Халыҡ сәсәне иҫтәлегенә06.08.2013
Халыҡ сәсәне иҫтәлегенә2012 йылда идара ҡарары менән Башҡортостан Яҙыусылар союзының халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияһы булдырылғайны.

Күренекле шағир һәм ғалим, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр етәкселегендәге комиссия тиҫтәгә яҡын дәғүәсе араһынан йәшерен тауыш биреү юлы менән яҙыусы һәм тарихсы Йыһат Солтановтың “Сөләймән Мырҙабулатов. Тормошо һәм көрәше” китабын үрҙә иҫкә алып үткән премияның беренсе лауреаты итте.
Быйыл да 1 августан 31 октябргә тиклем Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы булған яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың, шулай уҡ әҙәбиәтсе һәм фольклорсыларҙың Башҡортостан халыҡтары тормошон һәм хеҙмәтен сағылдырыуға, башҡорт әҙәбиәте, тәнҡите һәм фольклористикаһындағы мөһим проблемаларға арналған, йәмәғәтселектә танылыу яулаған талантлы, юғары художестволы әҫәрҙәр тапшырыуҙарын көтәбеҙ. Премияға тәҡдим ителгән эштәр күрһәтелгән көнгә тиклемге бер йыл эсендә матбуғатта баҫылып сыҡҡан булырға тейеш.
Уларҙы комиссияға яҙыусылар ойошмалары, уҡыу йорттары, йәмәғәт берекмәләре, гәзит һәм журнал редакциялары, нәшриәттәр ебәрә ала. Дәғүәселәрҙең йәше сикләнмәй.
Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияға документтар Башҡортостан Яҙыусылар союзына тапшырыла.

Адресы: 450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 34. Тел./факс: (347) 273-30-47.
Башҡортостандың
Яҙыусылар союзы идараһы.


Вернуться назад