Һәйкәл асылды31.07.2013
Краснокама районындағы Воробьево ауылында 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташ яугирҙәргә һәйкәл асыу тантанаһы булды.

Мәрмәрҙән яһалған обелискка һуғышта башын һалған 27 фронтовиктың исем-шәрифе уйып яҙылған. Һәйкәл асыу идеяһы бер йыл элек тыуған. Уны тормошҡа ашырыуға айырым кешеләр финанс ярҙамы күрһәткән. Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы ойошторолған митингта район етәкселеге, ветерандар советы вәкилдәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Яугирҙәрҙе бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, обелискка сәскә һалынды, салют атылды. Сара хәрби парад менән тамамланды.


Вернуться назад