Путин генералды ҡотланы27.07.2013
Рәсәй Президенты Владимир Путин армия генералы Мәхмүт Гәрәев менән осрашты һәм уны 90 йәше менән ҡотланы.

Президент генералға III дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденын тапшырҙы.
— Һеҙҙе юбилей һәм лайыҡлы награда менән ҡотларға теләйем. Илебеҙ, Ҡораллы Көстәрҙе үҫтереү йәһәтенән күп көс һалдығыҙ, бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, — тине Владимир Путин. — Бөгөн һеҙ — иң танылған хәрби начальниктарҙың береһе, данлы юл үткәнһегеҙ. Яңылышмаһам, Белоруссияны һәм Польшаны азат иткәндә, Алыҫ Көнсығышта һуғышҡанда һеҙгә ни бары 19 йәш кенә булған. Һеҙ ҙур йәмәғәт эше алып бараһығыҙ, фән, тарих менән шөғөлләнәһегеҙ, һуғыш тарихы хаҡындағы хәҡиҡәтте һаҡлау өсөн ҙур тырышлыҡ һалаһығыҙ. Бының өсөн һеҙгә айырым рәхмәт һүҙҙәре әйтергә һәм ошо эшегеҙҙең һуңғыһы булмауына өмөт белдерергә теләйем.
Әйткәндәй, билдәле Совет һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тарих һәм хәрби фәндәр докторы, Хәрби фәндәр академияһы президенты, отставкалағы армия генералы Мәхмүт Гәрәев үҙенең 90 йәшен 23 июлдә Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Мәҙәни үҙәгендә билдәләне.


Вернуться назад