Ҡәләмиәт02.08.2013
Түҙәм
Мин – майҙанда футбол тубы:
Кем иренмәй, шул тибер.
Әрнегәндә меҫкен йәнем,
Гонаһың күп, түҙ, тиҙәр.
Сабыр бул, тип тоҙ һалалар
Йөрәгем яраһына.
Кем һуң мине аҙҙырыусы,
Шул түҙһен язаһына.
Әй, үтмәгән кем ғүмере
Файҙаһыҙ, зая ғына.
Йыр-шиғыр тип уҙа ғүмер,
Йәшәү – хыялда ғына.
Гонаһтарһыҙ әҙәм бармы?
Бармы бәхетен тойған?
Ана, бәхетле бәхетен
Стаканына ҡойған.
Хәмер ҡоло айнығырмы
Ғүмере аҙағына?
Эй, Раббым, яманлыҡтан
Һаҡла бер аҙға ғына!
Табылырмы бер дауаһы
Йөрәгем яраһына?
…Тормош уйнай, мин – туп, түҙәм
Тәҡдирем язаһына.
Уйла, кешем!
Түрәне донъя байлығы,
“Һары шайтан” аҙҙыра.
Ҡулына хәмер тоттороп,
Тигеҙ юлдан яҙҙыра.
Шунлыҡтан заман түрәһен
Кеше тип атап булмай.
Хоҙай ҡорған донъяларҙа
Түрәһеҙ йәшәп булмай.
Элеккеләр әрнеп әйткән:
“Балыҡ башынан серей”.
Илеңдә тәртип булмаһа,
Бәлә алдыңдан йөрөй.
Хатта министрҙар урлай,
Бутай дәүләт кеҫәһен.
Уйлан, кешем, илебеҙгә
Ниндәй бәлә төшәһен.
Бөйөк тимәгеҙ
Тимәгеҙ, “Аллаһтан өҫтөн,
Бөйөк шағир” тимәгеҙ.
Шағирҙың шағирлығына
Табынып, баш эймәгеҙ.
Шағир һүҙен иман итһә,
Булһа ысындан өҫтөн,
Халҡы ҡиблаһынан яҙып,
Аҙашасағын көтһөн.
Пәйғәмбәр ҙә түгел шағир,
Ябай әҙәм затынан.
Иман – күктән, Ҡөрьән Кәрим,
Доға – затлы алтындан.
Әйтмәгеҙ, “Аллаһтан өҫтөн,
Бөйөк шағир” тимәгеҙ.
Шат йәшәрһегеҙ, сәждә ҡылып,
Аллаһ бөйөк тиһәгеҙ.