Ял02.08.2013
Рузалин эштән күтәренке кәйеф менән ҡайтып инде. – Шеф фатиха бирҙе, дүшәмбенән мин ялда! – тине ул, май ҡояшы кеүек балҡып.
– Минең ғаризаға ла директор ҡул ҡуйҙы, мин дә ялда, – тине ҡатыны Сәмсүрә. – Быйыл ҡайҙа барабыҙ?
Фатирҙа үле тынлыҡ урынлашты. Рузалин менән Сәмсүрә өсөн иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе ине был. Йыл һайын шулай икеһе бер ваҡытта ялға сыға ла ҡайҙа барырға тип баш вата.
Сит илгәме, әллә үҙебеҙҙәге ял йортонамы, әллә шифаханаға барырғамы тип улар оҙаҡ бәхәсләшә ине. Һайлау бик ауыр эш, айырыуса аҡсаң таҡы-тоҡо булһа.
– Берәр нәмә уйлап табырбыҙ әле… – тигән булды Рузалин, ҡатынын тынысландырырға теләп.
Киске аш ваҡытында ошо мәсьәлә тағы ҡуҙғатылды.
– Кешеләр кеүек Төркиәгә барып, диңгеҙҙә һыу ҡойоноп, ҡыҙынып ҡайтһаң икән ул, – тине Сәмсүрә. – Әллә быйыл тәүәккәлләйбеҙме?..
– Ғүмергә бер барғанда шәп булыр ине, ҡарсыҡ, – тине Рузалин. – Тик аҡса самалы. Ял итеүен-итерһең, унан һуң йәшәйһе бар бит әле. Ҡайҙан аҡса табырбыҙ? Тағы бурысҡа батҡы килмәй. Кредит түләй-түләй арып бөттөк… Бәлки, Ҡара диңгеҙ буйына – Адлерға йәки Анапаға – ғына барырбыҙ?
– Унда осоп барам тиһәң, билеты бик ҡиммәт. Етмәһә көн һайын самолет шартлауы тураһында һөйләйҙәр, белә тороп үлгем килмәй әле. Поезда барһаң, ике тәүлек буйы ҡыҙыу мунса кеүек тынсыу вагонда ултырырға кәрәк, – тип ҡатыны ҡаршы төштө.
– Улайһа, үҙебеҙҙәге берәй шифаханаға барайыҡ… Туҡта, шул турала бер мәҙәк һөйләйем әле. Бер абзый ял йортона килгәс: “Бында нисек ашаталар?” – тип ял итеүсенән ҡыҙыҡһына икән. “Бер телем икмәк бирһәң, әйтәм”, – тип яуап биргән тегенеһе.
– Тоҙһоҙ мәҙәктәреңде һөйләп торма әле. Унда хәҙер яҡшы ашаталар. Июль айында, бөтөн халыҡ отпускыла ваҡытта, урын табып ҡара! Ғинуарҙа уҡ әйттем мин һиңә, алдан ҡайғырт тип. Белешеп ҡуйған булһаң, рәхәтләнеп шифаханала ял итер инек…
– Туҡта әле, ҡарсыҡ, үҙебеҙҙең Өфөлә лә, Ағиҙел йәки Ҡашҡаҙан күле буйында, кеше рәхәтләнеп ял итә бит, һыу ҡойона, – тине Рузалин, батып барғанда һаламға булһа ла тотонорға теләгәндәй. – Йыраҡ йөрөйһө түгел, аҡса ла янда ҡала. Ашарға ҡыяр-помидор менән һыра алаһың да – вәссәләм…
– Һинең шул булыр инде. Бар уйың – һыра һемереү, – тине ҡатыны, кәйефе төшөп. – Ул йылға-күл буйындағы шешә менән бысраҡты күргәнең бар бит инде. Шунда барайыҡ тип тораһың, етмәһә. Иҫеректәр араһына барып ятаһы юҡ!
Ҡыҙыу бәхәс туҡтап ҡалды. Икеһе лә өндәшмәйенсә бер аҙ уйланып ултырҙы, һәр береһе эстән генә һуңғы йылдарҙағыса ял итергә ҡарар ҡылды.
– Дүшәмбе мине балалар менән ауылға ҡайтарып ҡуйырһың. Әсәй янында бер-ике аҙна торормон, бәрәңгене лә утайһы, күмәһе бар, – тине Сәмсүрә.
Рузалин таушалған-иҙелгән диванына барып ятты, изолента менән уратылып бөткән пультты алып, телевизор ҡабыҙҙы.


Вернуться назад