Аҡыллыға — ишара...19.07.2013
Спартак Ильясов уҡыусыларға “Барын-Табын хәтере”, “Олатайҙар тотҡан ҡоралдар”, “Яраһаҙ яралары”, “Ҡолой кантон” исемле китаптар авторы булараҡ таныш. “Барын-Табын хәтере”ндә тупланған тарихи очерктары әҙиптең үҙ еренең географик атамаларын, легендаларын яҡшы белеүен сағылдыра. Заманында Спартак Ильясовтың колхоз рәйесе, совхоз директоры вазифаларын башҡарыуы, районда ауыл хужалығы идаралығында эшләүе лә уның буласаҡ әҫәрҙәренә бай мәғлүмәт биргәндер.
Яҙыусының ижад емеше күп түгел. Һуңғы йылдарҙа “Ағиҙел” журналының баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрен Спартак Ильясов “бәйән” тип тамғалаған. Традицион булмаған жанрға өҫтөнлөк биреүе авторҙың киң ҡоласлы фекер йөрөтөүенә бәйле. Бөгөн тап тормоштоң төрлө өлкәләрен сағылдырыусы, заман ағышын һәм замандаштың рухи йөҙөн төптәнерәк, тәрәнерәк асыусы әҫәрҙәргә уҡыусылар ҡытлыҡ кисерә.
Хайуандар, йәнлектәр образы элек-электән халыҡ ижадында ҙур урын алған. Аҡбуҙат, бүре, ҡуян, төлкө, һыйыр, арыҫлан образдары төрлө кимәлдә эпостарҙа, әкиәттәрҙә сағылыш тапҡан. “Сағымдағы олоу”, “Йөрөк ҡола”ла ла кешеләргә хас сифаттарға эйә булған, кешеләрсә йәшәгән, фекер йөрөткән бүре һәм ат образдары әҫәрҙең төп нигеҙен тәшкил итә. Был бәйлелек башҡорт халыҡ ижадының мифологик нигеҙҙәренә барып тоташа.
Әҙип бер-береһенә яҡын, кешегә хас характер һыҙаттарын хайуандар образы аша бирергә ынтыла. “Сағымдағы олоу” бәйәне үҙ тоҡомон, ҡан-ҡәрҙәштәрен ҡурсалап йәшәүсе, үҙ төйәгенә тоғро ҡалыусы бүреләр тормошон, уларҙың холоҡ-фиғелен, табышҡа һунар итеү алымдарын, үҙ ҡанундарын бәйән итеүҙән генә ғибәрәт түгел, ә әҙиптең хайуандарҙы кешеләргә тиң ҡуйып, уйланыуҙарға, үҙ булмышына ҡайтырға саҡырыусы ораны булып та сығыш яһай.
“…Нисек итеп тоҡомдо дауам итергә һәм үҙ ояһын, үҙе йәшәгән ер төбәген башҡаларҙан, баҫҡынсыларҙан һаҡларға?”, Ошо һорау әҫәрҙең буйынан-буйына күтәрелеп, уҡыусыны үҙ булмышы хаҡында тәрән уйланырға мәжбүр итә. Аҡыллыға – ишара тигәндән сығып, Спартак Ильясов бүре образы аша милли ҡараштарға, социаль-сәйәси проблемаларға иғтибарҙы йүнәлтә. Бүре яҙмышы ғына һүрәтләнмәй әҫәрҙә, халыҡ яҙмышы ла сағылыш таба. Бер-береһенән яҡлау, таяныр урын тапмай яҙмыш ҡосағында яңғыҙ ҡалғандар хаҡында ул.
Әҫәрҙең йөкмәткеһендә милли идея ярылып ята: тоҡом ишәйтеү, һаҡлау, яҡлау, үҙ тыуған ерендә ғүмер итеү. Әҫәрҙә бүренең олоуы кешенең йәмғиәткә, тоҡомдаштарына ҡарата ораны булып яңғырай. Үҙ милләттәштәрен саҡырып ауаз һалыуы, ләкин ул оранды берәүҙең дә ишетмәүе, кешеләрҙең бер-береһенә, милләтенә битарафлығы кешелектең үҙ асылына, булмышына хыянат итеүе түгелме?! Хайуандарға хас тоғролоҡ әҙәмдәргә ятмы ни? Ошо хаҡта һәр кем тәрән уйланһа ине.