Йәшәһен башҡорт балы!30.07.2013
Йәшәһен башҡорт балы!Ләмәҙ буйын танырлыҡ түгел: тирмәләр, көньяҡҡа ҡаратып, умарталар шикелле тигеҙ генә итеп теҙелгән, ҡаршыла эшҡыуарҙар һатыу итә, уйһыулыҡта апай-еңгәйҙәр ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнеп ҡаҙан аҫҡан, самауырҙары боҫрап ҡайнап ултыра, бала-саға сыр-сыу килеп һыу инә, ә балыҡсылар шым ғына табышын көтә... Көслө умарта геүләүенән билдәле тигәндәй, Түбәнге Ләмәҙ ауылында ойошторолған "Башҡорт балы" республика байрамына килгәндәр ошондай күңелле лә, таң ҡалдырғыс та күренештең шаһиты булды.

Иглингә генә түгел, ә тотош республикаға ҡортсо тигән даны таралған Ишембаевтар менән осраштыҡ.
– Бал ҡортоноң телен балсы белер, тиҙәр. Умарта серҙәренә төшөндөргән остазым Михаил Медведевҡа ғүмерем буйына рәхмәтлемен, – ти Түбәнге Ләмәҙҙә йәшәүсе Әрхәт Ишембаев. – Өфө районының Михайловка һөнәрселек училищеһында уҡығайным, армиянан ҡайтҡас, “Ләмәҙ” совхозына саҡырып алдылар. Ғөмүмән, бында бал ҡорттары тотоу өсөн уңайлыҡтар етерлек, урман өҫкә ауып тора, улай ғына ла түгел, йүкәлек күп майҙанды биләй, йылға-шишмәләр ҙә бар. Умарталарыбыҙ йөҙ тирәһе икән, уны сик тиергә ярамай. Улдарым Айрат, Ришат һәм Сыңғыҙҙың умарталыҡҡа ашҡынып тороуы, һәр эште күңел биреп башҡарыуы – беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс.
Әңгәмәсемдән ҡортсолоҡтан айырылмау уға нимә биреүен һораным. Мәктәптә умартасылыҡ дәрестәрен алып барған Әрхәт Миңлеғол улы билдәләүенсә, беренсенән, балдан йыл әйләнәһенә өҙөлмәйҙәр, һаулыҡ өсөн файҙаһы тураһында телгә алыу артыҡ, икенсенән, килем алыу йәһәтенән ифрат отошло, өсөнсөнән, был – уның яратҡан шөғөлө. "Ҡортсо бер ваҡытта ла юғалмай, мин быға күп тапҡыр инандым", – тип иренең һүҙҙәрен ҡеүәтләне Светлана Ишембаева.
Йәшәһен башҡорт балы!Ғәжәп бит, умартасылар династияһы Аҙнабаевтарҙың меңдән ашыу умартаһы бар, шулай уҡ Шәүәлиевтәр, Зинуровтар, Шәйхетдиновтар, Хәйретдиновтар, Мөхтәровтар, Әхмәҙйәновтар, Нуриевтар һәм башҡалар был тәңгәлдә алдынғы. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рафаил Зинуров, "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге" дәүләт унитар предприятиеһы директоры Әмир Ишемғолов, Нуриман районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар уңғандарҙың эшенә юғары баһа бирҙе, дәртләндерҙе. Әйткәндәй, бал экспозицияһында ашап туйғыһыҙ тәмле аҙыҡтан (бигерәк тә йүкә, сәскә балы күп ине) тыш кәрәҙ, һитә, ҡорт елеме, инә һөтө, бальзам, косметика продукцияһы урын алған, шул уҡ ваҡытта умарта, умартасы өсөн кәрәк-яраҡ, хатта сувенирҙар һәм әсбаптар менән дә танышырға мөмкин ине.
Башҡорт балын данлауға арналған, йәш быуын өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ сарала умартасылар үҙ-ара ярышты, бынан тыш, спорт уйындары сәмле барҙы, айырыуса көрәште олоһо ла, кесеһе лә ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Дәртле көй-моңдан йылға буйы яңғырап торҙо.


Вернуться назад