Мөнәжәттәр19.07.2013
Теләйек изге теләк

Көндәрҙән ни көн яҡшы — йома көнө,
Төндәрҙән ни төн яҡшы — ҡәҙер төнө,
Өндәрҙән ни өн яҡшы — "Ҡөрьән" өнө —
Һеҙ, мосолман ҡәрҙәштәрем, белегеҙ быны.

Рамаҙан бик күп торһа, бер ай торор,
Теләйек изге теләк — ҡабул булыр.
Намаҙ уҡып Руза тотҡан инсан булыр,
Тура юлдан барыусыға юлдаш булыр.

Хоҙайым, йәшлегемдә иман бир гел,
Ҡарыйлыҡта гонаһтарым кисер гел.
Еңел ҡыл ауыр мизаныбыҙҙы,
Сәләмәт ҡыл иманыбыҙҙы.

Ислам диненә күндереүсе,
Хәҡиҡәткә етәкләүсе
Пәйғәмбәрем — Мөхәммәт.
Барса китаптарҙан изге
"Ҡөрьән Кәрим" — мөғжизәт.
(Йомабикә өләсәйемдән
ишеткәндәргә ҡушып яҙҙым).

Ҡылғаныбыҙға ғәҙел хөкөм булыр

Әйтеләсәк мөнәжәткә күсмәксемен,
Алтын-көмөш, ынйы-мәрйен сәсмәксемен.
Харам, золом, ялған һөйләп яла яғыусы
Тамуҡ төбөнә китер, тип әйтмәксемен.

Айырайыҡ хәрәмдән беҙ хәләлде,
Хәҡиҡәттән айырайыҡ ялғанды.
Тәүбә ҡылып гонаһтарҙан арынайыҡ,
"Ҡөрьән Кәрим" серҙәренә инанайыҡ.

Ата-инәнең хаҡы ҡиммәт, тиҙәр,
Ҡиммәт, тиҙәр хаҡы туғандың —
Мизан-үлсәү күтәрерме бәндәләрҙең
Бер-береһенә золом ҡылғанын.

Беләме икән һаран, көн-төн йыйып харам,
Байлыҡ туплағанын тыйылмай,
Ә бит мәңгелек йортҡа күскәндә
Кәфененә кеҫә ҡуйылмай.

Тәкәбберлек — мин-минлелек була,
Тиңләү үҙеңде бөйөк заттарға.
Ғәмәл дәфтәренә теркәгәндә,
Урын булмаҫ алғы сафтарҙа.

Раббым бәнем, тамуҡ уттарына атма,
Йәннәт ишектәреңде япма!
Ғәмәл-ғибәҙәтебеҙҙе ҡуй һин алға,
Хата, кәмселектәр булһа, ҡалһын артта.


Вернуться назад