“Ала бейә коммунист түгел”02.08.2013
Һуғыш осоро. Инйәр леспромхозының Ноҡат участкаһында коммунистарҙың йыйылышы бара. Йөйәк ауылынан Зиннәт исемле ағайға партком секретары: “Атауллин! Һин, коммунист кеше, башҡаларға өлгө күрһәтеү өсөн иртәгәнән башлап йөгөңә утынды күберәк тейәргә тейешһең”, – ти икән.
Уныһы торған да:
– Һуң, ағай-эне, мин коммунист булыу менәнме ни, ала бейә коммунист түгел бит әле, – тигән, ти, аптырап.


Вернуться назад