Бауыр баҫам балама24.07.2013
Зөлфирә, ризалығын белдереп, һүлпән генә баш һелкте:
— Заманаһы ниндәй — донъя боларҙы. Бөтә нәмә дефицит. Кәрәкле дарыуҙар, уколдар табышырбыҙ. Медпунктығыҙҙа егәрле шәфҡәт туташы — Флүзәне әйтәм. Мин уны бик хөрмәт итәм, бөтә табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла Флүзә кеүек изгелекле, егәрле булһа ине.
...Рәсми документтар менән дә ҡыйынлыҡ булманы. Зөлфирәнең балалар йортонда эшләүе арҡаһында бөтәһе лә тиҙ ҙә, мәшәҡәтһеҙ ҙә хәл ителде.
— Еңгә, мине бер нәмә борсой: баланың инәһе килеп эҙләп йөрөһә? Беҙҙе тапһа, сабыйҙы үҙенә алырға тырышһа? Ул ҡатын ҡайҙа йәшәй?
Зөлфирә архив өсөн әҙерләнгән ҡағыҙҙарҙы ҡараны:
— Бәпестең биологик инәһе Ҡ. районының Сыңғыҙ ауылынан. Мәүә Мөсәфәровна Миҙхәтова. 27 йәштә. Тәүге балаһы. Хәтереңә һеңдер ҙә был мәғлүмәттәрҙе бер кемгә лә һөйләмә! Биологик инәһе хаҡында хатта ҡыҙ бала ла белмәһен! Шулай яҡшы булыр. Мөрәүәтһеҙ бисә, Мәүәне әйтәм, биш ай буйы бер килеп күренмәне, бер шылтыратып сабыйының хәлен белешмәне. Тимәк, тәүбәгә килмәгән — ҡыҙын алырға уйында ла юҡ. Тыныс бул: уллыҡҡа алынған балалар хаҡында бер кемгә лә мәғлүмәт бирелмәй. Хатта ата-әсәһенә лә.
Сабыйҙың сире тураһында ла Флүзә, ҡайнағам менән килендәшем генә белһен. Был донъяның кеме юҡ — ҡыҙыҡай үҫкәс, сире хаҡында иҫкә төшөрөп, рәнйетеүселәр ҙә табылмаҫ, тимә.
6.
Нәфисәнең бәпес күтәреп ҡайтыуын Ҡарамалы халҡы төрлөсә фараз ҡылды: берәүҙәр "Дөрөҫ эшләгән" тиһә, икенселәре "Ҡартайғанда тыртайған — үҙе зәғиф, ул ташландыҡты нисек үҫтерер икән?" тип аҡыл һатты.
Ә Нәфисәнең бер хәбәргә лә иҫе китмәне, хәҙер уның хәстәре муйындан: баланы ҡарарға, яңы уҡыу йылы башланғансы мәктәпкә директор юлларға кәрәк. Нәфисә дәртләнеп бөтә мәшәҡәтте йырып сығырға өлгөрҙө: математик егетте директор итеп тәғәйенләнеләр. Нәфисә дәрестәрҙе әҙ алды — бәпесте тәрбиәләргә ваҡыт күп кәрәк. Тәжрибәһеҙ бикәсенә Мәүсилә ихлас ярҙамлашты — Нәфисә мәктәптә саҡта бәләкәс янынан китмәне, тиерлек. Зиннәтулла ҡарсығының уң ҡулы булды — әллә бәпес танһыҡлаған, әллә йәлләй — бишек янында һаҡта торған һалдаттан былайыраҡ уяу торҙо.
— Исемегеҙ оҡшаш булһын: балаҡайға Вәрисә тип исем ҡушайыҡ. Нәфисә — Вәрисә: шәп бит! Әтеһенең исеме Нәфис булыр. "Байғужина Вәрисә Нәфисовна" дан бит! — тине Зиннәтулла, ифрат шатланып.
— Нисек инде, "Нәфисовна"?! — Нәфисә, ғәжәпләнеп, берсә абзыйына, берсә еңгәһенә ҡараны.
— Зиннәтуллаға үпкәләмә: ҡушмаһаң да, бушты һөйләргә әҙер икәнен беләһең дә, — Мәүсилә, рыяһыҙ йылмайып, хәләл ефетенең иңбашынан ҡағып ҡуйҙы.
— Бер ҙә буш һүҙ түгел: Нәфис тигән ир-ат исеме беҙҙең яҡтарҙа осрамай — шуға һеҙгә ирмәк. Мына тыңлағыҙ әле: Рәмил — Рәмилә, Фәнил — Фәнилә, Хәким — Хәкимә, Нәфис — Нәфисә...
— Йә, етте, аңлашылды. Бикәс, ни әйтерһең?
— Һәйбәт фекер. Миңә оҡшай, — тип йылмайҙы Нәфисә.
— Ишеттеңме, кәләш, минең туғаным үҙе атай, үҙе әсәй булды! — Зиннәтулла, шатлығын йәшермәй, ҡатынына тантаналы ҡараш ташланы.
— Тыуған йылын, көнөн документта теркәлгәнсә яҙҙырам: 1992 йылдың 8 мартында донъяға килгән. Байрам көнөндә тыуған. Миңә Хоҙай биргән бүләк!
Шулай итеп, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡҡа кәрәкле мәғлүмәттәр әҙер булды.
...Зөлфирәнең алдан иҫкәртеүе бик яраны: Нәфисә ҡыйынлыҡтар булырын белгәс, һис ауырһынманы — еңгәһе ниҙәр өйрәткән бөтәһен дә үтәне. Бәпесте айырым бүлмәгә урынлаштырҙы, тыныслыҡ һаҡланы. Сифатлы, витаминдарға бай тәбиғи ризыҡтар менән генә туҡландырҙы.
Ҡыҙыҡай һыу индергәнде яратмай — ярһып иларға тотона. Гипоксия менән сирләгән сабыйҙарҙың бындай халәте хаҡында ла Зөлфирә иҫкәрткәйне. Нәфисә шуға ла борсолманы, ҡурҡманы — матур һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, әкрен генә көйләй-көйләй, барыбер яҡшылап йыуындыра. Һуңғараҡ балаҡай аҡырмай башланы.
Дарыуҙарға, уколдарға ҡытлыҡ булманы — Зөлфирә еңгәһе, кәрәкле нәмәләрҙе табып, килтереп торҙо. Флүзә Вәрисәнең һаулығын йыш тикшерҙе.
Иң мөһиме — массажды махсус алым-күнекмәләр менән дөрөҫ яһарға кәрәк. Нәфисә уны белгес кимәлендә яһарға өйрәнде. Һис йыбанмай, сәғәт һайын ҡыҙыҡайҙың арҡаһын һыланы, ҡулдарын ыуҙы, аяҡтарын ышҡыны. Гел генә Флүзәне мәшәҡәтләмәҫ өсөн уколдарҙы ла үҙе эшләне.
Нәфисә ҡыҙыҡайҙы урамда, баҡсала йөрөттө, йәй һыу буйҙарына алып барҙы. Мал-тыуарға иҫе киткәс, бәләкәй генә көсөк аҫрарға тотондо. Тештәре сыға башлағас, махсус дүңгәләктәр тотторҙо.
Баланы яратһаң, мөғжизә тыуа икән. Нәфисәнең шул ҡәҙәре тырышып тәрбиәләүе үҙенекен итте: Вәрисәнең мускулдары нығынды. Йәш тулыуға шыуышты, йәш ярымда атланы. Ике йәшендә үҙаллы ашай, һәйбәт һөйләшә ине. Осаһынан биленә тиклемге күктәр һиҙелерлек кәмене. Баланың көндән-көн шәбәйеүенә Нәфисә шатланып бөтә алмай.
— Сабыйҙар йортонда ул бындай тәрбиәне мәңге күрмәҫ ине — үлер ине, — ти Мәүсилә еңгәһе.
— Радионан йыр ишетһә, ҡушылып көйләгән була, — тип көлә Нәфисә.
Шулай ҙа ул Вәрисәнең бер ғәҙәтен, ҡайһы саҡта тиктомалға илауын аңламаны:
— Әллә ҡарынында кендеге тоташҡан инәһен, үҙ әсәһен, һағынамы икән? — тип ҡурҡты.
— Хафаланма, илаҡлығы ла яйлап бөтөр. Әүрәтергә, кинәндерергә берәй уйын уйлап тап. Нимәгә нығыраҡ албырғаһа, шуны йышыраҡ эшлә.
Күп уйланы Нәфисә — арыу ғына уйын уйлап таба алманы. Бер кистә Вәрисә көйһөҙләнә башлағас, ни менән уның кәйефен күтәрергә белмәгән Нәфисә, үҙе лә һиҙмәҫтән, бейергә тотондо. Бәй, әле генә шәмәреп йәш түккән Вәрисә йылмая-көлә, сәпәкәй итеп ултырмаһынмы!.. Нәфисәнең тәүҙә иҫе китте, шунан ихласлап бейергә тотондо. Онотҡан бейеү хәрәкәттәрен хәтеренә төшөрә-төшөрә бейей-бейей ҙә Вәрисәгә баш эйә. Уныһы кинәнә, сырҡылдап көлә. Нәфисәгә дәрт-дарман өҫтәлә, ҡасандыр үҙе сығарған хәрәкәттәр бер-бер артлы күҙ алдына баҫа.
Шулай итеп, илауға ҡаршы ла дауаһы табылды. Тәүҙә ҡулдарын болғай-болғай йә ултырған ерендә ҡалҡынып-ҡалҡынып ҡуйған, йә баҫҡан ерендә тыпырҙаған бала биш-алты йәшендә әсәһенең бейеүҙәрен ифрат оҫта ҡабатланы.
Шулай ҙа Нәфисәгә хафаланырға сәбәп сығып торҙо.
Бер мәл ул Вәрисәнең ике ҡашы араһындағы бәләкәй генә түңәрәк таптың ҡарайып ҙурая төшөүенә иғтибар итте:
— Сирҙең берәй ғәләмәтелер, мәле еткәс бөтөр тиһәм, нығыраҡ беленә лә ул. Нимәкәй икән? — тип Мәүсилә еңгәһенә күрһәтте.
Уныһы көлөп ебәрҙе:
— Миң бит ул! Һине беләлер, тиһәм, Ҡыҙыбыҙ Вәрисә генә түгел, Миңлевәрисә. Боронғолар аҙып китмәһен тип, "миң"де исемгә ҡушҡандар. Аллаһ Тәғәләнең тамғаһы — бәхетле булыр.
— Әтеһе һинд милләтенәнме икән? — Зиннәтулла шаяртҡан була.
— Юҡты һөйләмә! — Мәүсилә уға ҡырын ҡарап ҡуйҙы.
— Бәй, хәҙер Башҡортостанға ниндәй генә сит ил кешеләре килмәй! Мөхәббәт милләт тикшермәй, тиҙәр бит. — Ирекәй һүҙ көрәштерҙе.
Мәүсилә Нәфисәгә мөлдөрәп ҡараны:
— Бушты һөйләргә абзыйыңа ҡуш ҡына: әллә нимәләр уйлап сығара бит ул хыялый... Теләһә, яҙыусы булыр ине... Яҙыусылар булмағанды ла ышандырырлыҡ итеп алдап яҙа бит.
— Их, һин тәнҡитсе! Ярай, бөттө, бөттө! — Зиннәтулла өфөләр алып килгән аквариумды уңайлыраҡ урынлаштырырға тырышты — Вәрисә матур балыҡтарға ҡарап, әйҙә, кинәнһен.
(Дауамы. Башы 136, 139, 141-се һандарҙа).