“Алла бирһә, ишекте ас…”02.08.2013
Был хәл аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы осоронда була. Һапаш ауылында Фатима менән Аллаяр йәшәгән. Бер көн шулай туғандарын йыйып, һуғым ашына ултыралар. Фатима бешкән итте ашлау менән иренең алдына бүлеп өләшергә килтереп ҡуя. Аллаяр нимә һөйләгәндер, ә Фатимаһы: “Алла бирһә, тип әйт”, – ти. “Алға килеп ултырған итте “Алла бирһә” тип әйтмәһәк тә ашарбыҙ”, – ти икән Аллаяр. Шул саҡ ишекте дөбөрҙәтеп, аҡтар килеп инмәһенме! “Аллаяр, запрягай лошадь!” – тип ауыҙ ҙа ителмәй ултырған итте ашлауы менән алып сығып та китәләр. Бер нисә көндән һуң Кананикольский яғынан Аллаяр ҡайтып төшә.
– Фатима, Алла бирһә, ишекте ас! – ти икән, һаҡ ҡына шаҡып. Шул ваҡыттан һуң үҙе гел генә был һүҙҙе ҡушып һөйләр булған. Ул лаҡап булып әле лә халыҡ телендә йөрөй.


Вернуться назад