Йәнтеш ауылының иман йортонда Мәсет байрамы булды. Аҙан тауышы, аҡ яулыҡлы инәйҙәрҙең нурлы йөҙө, ир-аттың бер-береһе менән ихлас күрешеүе — барыһы ла сараның рухи көсөнә ныҡлы дәлил ине.
Уны "Башҡортостан быраулау эштәре идаралығы" йәмғиәтенең генераль директоры, мәсетте һалдырған Рауил Торомтаев асты. Илгә тыныслыҡ, бәрәкәт теләп башланған сара ауылдаштар өсөн күркәм байрамға әүерелде.
Йәнтештәр осрашыуға ихлас әҙерләнгән: аҡ тирмәләр ҡоролған, ҡаҙандарҙа ҡорбан ашы бешә. "Халыҡты иманға әйҙәгән ошондай саралар бик кәрәк, — ти мәхәллә етәксеһе, аҡһаҡал Әбделхаҡ Ҡаҙаев. — Халыҡ татыу, берҙәм, күркәм мөнәсәбәттә булһа, йәмғиәттең нигеҙе лә ҡаҡшамай. Шөкөр, бөгөн мәсеткә йәштәр ҙә ихлас йөрөй, тимәк, киләсәгебеҙ ышаныслы".
Байрамда тиҫтә йыл элек мәсет төҙөүҙә ҡатнашҡан Урал Ҡаҙаев, Тәлғәт Торомтаев, Нәҙир Арыҫланов, Илгиз Моталов, Әхәт Ғиләжевкә, ауылдың ағинәһе Сәғиҙә Иштәкбаеваға иҫтәлекле бүләктәр бирелде. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина иман йортона нигеҙ һалған Рауил Торомтаевҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ун йыл элек, мәсет асылыу тантанаһы мәлендә, донъяға килгән Ислам исемле малайҙы ла онотманылар — уға аҡ түбәтәй кейҙерҙеләр.
"Халҡыбыҙ күңелендә иман булғанда, тормошобоҙ — нурлы, донъябыҙ имен торор", — тигән ышаныста таралышты йәнтештәр.