Замана ғилемен белһәң, донъя тәртибен һаҡларһың...24.07.2013
Замана ғилемен белһәң, донъя тәртибен һаҡларһың...Имеш, Октябрь революцияһына тиклем башҡорттарҙың әҙәбиәте лә, яҙмаһы ла булмаған. Совет осоронда ошондай ҡарашты халыҡ күңеленә һеңдерергә тырышҡандар. Шуғалыр ҙа ХIХ быуатта ижад иткән шәхестәрҙең исеме әллә ни күренеп бармаған. Башҡорттарҙың яҙмаһы булмағас, Аҡмулла, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Әбделмәниғ Ҡарғалы, Һибәтулла Сәлихов, Ғәли Соҡорой, Ғәрифулла Кейеков кеүек революцияға тиклем ижад итеүселәрҙең ҡулъяҙмалары булыуын нисек аңлатырға?

Күренекле мәғрифәтсе-шағирыбыҙ Шафиҡ Әминев-Тамъяни ҙа — шул осорҙа әҙәбиәтебеҙҙе байытыуға тос өлөш индергән әҙип.
"Был донъяла ҡунаҡларһың,
Уҡыһаң — йөҙөң аҡларһың.
Замана ғилемен белһәң,
Донъя тәртибен һаҡларһың",
— тип яҙған ул.
Ошо шиғри юлдарҙан күренеүенсә, Шафиҡ Әминев-Тамъяни үҙ халҡының белемле, алдынғы ҡарашлы булыуын теләп, оран һалған.
Заманында уның ижадын иҫкелек ҡалдығы, дини тәғлимәттәр йыйылмаһы тип инҡар итеүселәр ҙә булған. Әммә халыҡ күңелендә уның теләк-тәҡдимдәре, аҡыллы һүҙҙәре һис тә юйылмаған.
Быйыл күренекле сәсән, мәғрифәтсе-шағир Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың тыуыуына 155 йыл тулды. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаны уның тыуған ерендә — Әбйәлил районында гөрләтеп үткәрҙеләр.
Шафиҡ сәсән тыуған ауылы Әбделғәзелә тәүҙә мәҙрәсәлә белем ала, унан Троицкиҙа Зәйнулла ишанда уҡый. Ҡышын уҡырға аҡса йүнләр өсөн, йәйгеһен Замана ғилемен белһәң, донъя тәртибен һаҡларһың...ҡаҙаҡ далаларына китеп балалар уҡытҡан. Тик, үкенескә ҡаршы, ата-әсәһе вафат булғанлыҡтан, был шөғөлөн ҡалдырырға мәжбүр булған, сөнки кесе туғандарын ҡарау уның иңенә ята. Заманына күрә бик уҡымышлы, сәсән телле була, ғәҙеллеге менән халыҡ араһында абруй яулай. Уны Шафиҡ мулла тип хөрмәтләп атар булғандар.
Шафиҡ сәсәндең әҫәрҙәре ҡулъяҙма көйөнә лә, сәсмә рәүештә лә һаҡланған. Шулай ҙа күпселек шиғырҙарын халыҡ яттан белгән.
Башҡорт мәғрифәтсеһенең яҡты иҫтәлегенә арналған сарала Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Румил Аҙнабаев, билдәле фольклорсы, филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов, БДУ профессоры Зәйтүнә Шәрипова, күренекле яҙыусы Сабир Шәрипов, шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа, әҙип Иҙрис Ноғоманов, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова, шулай уҡ сәсәндең вариҫтары ҡатнашты.
Шафиҡ сәсән Әбделғәзелә тыуһа ла, шул уҡ райондың Яңауыл ауылында ерләнгән. Ул ошо ерҙә ҡунаҡта булғанда кинәт вафат була. Яңауыл зыяратында уның рухына аят уҡыуҙан башланып китте райондағы сара. Әйткәндәй, сәсәндең вариҫтары ҡәберлекте тәртиптә тота: бынан бер нисә йыл элек мәрмәр таш ҡуйылған, тимер ҡойма менән кәртәләнгән.
Артабан юлыбыҙ Әбделғәзегә боролдо. Ауыл осонда уҡ дәртле халыҡ күркәм тамаша ойошторған. Әбделғәзегә инер урында сәсәндең портретын да элеп ҡуйғандар. Халыҡ менән аралашҡандан һуң шуныһы асыҡланды: бында бөтәһе лә тигәндәй Шафиҡ сәсәнгә туған килеп сыға. Шуғалыр ҙа уның исемен һәр кеше хөрмәтләп иҫкә ала. Ауылдағы башланғыс мәктәп тә ғорурлыҡ менән Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың исемен йөрөтә.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә сәсәндең кесе ҡыҙы Нәфисә Әминева ла булды. Уға хәҙер 83 йәш. Уның атаһы хаҡындағы хәтирәләрен һәммәһе лә ҡыҙыҡһынып тыңланы:
— Коммунистар бер заман дингә ҡаршы көрәш башлаған, — тине ул, тулҡынланып. — Атайымды ла иҫкелекте данлаусы тип Асҡарға алып киткәндәр. Уны Замана ғилемен белһәң, донъя тәртибен һаҡларһың...ат һарайына бикләп ҡуйғандар, эсергә һыу ҙа бирмәгәндәр. Өс көн шулай тотҡандар. Шул көндә уны ыҙалатыусы әҙәм атына бесән һалам тип һарай башына менгән. Шунда һайғау тәгәрәп киткән дә, ул тайып китеп, ике ағас араһында башы менән аҫылынып тороп ҡалған һәм шунда уҡ үлгән. Коммунистарҙың ҡото осҡан. Башҡаса теймәҫтәй булғандар.
Күркәм сараға йыйылғандарҙы райондың мәғариф бүлеге мөдире Вәлит Зәйнуллин да ҡотланы. Ул ауыл халҡына Әбйәлил төбәгенең башлығы Рим Сыңғыҙовтың ҡайнар сәләмен еткерҙе, шулай уҡ Әбделғәзе мәктәбенә аҡсалата бүләк тә тапшырҙы.
Риф Тойғонов иһә үҙенең "Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй" тигән шиғырын уҡығандан һуң:
— Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй, Шафиҡ сәсән кеүек йәшәһәң, шул етә, — тип һүҙен йомғаҡланы.
Сабир Шәрипов үҙ сығышында шағирҙың ижади мираҫын киңерәк офоҡтарға сығарыу хаҡында һөйләне. Баҡтиһәң, сәсәндең шиғырҙары, бәйеттәре әлегәсә айырым китап булып дәүләт нәшриәтендә баҫылмаған. Ошо эште тиҙләтеү мөһимлеген билдәләп үтте Сабир Нәғим улы.
Шуныһы ҡыуаныслы: Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың нәҫелен лайыҡлы дауам итеүсе ул-ҡыҙҙары бар. Мәҫәлән, ошо сараны ойоштороуҙа райондың депутаты, урман хужалығы етәксеһе, урындағы ҡоролтай рәйесе Ишморат Әминев күп көс һалған. Сәсәндең яҡты рухына бағышлап ҡорбан салыуҙы ла ойошторҙо ул. Афарин! Шундай ирҙәргә ил таяна ла.
Олуғ сәсәнде тыуған ерендә хөрмәтләп иҫкә алыуҙары — шатлыҡлы ваҡиға. Шулай ҙа халҡы өсөн янып йәшәгән шәхесте республика күләмендә лә билдәләргә кәрәктер. Шафиҡ Әминев-Тамъяни быға лайыҡ!

Зәйтүнә ШӘРИПОВА, филология фәндәре докторы, профессор:
— Беҙ бөгөн һүҙ байрамына йыйылдыҡ. Һүҙ менән эш итеүселәргә Ҡөрьәндә лә айырыуса урын бирелгән. Шафиҡ Әминев-Тамъяни Хоҙай тарафынан ебәрелгән кешелер. Ул һәр күргәнен көсәнмәйенсә шиғри юлдарға һалған. Уға башҡаларҙа булмаған көс-ҡеүәт бирелгән. Уның ошо һәләте нәҫеленә лә, яҡташтарына ла күскән. Шуға ла рухиәтебеҙҙе үҫтереүсе, бөтә яҡшы башланғыстарҙың инешендә тороусылар ошо Әбйәлил ерендә һутланған. Әлеге ваҡытта беҙҙең факультетта ла ошо райондан бик күп студенттар уҡый. Улар ҙа күренекле яҡташының рухын дауам итеүселәр, тип әйтер инем.
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ, филология фәндәре докторы, профессор:
— Миңә 1963 йылда Әбйәлилдә айға яҡын экспедицияла йөрөргә форсат тейгәйне. Ҡайһы ауылға ғына барһам да, тоталар ҙа "Шафиҡ мулланың бәйетен һөйләйем әле", тиҙәр. Ул шәхескә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙы.
Ҡырҙас ауылында 80 йәшлек Хәмит исемле ҡәйнеше хәтерләүенсә, Шафиҡ сәсән ҡайҙа ғына йөрөмәһен, бәйет сығарыр булған. Кешеләрҙең етешһеҙлегенән, кире күренештәрҙән көлгән. Уны һәр төбәктә лә хөрмәт иткәндәр.
Нур Зарипов уның "Уралым" исемле шиғырын Ишембай районында яҙып алған. Уны Бөрйәндә Байғаҙыла, үҙ ауылым Нәбиҙә Юныс мулла Һатыбаловтан ишетергә насип булды. Күрәһең, Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың ижады бер Әбйәлил төбәге менән генә сикләнмәгән.
Шуныһы мөһим: Шафиҡ сәсәндең әҫәрҙәре бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмаған. Эскелек, ер һатыу кеүек проблемалар хаҡында ул шул осорҙа уҡ әсенеп яҙған. Был йәһәттән хәҙерге быуынға уның әҫәрҙәре менән ғорурланырға урын бар.
Ишморат ӘМИНЕВ, Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Шафиҡ сәсәндең бүләһе:
— Бөгөн беҙ сәсән олатайыбыҙҙың тыуыуына 155 йыл тулыуҙы ғына билдәләмәйбеҙ. Иң мөһиме — уның ижади мираҫына йылдар бейеклегенән ғилми-ғәмәли йәһәттән баһа бирелде. Шуға күрә, беҙ, Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙы яҡын күреп, Өфөнән һәм Сибайҙан килгән ғалимдарға һәм әҙиптәргә бөтә нәҫелебеҙ исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ошо хәтер һәм ҡәҙер кисәһе, икенсе яҡтан, сәсәндең шәжәрә ағасын тулыландырған туған-тумасаларҙың бер-береһе менән яҡындан танышыуы, эшлекле һәм фәһемле һөйләшеү шарттарында олатайҙың йорт нигеҙе таштарының йылыһын тойорға өйрәнеүе туғанлыҡ ептәрен тағы ла нығытыуы ул.
Быйыл Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы. Ошо уңайҙан да олатайыбыҙҙың "Уралды һаҡлағыҙ, үҙ әсәһен һатҡан булыр, Ошбу ерҙе һатһалар" тигән васыятын йәнә бер иҫкә төшөрөү бик урынлы булды тип иҫәпләйем. Сәсәндең иманлы юлдан барырға өндәүе лә бөгөнгө йәштәр өсөн бик көнүҙәк яңғырай.


Вернуться назад