Һыуыҡ булһа, үҙе тарата30.07.2013
Бөгөн ауыл китапханасыһы иңенә китап таратыу, уны халыҡҡа еткереү бурысы ғына ятмай. Улар ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнай, халыҡты аң-белемгә әйҙәй. Китапхана – китапты үҙендә туплаусы үҙәк кенә түгел, ә уҡыусы күңеленә рухи аҙыҡ биреүсе урын да.
Уҡыусылар һаны йылдан-йыл кәмеүгә ҡарамаҫтан, халыҡ китап уҡымай тип әйтеп булмай. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәр рухи аҙыҡһыҙ йәшәй алмай. Тик ихтыяжды ҡәнәғәтләндерерлек әҙәбиәттең булыуы ғына мөһим. Шуға күрә бөгөнгө китапханасыға китап һәм уҡыусы араһында рухи күпер һалыу, улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙең төрлө сараларын табыу бурысы ла тора. Был йәһәттән Баймаҡ районының Мерәҫ ауыл китапханаһында оҙаҡ йылдар эшләүсе Дилбәр Ғәйфулла ҡыҙы Яхинаны телгә алыу ҙа етә. Ул үҙ эшен яратып башҡарған, һәр кемде яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршылаған хеҙмәткәр булғанғамы, янынан кеше өҙөлмәй. Ауылдаштарының зауығына яҡын әҙәбиәтте белеп бөткән Дилбәр Ғәйфулла ҡыҙы, уларға “һә” тигәнсе кәрәкле китапты табып та бирә, шул арала яңы донъя күргән баҫмалар менән таныштырырға ла ваҡыт таба. 2010 йылда районда Дилбәр Яхина «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ була. Шулай уҡ тырыш китапханасы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының да Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
Китаптар донъяһы хужабикәһе төрлө әҙәби саралар, яҙыусылар менән осрашыуҙар, Ҡәҙер һәм Хәтер кисәләре, юбилей тантаналарын йыш ойоштора. Китапханала төрлө ҡатлам уҡыусыларҙы берләштергән клубтар уңышлы эшләп килә. Мәҫәлән, “Ағинәйҙәр” клубында ауылдың оло йәштәге апайҙар халҡыбыҙҙың онотола барған милли йолаларын тергеҙеү буйынса маҡсатлы эш алып бара, “Таңсулпан” клубында йәш ҡыҙҙар өсөн тәрбиәүи саралар үтә. “Игебай мәктәбе” кескәй китап һөйөүселәрҙе үҙенә туплай.
Быйыл ҡыш бина һыуыҡ булыу сәбәпле, Дилбәр Яхина үҙ тырышлығы менән ауылдаштары өсөн күсмә китапхана ойошторған. Һәр урам буйлап, өй һайын китап уҡыусыларға рухи аҙыҡ тарата. Хатта уларҙың теләген иҫәпкә алып, ҡайһы бер әҙәбиәтте район китапханаһынан алып килә. Шулай уҡ һөт фермаһына, машина-трактор оҫтаханаһына, мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөргә лә ваҡыт таба. “Йорт буйлап хеҙмәтләндереүҙең ыңғай яҡтары күп. Уҡыусылар һаны күбәйҙе, халыҡ бик теләп китап уҡырға тотона”, – ти тәжрибәле хеҙмәткәр. Әйткәндәй, уҡыусылар китапханаға йөрөүҙе хуп күрә. Бында улар ваҡытлы матбуғат менән таныша, үҙенең зауығына ярашлы әҫәрҙәр һайлай. Балалар араһында иң күп уҡыусы Мерәҫ мәктәбе уҡыусыһы Бөркөтбай Күсәбаев булһа, ололар араһынан Дамир Мырҙағәлингә еткән кеше юҡ.