ТӨРТМӘ ТЕЛ02.08.2013
Аҡһаҡ батша

(М. Воловиктан)
Булған, ти, бер ил донъяла,
Батшаһы булған аҡһаҡ,
Етмәһә – һаҡау. Фекерен
Аңлатҡан, ти, ул саҡ-саҡ.

Кем төҙ генә атлап йөрөй,
Кем һөйләшә бик аныҡ, –
Шул хушлашҡан донъя менән,
Бүкәнгә башын һалып.

Шуға күрә бөтәһе лә,
Ғәзиз баштарын һаҡлап,
Ҡыланған, ти, һаҡау булып,
Атлаған, имеш, аҡһап.

“Зәғиф заттар иле был!” – тип
Мыҫҡыллаған бар ғәләм.
…Мәңгелек түгел һис нәмә,
Мәңгелек түгел әҙәм –

Донъя ҡуйған бер көн батша.
Бығаса зәғиф халыҡ
Атлай башлаған аҡһамай,
Һөйләй башлаған аныҡ.

Ошо сәйер ил хаҡында
Сәйер уй килә башҡа:
Нишләр ине икән халыҡ,
Дөм һуҡыр булһа батша?!.

Һайыҫҡан хеҙмәте

(Д. Руденконан)
Ҙур бәлә килгән урманға
Ағастарға ҡорт төшкән:
Шәрә ер тороп ҡаласаҡ
Урман шаулаған төштән.

Урман башлығы булараҡ,
Айыу ҡоштарҙы йыйған.
“Ҡорттарҙы сүпләп бөтөргә!”
Тигән ҙур бурыс ҡуйған.

Әйткән Һайыҫҡан: “Урманды
Һәләк итмәйек, дуҫтар!”
Аңлашылғандыр бурыстар…
Эшкә тотонған ҡоштар.

Йәнә йәшәргән ағастар,
Иркен тын алған урман.
(Һайыҫҡан да тик тормаған –
Һәр саҡ шыҡырлап торған).

Аҙаҡ, хеҙмәтте баһалап,
Өләшкәндәр, ти, емеш.
Был ниндәй эш? Тейгән, имеш,
Һайыҫҡанға ла өлөш!

Ярай, шыҡырлауҙан башҡа
Һөнәр белмәй был йолҡош,
Тик бына беҙҙең арала
Ҡайҙан ярала был “ҡош”?

Һайыҫҡандың шыҡырлап дан
Алыуы, эйе, ғәжәп,
Тик тел менән тирмән тартҡан
Кешеләр була – мәҙәк!

Умарталыҡта

(А. Галкиндан)
Бер заман шулай,
Ялҡауҙарға юл асылған ваҡытта,
Һоро ҡортто мөдир итеп
Ҡуйҙылар умарталыҡҡа.
Һоро ҡорттоң алыҫ китте даны.
Эш ысулы таныш:
Йыйылыштарҙан ҡалмай,
Һүҙҙәре – татлы балдай,
Барға юҡты ялғай,
Ҡыҫҡаһы, алдай.
Билдәле,
Иң элгәре
Татлы отчет түгел, эш кәрәк.
Һоро ҡорттоң иһә – эш һәләк!
Уға бер-бер артлы
Хаҡлы
Тәнҡит уғы осто аҫтан.
Шуға ҡарамаҫтан,
Күтәрҙеләр уны өҫкәрәк.
Инде
Мөдир булып килде
Уңған Бал ҡорто.
Килгәс,
Хужалыҡты күргәс,
Осто ҡото!
Умарталар серегән,
Ҡыйшайған, емерелгән,
Гүйә, айыу килеп аунаған.
Бер тамсы бал ҡалмаған!
Бал ҡорто
Оҫта түгел ине һөйләргә.
Тотондо шундуҡ эште көйләргә.
Ярҙам һорап, килде Оло Йортҡа –
Һоро ҡортҡа.
Ә һоро ҡорт китте ҡыҙып,
Яман туҙып:
– Һеҙ-ҙ-ҙ эште боҙ-ҙ-ҙ-ғанһығыҙ-ҙ-ҙ!
Хатағыҙ-ҙ-ҙ туҡһан туғыҙ-ҙ-ҙ!
Эштәрегеҙ-ҙ-ҙ – һәләк!
Ниҙә сәбәп?
Һеҙ-ҙ-ҙ-ҙе хөкөмгә тапшырырға кәрәк!
***
Ә бит урманда
Умарталыҡта мөдир булып торғанда,
Һоро ҡорттоң үҙен,
Асып ысын йөҙөн,
Бирергә кәрәк ине судҡа.
Бирмәнеләр.
Юҡҡа!


Вернуться назад