Ҡаранай менән Мәликә02.08.2013
Иҡсан ағайҙы, һунарсы булғас, ҡоштарҙың исемен яҡшы белә тип, ауылға килгән бер ғалимға эйәртеп урманға ебәргәндәр. Күргән бер ҡоштоң исемен башҡортса яҙып бара икән был. Белгән тиклемен яҙҙырған Иҡсан ағай, тик күбеһен турғай тип әйтә лә ҡуя икән. Ә ғалим кеше: “Уның исеме лә булырға тейеш”, – тип ныҡыша, ти. Аптырағас, Иҡсан ағай ҡайһы берҙәрен алдаштырып та ебәрергә мәжбүр була. Һыу буйындағы ҡара турғайҙы (урыҫсаһы – “оляпка”) гел генә йүгереп йөрөгән бәләкәй генә кәүҙәле Ҡаранай бабайҙың исеме менән атай. Шунан һуң, булғас-булғас, әбейенең дә исеме булһын әле тип, һыу беснәген Мәликә тип яҙҙыра. Әле лә Йөйәктә шул ҡоштарҙы “Ҡаранай” менән “Мәликә” тип йөрөтәләр.


Вернуться назад