Хужаларҙың ихласлығы хайран итте31.07.2013
Хужаларҙың ихласлығы хайран иттеСәсәндәр төйәге Әбйәлил районының Үтәгән ауылында йор телле, шиғри күңелле кешеләр йәшәүе тураһында ишеткәнем бар ине. Был фекерҙең дөрөҫлөгөнә Асҡар һәм Үтәгән китапханалары хеҙмәткәрҙәре Рәхимә Мусина менән Гөлфирә Йәһүҙина ойошторған “Беҙ үҙебеҙ — үтәгәндәр, беҙ үҙебеҙ — сәсәндәр!” тигән кисәнең шаһиты булараҡ инандым.

Ун инәй-апай булды уның геройҙары! Бер бәләкәй ауыл өсөн иҫ киткес күренеш бит. Дөрөҫ, уларҙың береһе генә – Хәнифә Әбүбәкерова — тыуған ауылында төпләнгән. Башҡалары, тормошҡа сығып, төрлө ауылға таралған. Ҡырҙастан Мәфтүха Мусина, Һәйетҡолдан Вәсилә Садиҡова, Рыҫҡужанан Айһылыу Хәсәнова, Фатима Һибәтова, Амангилденән Фәүҡинур Сафина, Ғәшүрә Әбүбәкерова, Мәйгештенән Әсмә Солтанова, Буранғолдан Мәрйәм Сәлмәнова, Асҡарҙан Мәүлиҙә Сабитовалар саҡырылды. Уларҙың араһынан Фәүҡинур Сәлмән ҡыҙы менән Айһылыу Ғәбделхәй ҡыҙы аҫбат араһы ҡыҙҙары булһа, ҡалғандары барыһы ла – бувыл араһы. Был сәсәниәләрҙе районда белмәгән кеше юҡ: улар бөтә мәҙәни сараларҙың, конкурстарҙың уртаһында ҡайнай, үҙҙэренең ижадын туплаған йыйынтыҡтарын да сығарғандан.
Алып барыусыларҙың саҡырыуы буйынса геройҙар сәхнәгә күтәрелә торҙо, һәр береһе шиғырын һөйләп, мөнәжәтен йә бәйетен әйтеп, таҡмағын һамаҡлап, бейеп тә алды. Әлбиттә, тыуған ауылдарына ҡайтҡан кешеләр бала саҡ хәтирәләренә лә бирелде. Мәҫәлән, Мәфтуха инәй тыуған ауылын 25 йыл күрмәгән. Кисәнең геройҙары һәр ҡайһыһы үҙенсә тамашасы күңелен яуланы: республика кимәлендә танылыу тапҡан сәсәниәләр Вәсилә Садиҡова менән Хәнифә Әбүбәкерова үҙҙәрен сәхнәлә артистарса ҡупшы, һүҙҙе ҡыҫҡа, әммә оҫта тота белеүҙәре менән отһа, Мәфтуха Мусина 87 йәшендә лә бөтә шиғри ижадын яттан һөйләүе, асыҡ зиһенле, аҡыллы фекерле булыуы менән хайран итте.
Фатима Һибәтованың ейәнсәрҙәре Маһинур менән Ләйсән өләсәйҙәренең бөтә шиғырҙарын яттан белеүен күрһәтте. Ғәшүрә Әбүбәкерова, үҙенең ҡул эштәренән күргәҙмә ойоштороп, кисәне тағы ла йәмләне. Район мәҙәниәтенең йөҙөк ҡашы “Сәсмәүер” халыҡ фольклор ансамбле солистарының береһе Фәүҡинур Сафина үҙе яҙған ҡобайырҙары менән күңелдәрҙе арбаны, Айһылыу Хәсәнова иһә йәнә бер тапҡыр һәр юлы, һәр рифмаһы йырлап торған шиғырҙар яҙыу оҫтаһы икәнен танытты.
Мәрйәм Сәлмәнова менән Хәнифә Әбүбәкерова кисәнең исеменә тап килеп торған Үтәгән сәсәндәренә арналған бик матур шиғырҙар һөйләне. Красная Башкирия ҡасабаһынан Рәйсә Аҫылғужина оҙаҡ йылдар Үтәгән ауылы араларының тарихын өйрәнеп, шәжәрәләр төшөрөлгән баннерҙар алып килгән. Ул ауылдың сәсәндәре хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткереп, бөгөнгө быуындың да әлеге инәйҙәрҙең юлын лайыҡлы дауам итеүе хаҡында һөйләне.
Кисәлә быуындар күсәгилешлелеге киң сағылыш тапты: сәхнәгә сәсәниәләрҙең һәләтен үҙҙәренә алған ейәндәре сыҡты. Әсғәт Йәһүҙин шиғырҙарын уҡыны, төрлө район конкурстары лауреаттары Әлиә Йәнбирҙина, Ләйсән Һибәтова – әкиәт, Дилә Йәһүҙина “Урал батыр” эпосын яттан һөйләне.
Бәхетленең ҡунағы бер юлы тигәндәй, ойоштороусылар ситтән оло ҡунаҡтар саҡырмаһа ла, сәсәниәләр ҡорона ике профессор тамаша ҡылды. Уларҙың береһе – Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова туғандарына килешләй тап булһа (әйткәндәй, ул – Урал аръяғы сәсәндәренең ижадына арналған ике китаптың авторы), икенсеһе – Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова студенттары менән районға фольклор экспедицияһына килгәйне. Абруйлы ҡунаҡтарҙың икеһе лә ябай ауылда юғары кимәлдә ойошторолған сараны яҡшы баһаланы. Кисәне ойоштороусы Рәхимә Мөхитдин ҡыҙы Мусина хөрмәтле ҡунаҡтарға был сәсәндәрҙең ижады тупланған “Әбйәлил – ул беҙҙең һөйгән ил” альманахын тапшырһа, профессорҙар ҙа буш ҡул менән килмәгән булып сыҡты: улар үҙҙәренең китаптарын бүләк итте.
Был кисәлә мине иң хайран иткәне хужаларҙың ихласлығы булғандыр. Хатта күрше ауылда йәшәүсе үтәгәндәр ваҡыт юҡ тип тормаған, концертта ҡатнашыу өсөн килеп еткән. Ишкилденән самауырын күтәреп бейегән Мөслимә Мөсәлимова, әсәле-ҡыҙлы Зәлифә менән Гөлфирә Йәһүҙиналар, Ғәйнур Нурғәлина, Флүзә Булатоваларҙың сығыштары кисәне тағы ла йәмләп ебәрҙе. Әйткәндәй, үтәгәндәр барыһы бер булып оло табын ҡорҙо. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Мөршиҙә Фәтхуллина, уҡытыусы Рәйлә Әминева, ветерандар советы рәйесе Гөлсәсәк Фәхрисламовалар етәкселегендә ойошторолған был йыйын оло байрамға әүерелде. Сәсән һүҙе яңғыраған, сәсән аманаты еткерелгән был кисә, ысынлап та, уның геройҙары, үтәгәндәр һәм дә ҡунаҡтар өсөн оло бүләк булды.


Вернуться назад