Эт менән бесәй ниңә дуҫ түгел?24.12.2011
Эт менән бесәй ниңә дуҫ түгел?“Аманат” журналының сираттағы һаны тышлығы менән үк иғтибарҙы йәлеп итеп тора. “Салауат Юлаев” хоккей клубының уйынсыһы Александр Радулов фонында төшкән Тимур Тимербаев атлы малай маҡсатҡа ынтылыусан, сәмсел булыуы менән кумирынан һис ҡалышмай.
Ауыр йәрәхәт алғас, табиптар “үҙаллы атлап йөрөй алмаҫ был бала” тиһә лә, әллә күпме операция үткәргән малай һис төшөнкөлөккә бирелмәй: махсус күнегеүҙәр яһай, спорт менән дуҫлаша. Өсөнсө класта уҡыған Тимур хәҙер бокс менән шөғөлләнә, хоккей уйнай. Әлбиттә, һәйбәт уҡый.
Журналдағы мауыҡтырғыс хикәйә, әкиәт, шиғырҙар, тиҫтерҙәр ижады, Яңы йыл байрамы өсөн сценарий, Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һуңғы яңылыҡтар, ашарға бешереү серҙәре, башватҡыстар, конкурстар — барыһы ла мәктәп уҡыусыһы күңеленә хуш килер. “Хоҙай үҙе ҡыҙығыр” рубрикаһында Бәндәбикә кәшәнәһе хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә, “Мәңгелек сер” рубрикаһында егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәре бөрөләнеп килгән тәүге мөхәббәт хистәре менән уртаҡлаша.
Эт менән бесәй ни өсөн бер-береһен өнәмәй? Сөнки улар ике телдә “һөйләшә”. Мәҫәлән, бесәйҙең мырылдауы иркәләнеүен аңлата, ә эттең ырылдауы — уҫаллыҡ билдәһе. Шаярырға теләгән эт хатта хужаһының да өҫтөнә ырғырға мөмкин, бесәй иһә быны һөжүм итеү тип аңлай. “Эт менән бесәй дуҫлығы” тип исемләнгән мәҡәләне уҡып, тағы әллә күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алырға мөмкин.
“Башҡортостан” гәзитенә яҙылған саҡта балалар өсөн махсус сығарылған, малайҙар һәм ҡыҙҙар менән бер телдә һөйләшкән “Аманат” журналын да онотмайыҡ әле, хөрмәтле ата-әсәләр!
Марат ӘМИНЕВ,
“Аманат” журналының баш мөхәррир урынбаҫары.


Вернуться назад