"Беҙ Илештән сығып киткәндә үк шәп егеттәр, ахыры, булғанбыҙ!.."07.08.2013
"Беҙ Илештән сығып киткәндә үк шәп егеттәр, ахыры, булғанбыҙ!.."Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Мөғәллим улы Миңнуллин Башҡортостандың Илеш районында тыуған. Буласаҡ шағирҙың бала сағы, үҫмер йылдары Сөн буйында үтә. Мәктәптән һуң ике йыл "Маяҡ" район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Ижад менән ныҡлап шөғөлләнеүе лә шул йылдарға тура килә. Әле мәктәптә уҡығанда уҡ "Башҡортостан пионеры", "Маяҡ" гәзиттәрендә беренсе шиғырҙарын баҫтырған Роберт әҙәбиәт менән ысынлап ҡыҙыҡһына башлай. Мәҡәләләр менән бер рәттән шиғырҙар ҙа яҙа. Улар "Маяҡ", "Ленинсы", "Кызыл таң" гәзиттәрендә баҫыла.

Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡып йөрөгән сағында уҡ инде Роберт Миңнуллин талантлы йәш шағир булып таныла. "Беренсе ҡарлуғастар" (1970) исемле йәш авторҙар китабында сыҡҡан шиғырҙарын йәмәғәтселек яратып ҡабул итә. Университетты тамамлағандан һуң Роберт Миңнуллин "Яшь ленинчы" гәзитендә эшләй башлай, балалар донъяһы менән яҡындан таныша. Һәм, лирик шиғырҙар менән бер рәттән, балалар өсөн дә тәүге шиғырҙарын яҙып ҡарай. "Аҡбай цирк ҡарай" (1978), "Ете ағай тай егә" (1980), "Айға остоҡ" (1982) исемле балалар китаптары һәм телевидение аша әҙәбиәтте актив пропагандалағаны өсөн 1982 йылда Р. Миңнуллин Муса Йәлил исемендәге республика премияһына лайыҡ була.
Уның балаларға арнап яҙған бер генә китабы ла йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, "Беҙҙең ауыл зоопаркы" (1988), "Энекәш кәрәк миңә" (1990) исемле китаптары республика конкурстарында беренсе урындарҙы яуланы. "Донъялағы иң ҙур алма" (1992) исемле китабы өсөн шағир халыҡ-ара әҙәби бүләккә — Г.-Х. Андерсен исемендәге Почетлы дипломға лайыҡ булды. Исеме атаҡлы әкиәтсенең Почетлы исемлегенә керетелде. 1997 йылда Р. Миңнуллинға балалар әҙәбиәте өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн Татарстан Яҙыусылар союзының А. Алиш исемендәге премияһы бирелде. 1998 йылда иһә шағир "Мәғариф" нәшриәте сығарған "Күстәнәс" (1995) тигән китабы өсөн Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнде. “Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре”, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәрҙе лә йөрөтә.
Роберт Миңнуллин — тәжрибәле журналист, 1979 йылдан — Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы. Оҙаҡ йылдар "Казан утлары" журналында бүлек мөхәррире, яуаплы сәркәтип, Татарстан телевидениеһында — баш мөхәррир, "Яшь ленинчы" ("Сабантуй") гәзитендә хәбәрсе, баш мөхәррир булып эшләй. 1990 йылдан — Татарстандың халыҡ депутаты. 1995 — 2004 йылдарҙа — Татарстан Республикаһы Дәүләт Советының Мәҙәни һәм милли мәсьәләләр комиссияһы рәйесе, Дәүләт Советы рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡара.

Кем яныр?..

Яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры
Роберт Миңнуллинға


Шағир янмаһа, кем яныр?
Биг(е)рәк баҫылды халыҡ.
Биг(е)рәк баҫалҡымы халыҡ,
Әллә бөткәнме янып?

Шағир яҙмаһа, кем яҙыр
Йөрәк яндырыр һүҙҙе?
Йөрәкте яндырыр һүҙҙе
Яҙмай күп ғүмер түҙҙек!

Шағир янмаһа, кем яныр,
Халҡына сыраҡ булып?
Янайыҡ әле бергәләп,
Юлдарҙа маяҡ булып!

Роберт дуҫҡай! Һин йәшерәк,
Һинән беҙ ҡабынайыҡ!
Халыҡ алдында барғанда
Юлдарҙа абынмайыҡ!

Ҡабынғас, оҙаҡ янайыҡ,
Яҡтырһын ил юлдары.
Янһаҡ та тере ҡалайыҡ –
Беҙ бит — Ватан улдары!

Беҙ – туғандар, беҙ – рухташтар,
Бергәләп ҡабынайыҡ!
Бергәләп янған саҡтарҙы
Йышыраҡ һағынайыҡ!...
Ҡәҙим Аралбай,
Башҡортостандың
халыҡ шағиры.
01.08.2013.


Роберт Миңнуллин
Өфөләге дуҫтарым

Өфө, тим дә, уф, тип ҡуям,
Өфө, тим дә, уфтанам.
Ғүмер буйы Өфөләге
Дуҫтарыма уҡталам...
Мин был һуңғы араларҙа,
Бигерәк әллә нишләнем:
Һағындыра яҡташтарым,
Иптәштәрем, иштәрем!
Дуҫтарым — Сафуандарым,
Рәмил, Рәмистәрем...
Әй шәп егеттәр ҙә инде —
Китерлек тә иҫтәрең!
Фаилдәрем, Рәдифтәрем,
Рудоль, Марат, Римдәрем...
Тоям ауыр саҡтарымда
Мин уларҙың иңдәрен!
Ҡәҙим, Айҙар, Иҙрис, Урал...
Тағын әллә кемдәрем!
Улар минең ҡәрҙәштәрем,
Улар минең тиңдәрем!..
Бар бит әле Мостай төҫлө
Бик ғәзиз ағайҙарым!
Ни ҡыҙғаныс, бик аҙ ҡалды,
Аҙ ҡалды ундайҙарым.
Дуҫтар ине Вәзих, Динис,
Назар, Атнабайҙарым...
Булған бит әй Өфөләрҙә
И ниндәй ағайҙарым?!
Ҡалдылар осорҙаш дуҫтарым —
Таяныр терәктәрем!
(Дуҫтарыма үҙемдең дә
Бар микән кәрәктәрем?)
Өфөлә минең дуҫтарым
Кәм тигәндә мең, тимен!
Был шиғырҙы ҡайһыһына
Арнарға ла белмәйем...
Һағынам һеҙҙе, дуҫтарым,
Һағынам һине, Өфөм, —
Һағынған төҫлө Еники,
Һағынған төҫлө Туфан!
Ниндәй һағыныуҙыр инде
Бер өҙлөкһөҙ, туҡтауһыҙ...
Үҙем дә белмәйем, нисектер,
Йәшәйем мин Өфөһөҙ?!

Беләм мин үҙем генә...

Нисә көн инде докторҙар
Тикшерә йөрәгемде.
Тыңлайҙар, тын алдыралар —
Бирәләр кәрәгемде!
Тегеләй итеп ҡарайҙар,
Былай итеп ҡарайҙар.
Дарыуын да эсерәләр,
Уколын да ҡаҙайҙар.
Көн һайын кардиограмма,
Көн һайын УЗИ ҡарай.
Ә мин тыныс ҡына ятам:
Ҡарағыҙ, ярай, ярай.
Барыһы ла һәйбәт, тиҙәр,
Барыһы ла урында.
Докторҙар белә барын да
Минең йөрәк турында.
Әллә ысынлап та аңлайҙар,
Әллә инде алдайҙар...
Юҡ, йөрәктең ник янғанын
Улар белә алмайҙар.
Бирһен инде докторҙарға
Сабырлыҡ, түҙем генә...
Ә йөрәктең ник янғанын
Беләм мин үҙем генә.

Әсәйҙе һайлап алмайҙар

Әсәһен, бик теләһә лә,
Һайлап алалмай кеше.
Әсәйҙәрҙе Хоҙай бирә,
Ул фәҡәт Хоҙай эше!
Әсәй ул сит-ят булалмай, —
Ғәзиз генә булала!
Беҙҙең өсөн ул — Илаһи,
Беҙҙең өсөн ул — Алла!
Әсәй ул ябай булалмай, —
Гүзәл генә булала!
Әсәйеңә мөхәббәтле,
Мәрхәмәтле бул, Бала!
Әсәй күңеле, һай, һиҙгер —
Барыһын да белә бит ул...
Әсәйҙе һайлап алмайҙар —
Берҙән-бер генә бит ул!

Беҙ Илештән сығып
киткән саҡта


Беҙ Илештән сығып киткән саҡта
Малай-шалай ғына булғанбыҙ.
Йәйге селләләрҙә сейләнгәнбеҙ,
Ҡышҡы һалҡындарҙа туңғанбыҙ.

Тормош тигәндәре беҙгә бер ҙә
Ҡосаҡтарын йәйеп тормаған —
Беҙҙең өсөн бер кем сәсмәгән дә
Беҙҙең өсөн бер кем урмаған.

Мәскәүҙә лә беҙҙе, Өфөлә лә,
Ҡазанда ла бер кем көтмәгән.
Арҡабыҙҙан бер кем ҡаҡмаған да
Артыбыҙҙан берәү этмәгән.

Ғүмер буйы саптыҡ — атланһаҡ та
Атландыҡ беҙ етеҙ аттарға.
Йығылһаҡ та ҡара ҡойолманыҡ,
Сер бирмәнек ете яттарға.

Кешеләрҙә беҙҙең эшебеҙ юҡ,
Үҙ эшебеҙҙе беҙ эшләйбеҙ.
Теймәһәләр, беҙ ҙә ҡағылмайбыҙ,
Ҡағылһалар, ебеп төшмәйбеҙ.

Эшләп булмаһа ла беҙгә тигән,
Беҙгә тигән эштең барыһын да,
Йөҙөбөҙ аҡ беҙҙең ил алдында,
Күңелдәр пак Хоҙай ҡаршында.

Тик тормоштоң тәмен белгәс кенә,
Сибәрләнгәс кенә ҡыҙҙары,
Һәйбәтләнгәс кенә донъялары,
Һиҙҙергеләй ғүмер уҙғаны.

Шулай ҙа беҙ матур йәшәгәнбеҙ,
Ә Илештә тыуып уңғанбыҙ...
Беҙ Илештән сығып киткәндә үк
Шәп егеттәр, ахыры, булғанбыҙ!


Вернуться назад