Осто сая бөркөт...24.07.2013
Осто сая бөркөт...Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класында эшләү дәүерендә күпме ҡурайсы әҙерләп сығарғанмындыр, иҫәбе-һанын белмәһәм дә, уларҙың һәр береһе күҙ алдымда, һәр береһе күңелемдә үҙ урынын алған. Беҙҙең булмышты һәм күңелдәрҙе ҡурай моңо тоташтыра...

Үкенескә ҡаршы, уларҙың береһе, күңелдәрҙе болоҡһотоп, мәңгелеккә юҡһындырып, арабыҙҙан китеп барҙы. Йылайыр районының Юлдыбай ауылы егете Рөстәм Шәрипов Өфө сәнғәт училищеһына 9-сы кластан һуң килгәйне. Студент йылдарында уҡ иңенә ысынбарлыҡтың ауыр йөгө ятты: Чечен Республикаһында ҡупҡан ут-ялҡын эсендә хеҙмәт итеп, күңеле менән күпкә олпатланып, яугир-ҡурайсы булып, өҙөлгән уҡыуын дауам итергә ҡайтып төштө...
Инде ул йәшәүҙең гүзәллеге менән ләззәтләнеп, тормоштоң йәмен тойоп, тәмен татып, ғүмерендәге һәр мәлдең ҡәҙерен белеп йәшәргә тырышты. Училищены тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инде, Әлфиә килен менән татыу ғаилә ҡорҙо, ике бала атаһы булды, фатир йүнләне һәм мөҡәддәс хыялын тормошҡа ашырҙы — оҫта ҡурайсы булып, сәхнә түрен яуланы, маһирлығы менән халҡына танылды.
Халыҡ моңон күңеленә һеңдереп, йөрәге аша үткәреп уйнаған уҡыусыларым, үкенескә ҡаршы, күп булмай. Ә бына Рөстәм тап шундай ине, башҡарыу оҫталығы, импровизацияға һәләте менән башҡаларҙан айырылып тора ине... Ҡурай класы уҡытыусыһы итеп сәнғәт училищеһында алып ҡалһам да, уның сәхнәгә тартылғанын күреп, үҙ фатихамды бирҙем. Халыҡсан итеп, күкрәккә һалып, йыуан оҙон ҡурайҙа гөжләтеп, тәнде-йәнде сымырҙатып, "Ҡаһым түрә", "Ғилмияза"ны башҡарыуы бер кемде лә тетрәндермәй ҡалмағандыр...
Үҙенең тыуған төйәге тыуҙырған моңдо, йыр-көйҙәрҙе тергеҙеүҙе, халҡына ҡайтарыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы ул. "Яҙҙырайым әле шул-шул көйҙәрҙе", — тип киләсәккә ҡорған пландары менән уртаҡлашҡайны бер күрешкәндә. Һуңғыһы булған икән... Әммә әйткән һүҙенә тоғро ҡалды: күп эштәре, байтаҡ яҙмалары ҡалды Рөстәмдең. Эйе, күп өмөттәр бағлағайныҡ был йәш талантҡа! Бөтә донъя, Бөтә Рәсәй, республика кимәлендәге конкурс һәм бәйгеләрҙән еңеү яулап, йөҙө балҡып, күҙҙәре осҡонланып, ҡурай сәнғәтендә яңы офоҡтар асырға дәртләнеп ҡайтты ул. Әммә...
Башҡорт дәүләт филармонияһындағы бер концертта Рөстәмдең сәхнә костюмы бик үҙенсәлекле икәнлегенә иғтибар иткәйнем: тыуған төйәгендә сыҡҡан "Юшатыр" көйөн илһамланып китеп уйнаған ҡурайсы талпына-талпына осоп китергә әҙерләнгән бөркөттө күҙаллата ине...
Осто сая бөркөт... Мәңгелеккә ҡалырға, таланттар йондоҙлоғона атылды...


Вернуться назад