Ауылыбыҙ — дуҫлыҡ төйәге06.08.2013
Ауылыбыҙ — дуҫлыҡ төйәгеҺуңғы йылдарҙа бәләкәй ауылдарға иғтибар аҙ бирелһә лә, улар йәшәй, халыҡ тырышып донъя көтә, үҙ йүнен күрә. Ошо көндәрҙә Архангел районының Заря ауылында шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Яҡташтар осрашыуы ауылдың 75 йыллығына арналды. Йыраҡ араларҙы яҡынайтып, төрлө яҡтан тыуған төйәгенә һәр кем ҡайтырға ашыҡты.

Заряларҙы оло йыйындары менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Александр Комзалов та килгәйне.
— Кеше өсөн тыуған ерҙән дә ҡәҙерлерәк урын юҡ, — тине Александр Анатольевич. — Заряның тарихын һеҙ яҙҙығыҙ, уны үҫтерҙегеҙ. Ауыл халҡы бер ваҡытта ла еңел тормошта йәшәмәне, әммә бар ауырлыҡтарҙы еңеп, уңыштарға өлгәшәһегеҙ, төйәгегеҙҙең сәскә атыуына ҙур өлөш индерәһегеҙ. Киләсәктә лә шулай булһын!
Шулай уҡ байрамды ойоштороуға күп көс һалған, бөгөн Архангел ауылында көн иткән Рима Клокова һәм Латвия Республикаһынан килгән хөрмәтле ҡунаҡ Леонид Сетин да йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерҙе.
Тарих биттәренә күҙ һалғанда, ХIX быуаттың 80 — 90-сы йылдарында күп латыштар, Латвиянан ситтә ер һатып алыу мөмкинлеге эҙләп, иленән сығып китә. Латыштарҙың Башҡортостанға күпләп күсенеүе шул осорҙа башлана. Ерһеҙ крәҫтиәндәр бында киңлек, етешерәк тормош эҙләп килә. Улар ҡуртымға ер ала. Латыш утарҙары Стәрлетамаҡ өйәҙендәге Архангел олоҫоноң Арх-Латыш колонияһын барлыҡҡа килтерә. Ошоға бәйле 1938 йылда Заря ауылына нигеҙ һалына.
Бер нисә колония барлыҡҡа килә: Ауструм (400 кеше), Озо-лы (100), Балтия (400), Баложи (300), Архангел (1800 кеше). Иң ҙур колониялар Иглин һәм Архангел райондарында була. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң күп латыштар тыуған яғына ҡайта. 1959 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда латыштар 3804 кеше тәшкил итә, 1970 йылда иһә улар 3500-гә ҡала. Хәҙерге ваҡытта республикала бер меңләп латыш йәшәй. Байрамда ауылдың иң оло кешеһенә – 92 йәшлек Мәрфуға Ниғмәтуллинаға — иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Йыйынды үткәреүгә тос өлөш индергәне өсөн Рима Клокова, Ләйсән Хәсәнова һәм Әнүр Ваһапов, шулай уҡ иң күп бала тәрбиәләүсе Басировтар һәм Сөләймәновтар ғаиләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Ауылдың биҙәге – уңған, егәрле кешеләре Заряла дәртләнеп, сәмләнеп донъя көтөүсе ғаиләләр етерлек. Был юлы Санъяповтарҙың күркәм өйө өлгөлө тип табылды.
Йыйындағы төрлө уйындар, аш-һыу табындары, йыр-бейеү кәйефтәрҙе күтәрҙе генә.
Байрам тантанаһы урындағы һәүәҫкәр йырсыларҙың, бейеүселәрҙең сығыштары менән үрелеп барҙы. Үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша алды. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы туғандарҙы, таныштарҙы йыйып, осраштырып ҡына ҡалмай, ә ауылды төҙөкләндерергә лә булышлыҡ итә тигән фекерҙә ҡатнашыусылар.
Нәҫел ептәрен барлаусы, күптән күрмәгән туғандарҙы, дуҫтарҙы йыйыусы байрам Заря ауылында киләсәктә лә үткәрелер, тип таралышты ҡунаҡтар.


Вернуться назад