Иманға ҡайтыусылар һәм китап һөйөүселәр арта27.07.2013
Иманға ҡайтыусылар һәм китап һөйөүселәр артаСтәрлетамаҡ районы Золотоношка ауылында яңыртылған китапхана һәм дин йорто асылды.

Шатлыҡлы ваҡиға менән урындағы халыҡты Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко (әйткәндәй, сығышы менән ошо ауылдан), район хакимиәте башлығы Раэль Рәхмәтуллин, дин әһелдәре ҡотланы.
Нимә генә тимә, бөгөн күберәк матди байлыҡҡа иғтибар бүләбеҙ, ә йәшәү мәғәнәһе булған рухиәт беҙҙән, үкенескә ҡаршы, ситләшә бара. Иман йорто, китапханалар рухиәткә ҡайтыу урыны, тигән фекер яңғыраны тантаналар барышында. Мәҫәлән, заманса яңыртылған китапханала ауыл халҡы хәҙер Интернет донъяһында гиҙә ала, кәрәкле әҙәбиәтте, мәғлүмәтте компьютер аша ғына таба.
…Был көндө ауыл байрамы ла тантаналар менән аралашып барҙы. Мәҙәниәт йорто алдындағы сарала ауыл хужалығы алдынғылары бүләкләнде, балалар, профессональ артистар ҡатнашлығында концерт ҡуйылды.


Вернуться назад