“Ҡайһыһы дүрәк?”02.08.2013
Беҙҙең ауылда Абдулла тигән бер ағай була торғайны. Ул һәр ваҡыт: “Мин партия ҡушҡанды эшләйем”, – ти ҙә йөрөй ине. Башҡарған эштәре шул инде: хисапсы, бригадир йә берәй кәзә-һарыҡ көтөүенә мөдир.
Көҙөн ашлыҡ уңһа, Абдулла ағай: “Вот быйыл урожай партия ҡушҡанса булды”, – ти. Көндәр ҡоро килеп, яуым-төшөм булмаһа: “Былай партия ҡушмай, былай партияға оҡшамай”, – ти торғайны.
Партияға ныҡ бирелгән ауылдашыбыҙҙы бер заман партком секретары итеп һайланылар. Шунан Абдулланың түбәһе күккә тейҙе. Ул хәҙер “КПСС ҡушҡанды эшләйбеҙ ҙә, партияса йәшәйбеҙ” тип кенә ебәрә.
Бер көндө Баймаҡтан райком инструкторы килеп, Абдулла ағайға коммунизм тураһында әңгәмә үткәрергә ҡушып китә. Абдулла ағай белгәнсә лә, белмәгәнсә лә колхозсыларға ошо турала һөйләй. Һуңынан: “Һорауығыҙ бармы?” – тип залға ҡарай.
– Нимә ул коммунизм? – тигән һорау бирәләр уға.
Абдулла ағай бер аҙ аптырап тора ла:
– Коммунизмда теләгәнсә ашайһың, кейенәһең, теләгәнеңде һөйләйһең, теләһәң – эшләйһең, теләмәһәң – эшләмәйһең. Магазинда бөтә нәмә лә була, – ти.
Тағы һорау бирә колхозсылар:
– Ә коммунизмда аҡса буламы?
Абдулла ағай был һорауға:
– Кемдең аҡсаһы күп, уныҡы була, кемдең аҡсаһы юҡ, уныҡы булмай, – ти.
Көндәр үтә. Был һүҙҙәр райкомға ла барып етә. Райком инструкторы тағы ла килеп төшә. Абдулла ағайға “ҡыҙыл мөйөш”тө, клубты йыһазландырып, политбюро ағзаларының портреттарын элергә ҡушалар. Аҙаҡ партсобрание була, имеш. Нишләһен Абдулла ағай, КПСС ҡушҡанса эшләп өйрәнгән кеше, келәттәрҙә туҙанланып ятҡан портреттарҙы алып, клуб һәм “ҡыҙыл мөйөш” стеналарына йәбештерә. Брежнев менән Хрущевты йәнәш элеп ҡуя.
Инструктор менән секретарь йыйылыш үткәрергә килә. Тәүҙә клубты, “ҡыҙыл мөйөш”тө ҡарап сығырға булалар. Абдулла ағай улар артынан эйәрә. Райком секретары Хрущев менән Брежнев тәңгәленә еткәс, шып туҡтай ҙа:
- Ә был дуракты кем ҡуйған? – тип Абдулла ағайҙан һорай. Уныһы күп уйлап тормай:
– Уларҙың ҡайһыһы дурак? – ти.


Вернуться назад