Йылмайып көлөп кенә02.08.2013
* * *
Айрат балалар баҡсаһынан кемдеңдер уйынсыҡ машинаһын алып ҡайта. Атаһы һорай:
– Был машинаны ҡайҙан алдың?
– Ә… Айҙар менән алмаштыҡ…
– Айҙар һиңә машинаһын биргән, ә һин нимә бирҙең?
Айрат уйланып тора ла:
– Мин уның сикәһенә бирҙем… – ти.
* * *
Айрат атаһына бәйләнә:
– Атай, әйт инде, мейе нисек эшләй?
– Кит әле, минең башымда икенсе нәмә…
* * *
– Эй, Хоҙайым, байрамға миңә велосипед бүләк ит!
– Айрат, ниңә ул тиклем ҡысҡыраһың? Шым ғына әйтһәң дә, Хоҙай ишетә.
– Ул ишетер, ә бына икенсе бүлмәләге атайым ишетмәҫ…
* * *
– Айрат, ни өсөн Айҙарҙы туҡманың? Һине язаға тарттырырға тура килер.
– Ә һеҙ ”еңеүсене хөкөм итмәйҙәр” тигәйнегеҙ…
* * *
Айраттың өләсәһе матурлыҡ салонында сәсен киҫтерә. Ҡайтҡас, ейәненән һорай:
– Йә, нисек, улым, хәҙер мин ҡарт әбейгә оҡшағанмынмы, ә?!
– Юҡ, бөтөнләй оҡшамағанһың. Хәҙер һин ҡарт бабай һымаҡһың.
* * *
– Айрат, ни өсөн өйгә эшеңде әҙерләмәнең? – тип һорай уҡытыусы.
– Атайым менән әсәйем өҙлөкһөҙ талаша…
– Әсәйеңде күрҙем, ә атайың кем?
– Бына шуны асыҡлай алмай талашалар ҙа инде…
* * *
– Айрат, ни өсөн дәфтәреңә атайыңдың фотоһын йәбештерҙең? – тип һорай әсәһе.
– Ә миңә уҡытыусы “өйгә эшеңде эшләргә ярҙам иткән дүрәкте күрергә кәрәк ине” тигәйне.