Көсөңдө һынап ҡара27.07.2013
Башҡортостанда быйылғы иң ҡыҙыҡлы социаль проекттарҙың береһе — “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” балалар ижады интернет-фестиваленең һайлап алыу этабы башланды. Сараның идеяһы — ижад ярҙамында һау-сәләмәт һәм мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы берләштереү.

17 июлдән 17 авгусҡа тиклем Интернеттағы www.vk.com/socialrb адресы буйынса тауыш биреп, иң яҡшы художество үҙешмәкәрлек сығышын һайлап алырға мөмкин. Сарала ҡатнашырға теләүселәргә өс номинацияның береһендә ҡатнашыу шарт. Улар иҫәбенә инструменталь ижад (солистар һәм ансамблдәр), вокаль ижад (солистар һәм ансамблдәр, халыҡ, эстрада йыры), хореография (классик, халыҡ, эстрада, заманса бейеү), һынлы ижад (фото һәм рәсем). Фестивалдә 5—18 йәшлектәр ҡатнаша ала. Шулай уҡ ата-әсәнең йәки опекундың яҙма ризалығы булыуы фарыз. Һайлап алыу этабы һөҙөмтәләре 30 июлдә билдәләнәсәк. Конкурс 20 сентябрҙә ҙур гала-концерт менән тамамлана.
Сараны “Газпром трансгаз Өфө” компанияһы, республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “Культпросвет” агентлығы ойошторҙо. Ентеклерәк мәғлүмәтте Хеҙмәт министрлығының сайтынан алырға мөмкин.


Вернуться назад