Бауыр баҫам балама27.07.2013
7.
Үткән ғүмерҙе ағын һыуға тиңләүҙәре дөрөҫ. Вәрисәнең үҫкәнен, буй еткергәнен Нәфисә һиҙмәй ҙә ҡалды. Ғәҙел холоҡло, тәүфиҡлы ҡыҙ үҫтерҙе. Вәрисә егәрле булды, бер мәшәҡәттән, эш-көштән ҡурҡманы: бәйләй, тегенә, бешеренә белде. Ҡатын-ҡыҙ эштәрен генә түгел, ир-атҡа ғына тәғәйен кеүектәрен дә бына тигән итеп атҡарып ҡуя: ҡаҙаҡ ҡаға, үтек, электр сәйнүге, сәғәт кеүек нәмәләрҙе төҙәтеү уға бер ни тормай.
Быйыл Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының өсөнсө курсын тамамланы.
— Берәй баҫманың штаттан тыш хәбәрсеһе булырмын, — тип дәртләнә. Яҙған мәҡәләләре, очерктары баҫылып тора.
Ифрат матур бейеүе лә Хоҙай биргән һәләттер. Һәләттең үҫеүенә Нәфисә үҙе лә төшөнмәй ярҙам итте, шикелле.
Вәрисә йәйге каникулдарында ауыл йәштәре менән концерттар ойоштора. Ҡарамалы халҡына был ифрат оҡшай — ауыл был ваҡытта бермә-бер йәмләнә лә китә. Төркөм күрше ауылдарға ла бара — ундағылар ҙа "әртистәр"ҙе көтөп тора — клубтары һәр саҡ шығырым тулы була.
Ә был юлы хатта Ҡ. районына сығып киткәйнеләр. Шул райондың Сыңғыҙ ауылында Вәрисәне иптәш ҡыҙы менән Мәүә тигән ҡатынға фатирға төшөргәндәр.
Вәрисә аҙаҡҡы шылтыратыуында ошоларҙы һөйләргә өлгөрҙө:
— Әсәйең кем, әтейең кем? — тип тәфсирләп һорашты. Биологик әсәйемдең мине бала табыу йортонда ташлап китеүен һөйләнем. Бәй, беҙҙең ауылдыҡылар барыһын да белә бит. Әммә ниңә һөйләгән көнгә төштөм. "Үҙеңдең атай-әсәйеңдең исем-шәрифен беләһеңме?" — тип һораны. "Ташлап ҡасҡан ҡатындың исеме әллә Мәүә, әллә Мәрүә", — тим. "Тыуған йылыңды дөрөҫ яҙҙылармы икән?" — ти. "1992 йылдың 8 мартында Өфөлә тыуғанмын", — тиеүем булды, ул ағарынып китте, илап ебәрҙе:
— Һин бит минең ҡыҙым! Миңең дә ҡыҙым бар — минеке лә нәҡ һинең кеүек. Гипоксия менән тыуғайның — тоторға ла ҡурҡтым... Аяҡ-ҡулдарың дерелдәп тора ине. Атайыңды, бала үлде, тип алданым. "Мәйетен алып, исем ҡушып, мосолманса ерләйек", — тигәйне, мин: "Үҙҙәре күмә икән, миңә бирмәнеләр", — тинем. Атайың бер ҡатлы ине, ул ышанды.
Шыңғырҙап торған ҡарағайҙан, нигеҙен бейек итеп, ҙур өй һалдыҡ. Йортобоҙға ҡот ҡунманы: йыл һайын ауырға ҡалдым: сабыйҙарым йә үле тыуҙы, йә төштө. Шулай алты тапҡыр. Ирем үлгәнгә йыл ярым. Оло-ҡара йортта яңғыҙ ҡалған аҡҡош һымаҡ ҡаңғылдап ғүмер үткәрәм. Әллә Сыңғыҙҙа ҡалаһыңмы, бар байлыҡты, дан йортто һиңә мираҫ итермен, — ти. Күҙҙәренән йәш сөбөрләп түгелә.
“Һин бик аҡыллы, бик сабырһың. Ҡайтҡас, тәфсирләберәк тағы һөйләрмен. Борсолма, йыш һөйләшербеҙ", — тине әсәй. Әммә телефоны яуап бирмәй...
Ошо һөйләшеүҙе иҫенә төшөргән Нәфисә сикәләрен һыйпаны, янып барған маңлайын һыпырҙы. Күрәһең, аҡ йөҙлө, мөләйем ҡатынҡай уны күптән күҙәткәндер, әкрен генә Нәфисә эргәһенә килде:
— Апай, бына ошо таблетканы йотоғоҙ әле — тиҙ тынысландыра ул. Ниҙер һеҙҙе бик хафаландыра, шикелле, — тине.
Күңеле тулышҡан Нәфисә, хәсрәтен йәшерә алмай, бөтәһен дә сит кешегә һөйләне лә ҡуйҙы.
Мөләйем ҡатын шым ғына тыңланы. Нәфисә һөйләп бөткәс, бер килке өндәшмәй ултырҙы ла ҡапыл тоҡанып китте:
— Баланы эт тә таба! Әммә... эт тиһәң дә... эттең эте, бесәйҙең бесәйе, һәр хайуан балаһын ташлап ҡасмай. Хәүефле урындан балаһын елкәһенән һаҡ ҡына тешләп икенсе ергә күсерә. Ҡоштоң ҡошо томшоғо, суҡышы менән балаһына ем ташып ашата.
Ә ҡайһы бер бисәләр эт-ҡоштан, кейек-йыртҡыстан аяуһыҙыраҡ. Был ни хәл: хәшәрәттәр үҙ балаһын сүплеккә күмә, тәҙрәнән ырғыта, кер йыуыу машинаһында өйөрөлдөрөп, ыҙалатып үлтерә. Йөрәк аҫтында туғыҙ ай йөрөтөп, асы тулғаҡтар менән ыҙаланып яҡты донъяға тыуҙырған сабыйыңды ни йөрәгең етеп, ғүмерен ҡыйырға, яҙмышын боҙорға мөмкин — башыма һыймай. Ундай хәшәрәттәрҙе, хәлемдән килһә, язалатыр инем.
Аллаһ Тәғәлә, мәле еткәс, барыбер ҡоһор ҡайтара. Яуызлыҡ эҙһеҙ үтмәгән: был бисәгә лә тейәрен биргән: бүтән бала төҫө күрмәгән, сабый һөймәгән.
— Ҡатынҡай, бер килке уйланып ултырҙы ла тынысланып яңынан һүҙ башланы. — Апай, бик борсолмағыҙ әле: "миң" тигәнең күптәрҙә осрай. Мәүәнең атаһының исем-фамилияһы тура киләме?
— Вәрисәм уның исемен генә белә — ҡалғанын әйтмәгәйнем. Миҙхәтова Мәүә Мөсәфәровна тигән бисә. Ә бит районы, ауылы тап килә! Шуға...
Нәфисә һүҙен һөйләп бөтөргә өлгөрмәне, иңенә аҡ халат ҡаплаған, туфли өҫтөнән махсус тоҡсайсыҡ-бахилла кейгән Вәрисә килеп керҙе.
Уны күргәс, Нәфисә урынынан ҡымшана ла, телһеҙ кеше кеүек бер һүҙ әйтә лә алманы: "Хәҙер... хәҙер..." "Рәхмәт егерме йыл ҡарағаның өсөн. Кеше балаһы тимәнең. Яныңа килеп йөрөргә тырышырмын. Һине лә, үҫкән ауылды ла, буй еткергән, ҡанат нығытҡан йортто ла онотмам, тиәсәк ул. Вәрисә — аҡыллы ҡыҙ, сетерекле хәлде дөрөҫ хәл итер. Нисек хәл итһә, уныңса булыр..." — Нәфисә ошолай уйланы.
Һомғол буйлы сибәр ҡыҙ еңел атлап Нәфисә янына ашыҡты, ҡосаҡлап алды. Вәрисә теләр-теләмәҫ кенә ҡосаҡлағандай тойолдо — Нәфисәнең бөтә тәне дерелдәп ҡуйҙы.
— Әсәкәйем, нишләп бирештең? Санаторийҙа дауаланырға күпме өгөтләнем — тыңламаның. Әле юл ыңғайы яйы сыҡҡанда тип путевкалар һатып алдым. Аҙна-ун көндән сығарырҙар бит? Университетта уҡыуҙар башланғансы икәүләшеп санаторийҙа булырбыҙ.
— Бәй, ни ерең ауырта?! — Нәфисә хафаланды.
— Һин дауаланырһың, ә мин яныңда булырмын. Профилактика кәрәк тип минераль һыу, үлән сәйҙәре эсеп ятырмын әле.
Өсөһө лә йылмайҙы.
Мөләйем ҡатын көтөлмәгән һорау бирҙе:
— Вәрисә һылыу, Мәүәнең исем-шәрифе тулыһынса нисек?
— Әсәйемә күрһәтергә тип яҙып алғайным, хәҙер... — Вәрисә сумкаһынан ҡағыҙ киҫәге сығарҙы. — Мәүә тигән апайҙың атаһы Мөсәфәр, фамилияһы — Миҙхәтова.
— Шул... Шул үҙе... һинең биологик әсәйең, — Нәфисә күгәргән ирендәрен саҡ тыңлатып шыбырҙаны.
— Биологик әсәйем һин! Миңә Мәүә кәрәкмәй! Әсәкәйем, ҡәҙерлем, күҙ нурым, әйҙә, шулай килешәйек: ул сирҡаныс ҡатындың исемен мәңге телгә алмайыҡ! — Вәрисә әсәһенең маңлайын, биттәрен үпте.
Эргәләге ҡатын ихлас йылмайҙы, Нәфисә иркен һуланы. Бүлмә ҡапыл балҡып китте — болоттар араһынан йәйге ҡояш сыҡты ла бүлмәне нурға ҡойондорҙо.
(Аҙағы. Башы 136, 139, 141, 143-сө һандарҙа).


Вернуться назад