. Һигеҙенсене тамамлағас, Түбә ҡасабаһына йөрөп уҡып, 11 класты бөттөләр. Береһе армиянан ҡайтманы. Яҙмышы билдәһеҙ, ә ҡалған өсөһө бынамын тигән белгестәр булып сыҡты. Тәлғәт Үтәгәнов Учалы ҡалаһында йәшәй. Хирург-уролог. Йәнифә Мусина ғүмер буйы башланғыс кластарҙы уҡытты, ә Мәрхәбә Мусина математика уҡытыусыһы булды. Элек, совет заманында, өс бала булһа ла класс асырға ҡушалар ине. Нимә, беҙ ул саҡта байыраҡ булдыҡмы икән?! Беҙгә, яҙыусыларға, райондар буйлап йөрөргә, күпте күрергә, ишетергә тура килә. Шулай төньяҡ райондарҙың береһенә сыҡҡан сәфәрҙә бик боронғо башҡорт ауылында бер бала өсөн мәктәпте эшләтеп киләләр ине. Хакимиәт башлығынан һорай ҡуйҙым:
— Бер бала өсөн... нисек мәктәп тотаһығыҙ?
— Мәктәпте ябыуы еңел, ә асыуы... Бәлки, бер-ике йәш ғаилә ҡайтыр, берәү урынына икәү-өсәү булырҙар!
Райондың исемен юрый атамайым. Әгәр ул мәктәп әле эшләп килгән булһа, шунда уҡ ябырҙар. Бер түгел, 45, 50 бала уҡыған мәктәптәрҙе лә бөгөн "ыһ" та итмәй ябалар. Әйткәндәй, ул хакимиәт башлығы сығышы менән ул райондыҡы ла түгел ине, буғай. Ә халҡын, уның киләсәген нисек ҡайғырта! Беҙгә шуныһы ла мәғлүм булды ки: был районда совет заманынан ҡалған бер генә ферма ла ябылмаған, бары камиллаштырылған ғына, ҙур табыш менән эшләйҙәр һәм етеш йәшәйҙәр.
Эйе, ауылда мәктәптең бөтөүе аҙ-маҙ фекер йөрөтә белгән кешегә оло ҡаза. Әсә телен уҡытыуҙы сикләү йә булмаһа уны бер махсус белемһеҙ кешегә уҡытырға ҡушыу — тағы бер ҡаза. Беҙҙең быуын зыялыларының шәхес булып өлгөрөү осоро ана шул балалар баҡсаһында һәм мәктәптәрҙә туған телде өйрәтеүҙе индереү өсөн көрәш менән үтте. Ижад итә торған ваҡыт шул көрәшкә сарыф ителде. Иншалла, 90-сы йылдар башында үҙебеҙгә Хөкүмәттән яҡлау таптыҡ, көрәш емешле булды. Инде, шөкөр, тынысландыҡ тигәндә, халыҡ өҫтөнә яңы ҡаза килде — оптимизация. Һүҙ үҙе насар түгел, яңғырашы ла заманса, әммә уның зыяны аҙ һанлы халыҡ өсөн һәләкәтле булыуы бар. Һәр үҙгәреш иң әүәл аҙ һанлы милләттәр башына төшә, етәксе булған кешеләр ете ҡат үлсәп тик бер киҫергә тейеш тә бит!..
Бына шундай уйҙар солғанышында Екатеринбургка ла килеп еткәнбеҙ. Иртәгә — конференция.
(Дауамы бар).


Вернуться назад